+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
1 Июнь 2018, 13:37

“Яҙғы балда әйләнәбеҙ бала саҡтың һуңғы вальсын...”

Бер нисә йыл үткәрелеп килгән күркәм байрамға йыйылған уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләрҙән мәҙәниәт һарайының тамаша залында аяҡ баҫырлыҡ та урын юҡ ине. Алып барыусылар Эльвира Насирова менән гимназияның 9-сы класс уҡыусыһы Артур Кәримов тантананың төп сәбәпселәре – сығарылыш класс уҡыусыларын сәхнәгә саҡырҙы.

Мәғариф бүлеге начальнигы Зөһрә Әхтәмова уҡыу йылы һуҙымында республика олипиадалары еңеүселәре һәм призерҙарына: Александра Кузнецова (2-се мәктәп, 9 кл.), Гөлнур Ибәтуллина (КБГИ, 7 кл.), Динислам Басиров (КБГИ, 8 кл.), Рәмис Зыязетдинов (3-сө мәктәп, 9 кл.), Диана Йәғәфәрова (3-сө мәктәп, 8 кл.), Зөлхизә Зәйнуллинаға (Юлыҡ мәктәбе, 8 кл.) район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.

Ошондай уҡ грамоталар менән спорт буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшкән ун беренселәрҙе район хакимиәтенең йәштәр, социаль сәйәсәт, физик культура һәм спорт бүлеге етәксеһе Шамил Хәкимов бүләкләне. Улар: баскетбол буйынса республика ярыштарында уңышҡа ирешкән Владислав Яковлев, Арсен Ғөбәйҙуллин, Никита Шуваев (2-се мәктәп), полиатлон буйынса – Ильяс Фәхретдинов, Максим Швецов (1-се мәктәп), өҫтәл теннисында Роман Клементьев (3-сө мәктәп).

Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Рәүилә Мөхәмәҙиева сығарылыш класс уҡыусыларын ҡотланы, биләмә тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Заһир Зәйнетдинов (КБГИ), Ильяс Фәхретдинов (1-се мәктәп), Арсен Ғөбәйҙуллин (2-се мәктәп), Виктория Журавлеваға (3-сө мәктәп) Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Ата-әсәләр исеменән Наталья Иванова, Флүр Дәүләтбаев сығыш яһаны, егет һәм ҡыҙҙарға яҡшы кешеләр булып үҫеүҙәрен, тормошта үҙ урындарын табыуҙарын теләне. Һәр мәктәптең ата-әсәләре башҡарған моңло ла, дәртле лә йырҙар, “Эксклюзив” өлгөлө бейеү коллективы, Г.Ғәлиуллина, З.Зәйнуллина, Р.Зәйнуллина, К.Хәмитованың сығыштары байрамдың йәмле биҙәге булды.

Кисәнең икенсе өлөшөндә ун беренселәр араһында “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексының, “Марафет” матурлыҡ салоны (“ШЭ Алиса Хафизова”), “Персона” бөҙрәханаһының (“ШЭ Регина Кәримова”), “Истмен” фотосалоны (Павел һәм Анастасия Казанцевтар) сертификаттары уйнатылды.

2018 йылғы сығарылыш уҡыусыларының балы фойела ойошторолған төрлө уйындар һәм, әлбиттә, вальс бейеүе, күңелле дискотека менән дауам итте. Байрам һуңында ун беренселәр старт биргән тантаналы салют төнгө күк йөҙөн мең төрлө төҫтәргә биҙәне.
Читайте нас: