+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Апрель 2018, 14:12

Ут бер нимәне лә аямай

Рәсәй Хөкүмәте 2015 йылдың 10 ноябрендә янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереү тураһында ҡарар сығарҙы. Уға ярашлы, Рәсәйҙә баҫыуҙағы ҡамыл һәм ҡороған үләнде яғыу тыйыла.

Йыл һайын ҡороған үләнгә ут төртөү сәбәпле урманға, ауыл хужалығы ерҙәренә, тораҡ пункттарға ҙур зыян килтерелә, гектарлап урман, баҫыу, йәнлектәр янып юҡҡа сыға, хатта кешеләр һәләк була.

Яҙ етеү менән район биләмәһендә лә сүп-сар һәм кипкән үләнде яндырыу осрағы артыуы теркәлде. Әммә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ. Һәр кем иҫендә тоторға тейеш: сүп-сарҙы яндырыу тыйыла! Йылдар буйы сабылмаған ҡоро үлән балаларҙың да иғтибарын йәлеп итә. Былтыр башҡа төбәктәрҙә яҙғы осорҙа ҡороған үләнгә ут төртөү сәбәпле тотошлайы менән юҡҡа сыҡҡан ауылдар булды.

Янғын хәүефен иҫкәртеү өсөн һәр йорт хужаһы түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә тейеш:

- биләмәләрҙе үҙ ваҡытында сүп-сарҙан, кипкән япраҡ-үләндән таҙартырға;

- йорт-ҡаралты янына һыулы мискәләр ҡуйырға;

- бинанан ҡоролмаға ут күсмәһен өсөн янғынға ҡаршы һыҙаттар эшләргә;

- эҫе һәм көслө ел булған көндә усаҡ, мейес яҡмаҫҡа, янғын хәүефле эштәр башҡармаҫҡа;

- газ баллонын, тиҙ янған шыйыҡсаларҙы ҡарауһыҙ ихатала ҡалдырмаҫҡа;

- ватыҡ шешә, быялалар ҡояшлы көндә линза кеүек нурҙы йыя, һөҙөмтәлә уның аҫтындағы ҡоро үлән янырға мөмкин;

- электр селтәрҙәрен, көнкүреш приборҙарын, мейесте, газ плиталарын төҙөк булғанда ғына тотонорға, ҡулланғанда һаҡлыҡ сараларын күрергә; уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа; эшләгән приборҙарҙы, янған мейес-

те ҡарауҙы балаларға ҡушмаҫҡа.

Шуға бәйле, район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше бүлеге граждандарға сүп-сарҙы яҡмаҫҡа, ә уны заманса ысул менән утилләштерергә кәңәш итә. Бынан тыш, үрҙә әйтеп китеүебеҙсә, һәр кем ихатаһына һыулы мискә, ут һүндергес, бер нисә күнәк ҡуйырға тейеш. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләр мөлкәтте генә түгел, ә бәлки кемдеңдер ғүмерен һаҡлап ҡалыуы ихтимал.

Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн физик һәм юридик шәхестәргә 2 меңдән 400 мең һумға тиклем административ штраф һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған.

Бәлә-ҡаза була ҡалһа, Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә кеҫә телефонынан “101”, стационар телефондан “01” номерын йыйырға кәрәк.
Читайте нас: