Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһенә ҡараған һәр ауылдың үҙ проблемалары бар, хәл итеүҙе көткән мәсьәләләр етерлек. Шуларҙы йырып сығыу өсөн ауыл биләмәһе етәкселеге иң тәү сиратта ауыл активистары – депутаттар, старосталар, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советтары, ағинәйҙәр ойошмаһы һәм, әлбиттә, халыҡ менән берлектә эш алып бара. Шуға ла был байрамды бөтөн халыҡ байрамы тип әйтергә мөмкиндер.
Сараға Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар кешеләре килгәйне. Йәрминкәлә бюджет учреждениелары һәм шәхси хужалыҡтар ҡатнашты. Әлбиттә, йәрминкә ҡайҙандыр һатып алған әйберҙе ҡыйбат хаҡҡа һатыу урыны түгел, ә кеше бында үҙ хужалығында етештергән продукцияһын, ҡул эштәрен алып сыға. Ҙур табышҡа ла өмөт итмәй ул, бары тик бер күрешеү – үҙе бер ғүмер, тип, кеше менән аралашып ҡайтыуҙан йәм таба. Һәр кем ҡулдан килгәнсә әҙерләнеп килгәйне. Айырыуса әүҙемлектәре менән айырылған Үзбәк, Еҙем-Ҡаран, Баҡраҡ клубтары хеҙмәткәрҙәрен, шәхси хужалыҡтарҙан Зәйтүнә Искәндәрованы (82 йәштә), Сайма Ғиззәтуллинаны, Динар Вәлиевты билдәләп китергә кәрәк. Уларға һәм ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан активистарға байрам һуңында Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе хакимиәтенең Маҡтау грамоталары тапшырылды. Күңелдә йылы тойғолар ҡалдырған сараны Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йортоноң фольклор ансамбле, Динислам Шафиҡов, Мәрйәм Ке-йекбаева (Еҙем-Ҡаран), Эльмира Ғәлина (Үзбәк), Юлиә Хәсәнова (Баҡраҡ) ҡатнашлығындағы концерт номерҙары биҙәне.