Хәҙерге заманда йыш ҡына өлкәндәр үҫмерҙәрҙең “Мине бер кем дә аңламай!” тигән һүҙҙәренә көлөп ҡарай. Тап ошо һүҙҙәр бәлиғ булмағандарҙың ауыр тормош хәлендә булыуын билдәләй ҙә инде.
Балалар һәм үҫмерҙәр күп осраҡта үҙ аллы хәл итә алмаҫлыҡ хәлдәрҙә ҡала: төрлө конфликттар, көс ҡулланыу, стрестар, яңғыҙлыҡ... Уларҙың был турала кем менәндер һөйләшкеһе килә, үҙҙәрен аңлаған кешене эҙләй. Килеп тыуған сетерекле хәл менән балалар һәм үҫмерҙәр белгескә мөрәжәғәт итерҙән алда иптәштәре, дуҫтары, ғаиләһе менән уртаҡлаша. Улар был хаҡта ата-әсәһе менән һөйләшә икән, был ышаныс билдәһе. Тимәк, улар өлкәндәрҙең ярҙам итеренә ышана. Ләкин йыш ҡына ҡурҡҡанда, өмөтһөҙлөккә бирелгәндә кәңәш һорарҙай кеше юҡ икән, “Балалар өсөн ышаныс телефоны” ярҙамға килә. Был ойошма бөтә ил күләмендә 2010 йылдан бирле эшләй.
Ҡайһы бер осраҡтарҙа яҡындарыңа, туғандарыңа ҡарағанда таныш түгел кешегә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү еңелерәк була. Ышаныс телефоны консультанттары бушлай аноним ярҙам күрһәтә. Белгестәр үҙ-үҙеңде аңларға, кризислы хәлдән сығыу юлдарын, тормошта үҙ урыныңды табырға булышлыҡ итә.
Ышаныс телефонын: 8-800-2000-122 (ата-әсәләр өсөн: 8-800-347-5000) хәтерҙә ҡалдырыуы бик еңел. Уға стационар йәки кәрәҙле телефондан түләүһеҙ шылтыратырға мөмкин, хеҙмәттең тәүге шарты ошо. Ышаныс телефоны белгестәре менән балаларҙы ғына түгел, ата-әсәләрҙе лә борсоған проблемалар менән бүлешергә була. Бында һәр кемде иғтибар менән тыңлап, тейешле ярҙам күрһәтәсәктәр.
Һуңғы 5 йылда Рәсәйҙә был хеҙмәт менән 5 миллион кеше ҡулланған. Уларҙың яртыһынан күберәге – балалар һәм үҫмерҙәр. Бынан тыш 511934 ата-әсә һәм баланы опекаға алыусы кәңәш һораған.
Ышаныс телефонына шылтыратҡанда шылтыратыусының үҙ исемен, йәшәгән урынын йәки башҡа мәғлүмәттәрҙе әйтмәҫкә һәм үҙе теләгән ваҡытта һөйләшеүҙе туҡтатырға хоҡуғы бар. Ул әңгәмәнең яҙылмауын һәм уның эстәлеге сит кешеләргә таралмаясағын ныҡлы белергә тейеш, был ышаныс телефонының икенсе шарты.
Балаларҙы борсоған мәсьәләләрҙе сисеүҙә уларҙың ғына әүҙемлеге аҙ, әлбиттә. Шуға күрә өлкәндәрҙең даими иғтибары бик мөһим. Ауыр тормош хәлендә ҡалған һәр балаға ярҙам итеп, кемдеңдер ғүмерен һаҡлап ҡалырға ла мөмкин бит.