Алыҫ 1918 йылдың 8 апрелендә йәш Совет республикаһы декреты менән төҙөлгән беренсе хәрби комиссариаттар быйыл үҙенең данлы юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан районда үткән байрам сараһы Красноусол ауыл советының хәрби-иҫәп бүлегендәге осрашыуҙан башланды. Бында хәрби комиссариаттың элекке һәм әлеге хеҙмәткәрҙәре, төрлө йылдарҙа хәрби комиссар вазифаһын башҡарыусылар йыйылды.
Артабан Геройҙар Аллеяһына, локаль бәрелештәрҙә һәләк булғандар, чернобылселәр һәйкәлдәренә сәскәләр һалынды. Байрамдың тантаналы өлөшө район мәҙәниәт һарайында үтте. Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров барыһын да юбилей менән ҡотлағандан һуң, хәрби комиссариат системаһында оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Н.А.Ожередованы район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссары полковник Фәйрүз Ғимаҙиев тыуған илебеҙ һағында торған Бөйөк Ватан, Афған һуғышы, локаль бәрелештәр ветерандары, хәрби хеҙмәт юлын һайлағандар һәм тыныс ваҡытта ил алдындағы бурысын үтәгәндәргә генә түгел, ә һәр кем өсөн мөһим булған байрамдың тарихына байҡау яһаны.
– Башҡортостанда беренсе хәрби комиссариат 1917 йылдың 12 декабрендә төҙөлгән. Шул йылдарҙан бирле данлы юл үткән хәрби комиссариаттар бер нисә тапҡыр үҙенең структураһын үҙгәртә. Республикабыҙ Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә ҙур өлөш индерә. Хәрби хеҙмәткә ул йылдарҙа 700 мең кешене, 6 уҡсы һәм 4 кавалерия дивизияһы, 4 бронепоезд оҙата, 140 мең кешегә мобилизация үткәрә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла хәрби комиссариаттар алдына ҙур бурыстар ҡуйыла: яуҙан ҡайтҡандарҙы ҡаршылау, сәләмәтлектәрен хәстәрләү, уҡыуға, эшкә урынлаштырыу, үлгәндәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү һәм башҡалар. Районда хәрби комиссариат бынан 80 йыл элек эш башлай. Уны өлкән политрук Х.Г.Ғәҙелшин етәкләй. Бөтәһе районда 21, Ауырғазы районы менән ҡушылғас тағы ла 4 хәрби комиссар эшләй был вазифала. Иң оҙаҡ эшләгәндәренән капитан П.И.Липатовты, подполковник А.П.Мигуновты, майор А.В.Вязовцевты билдәләп үтергә мөмкин. Әлеге көндә М.К.Йәнбәков һәм уның 3 ярҙамсыһы – Е.В.Вязовцева, Р.Ф.Нехорошева, Р.Р.Джумаева тырышлығы менән районда мобилизация эштәре яҡшы ойошторола. - Эшебеҙҙең уңышы төрлө ойошма, учреждениелар менән тығыҙ эшмәкәрлек алып барыуға бәйле, - тине военком һәм район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаровҡа, ауыл биләмәләре башлыҡтарына, Үҙәк район дауаханаһы, “Красноусол” шифаханаһы, Красноусол балалар санаторийы етәкселәренә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Район башлығын “Ватан һаҡсыһы” миҙалы, А.П.Мигунов, В.И.Герасимов, С.Н.Коновалов, А.М.Ишмаев, М.К.Йәнбәковты 100 йыллыҡ юбилей миҙалдары менән бүләкләне. Шулай уҡ тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәне уҡытыусылары Шәһит Мөхәмәҙиев (Сәйетбаба), Фаил Зәйнетдинов (Бурлы), район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, Красноусол ауыл советы белгестәре Р.Нехорошева, Е.Вязовцева, Р.Джумаеваға хәрби комиссариаттың Ма3тау грамоталарын тапшырҙы.
Байрам менән залдағыларҙы орбиталағы караптан “Роскосмос” космонавттары һәм хәрби комиссариат ветераны, подполковник А.П.Мигунов, район ветерандар советы рәйесе Э.Ә.Мөлөкова ҡотлағандан һуң, район мәҙәниәт һарайының сәнғәт оҫталары матур концерт күрһәтте.