+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
1 Июнь 2018, 12:46

"Кәкүк сәйе" тәмле булды

Ауылыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙарының тырышлығы менән боронғонан килгән “Кәкүк сәйе” исемле байрам үткәрҙек.

Көн дә ҡояшлы, матур булды. Байрам ауылыбыҙ ҡойоһо - Диникә буйында ойошторолдо. Был байрамға бигерәк тә балалар һөйөнөшөп килде. Аш һәм сәй әҙер булғансы, балалар әсәй-өләсәйҙәр менән кинәнеп төрлө уйындар, олораҡ егеттәр футбол уйнаны. Ябай ғына итеп кесерткән һәм ыумас һалып аш бешерҙек. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре менән төрлө тәмлекәстәр, һауыт-һаба, кәрәк-яраҡ алып килде. Балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә ашты яратып ашаныҡ. Аҙаҡ самауыр сәйе менән һыйландыҡ. Байрам тәүге тапҡыр үткәрелеп, йолаһын бик белеп бөтмәһәк тә, һәр кем ҡәнәғәт ҡалды, бигерәк тә балалар өсөн ҙур һөйөнөс булды. Элекке уйындарҙы белмәйҙәр,”Бесәй-сысҡан”, “Аҡ тирәк - күк тирәк”, “Самауыр” һәм башҡа уйындарҙы уйнап, бирелгән наказдарҙы үтәргә өйрәнделәр. Бәләкәй булһалар ҙа, бер кемдең дә ҡалышаһы килмәне, рәхәтләнеп, оялып тормай күмәкләп бейеп тә алдылар.
Читайте нас: