Халыҡҡа иң яҡын торған власть кем ул? Әлбиттә, ауыл старостаһы. Ә һәйбәт, тынғыһыҙ староста – ауылдың тотҡаһы, кешеләр унһыҙ бер ни ҡыла алмай, урындағы хакимиәттең уң ҡулы ул. Ауылдарҙың был әүҙем эшмәкәрҙәре иң тәүгеләрҙән булып ярҙамға килә, урындағы проблемаларҙы хәл итеүҙә алғы рәттә йөрөй. Тап старос-талар ауыл халҡы менән урындағы власть араһын бәйләүсе ролен үтәй ҙә инде. Ауылдаштары өсөн старосталар – терәк-таяныс ҡына түгел, коммуналь, социаль хеҙмәт тә, психолог та. Ғаиләлә ыҙғыш ҡупһа ла, ҡышын урамдар таҙартылмаһа ла, йә башҡа күп һорауҙар һәм тәҡдимдәр менән старостаға мөрәжәғәт итәләр. Кәрәк икән, улар ғаиләләргә лә киләләр, яраштыралар ҙа, фәһемле кәңәштәрен дә бирәләр – әлбиттә, быларҙың барыһы ла йәмәғәт башланғысында.
Аҡкүл ауыл советында ла старосталар институты үҙен аҡлай. Улар ауыл сходтарында һайлап ҡуйыла. Старосталарҙың күпселеге инициативалы һәм абруйлы кешеләр, һәйбәт ойоштороусылар. Старосталар һәр ваҡыт халыҡ араһында булып, ауыл биләмәләре башлыҡтарына теге йәки был мәсьәләне: ҡышын ауыл урамдарын ҡарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү, янғын хәүефһеҙлеге һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәклеген еткерәләр. Старостаны “йорт хужаһы” менән сағыштырырға мөмкин. Бер яҡтан, ул үҙ биләмәһендә, йәғни “йортта” барлыҡ етешһеҙлектәрҙе күреп, уны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә, икенсе яҡтан, бында көн күреүселәргә һәйбәт һәм уңайлы булһын өсөн тырышлыҡ һалырға һәм өсөнсөнән, уларҙы изге башланғыстарға үҙ артынан эйәртә алырға тейеш...
Миңнәхмәт Кинйәбулатов икенсе йыл инде Татар Саскүле ауылы старостаһы йөгөн тарта. Алда һанап үтелгән донъяуи проблемалар һәм хәстәрлектәр уға яҡшы таныш. Ауыл ҙур булмаһа ла, үҙенә күрә проблемалары бар. Бына, мәҫәлән, былтыр өмә әйтеп, халыҡтың дөйөм тырышлығы менән зыярат ҡоймалары нығытылған, биләмәһе таҙартылған. Иҫке мәктәптең тирә-яғын тәртипкә килтергәндәр, күперҙәрҙе нығытҡандар. Старос-та әйтеүенсә, ауыл халҡы берҙәм, тырыш, әүҙем. Ниндәй генә эш булмаһын, барыһын да дәррәү йыйылып, өмәләр ойоштороп, бергәләшеп башҡаралар. Алда тағы ла – һәр йылдағыса сход уҙғарып, айырыуса мөһим булған көтөү ойоштороу, ауылды санитар таҙартыу, төҙөкләндереү, янғын хәүефһеҙлеге кеүек мәсьәләләрҙе ҡарау тора. Әлбиттә, староста ауыл хакимиәте менән даими бәйләнештә.
Миңнәхмәт Кәшәфетдин улы, үҙ сиратында, йәмәғәт эшендә айырыуса әүҙемлек күрһәтеп, һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған ауылдаштарын да билдәләп үтте. Улар: Рәмзил Яппаров, Фәнзил Хәсәнов, Фәнис Ғөбәйҙуллин, Руслан Хөснөтдинов, Болон (Карьер) ауылынан Рафаил Бәҙретдинов. Бына шулай, ауылдаштары менән уртаҡ тел табып эшләгәс, берҙәмлек, тырышлыҡ һөҙөмтәһендә донъяуи мәсьәләләр хәл ителә.