+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Июнь 2018, 12:19

Барыһы ла һеҙҙең өсөн, балалар!


Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Рәүилә Зөфәр ҡыҙы Мөхәмәҙиева сараға ата-әсәләре, туғандары менән килгән балаларҙы байрам һәм йәйге каникулдар башланыу менән ҡотлап, “Красноусол ауыл биләмәһендә 1455 мәктәпкәсә һәм 2154 мәктәп йәшендәге бала йәшәй. Биләмәлә эшләнгән күп эштәр улар өсөн башҡарыла. Һеҙ матур ял итһен өсөн “Йәшлек” паркында, бер нисә урамда уйын майҙансыҡтары булдырҙыҡ. Артабан да һеҙҙең өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү да-уам итәсәк”, тине.

Байрамда Ғаилә йылына арнап “Звезда” ра-йон гәзите иғлан иткән “Йондоҙло сәғәт” конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәрҙе Ғафури мәғлүмәт үҙәге директоры, “Звезда” гәзитенең баш мөхәррире Татьяна Николаевна Пискун бүләкләне. Өсөнсө урынға Аҡкүл ауылынан Павловтар ғаиләһе, 2-се мәктәп уҡыусыларының ата-әсәләре Ибраһимовтар һәм Зөлҡәрнәйевтар, икенсегә – Алтынсуриндар ғаиләһе һәм 10 “Б” класы (КБГИ), беренсе урынға – Вязовцевтар (1-се мәктәп) лайыҡ булды.

Байрам барышында сәхнәлә Балалар ижады үҙәгендә бейеү (“Альянс”, етәксеһе – С.Бакаева), “Эсперанто” (А.Әбделмәнова), вокал (Ә.Насирова), мәҙәниәт һарайында эшләп килеүсе бейеү -“Эксклюзив” (Э.Хөснөтдинова, О.Кирдеева), “Быҙыбыт” (И.Хәбибуллин), вокал коллективтарында (Э.Насирова), Балалар сәнғәт мәктәбендә (Ю.Литвинцев) шөғөлләнеүсе һәләтле балалар оҫталыҡтарын күрһәтте.

Район хакимиәтенең социаль, йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре менән берлектә ойошторған матур байрамды Балалар ижады үҙәге (директоры – И.П.Шаульская) педагогтары күңелле итеп алып барҙы: И.Васильева, шаян скоморохтар Г.Арыҫланова, Л.Рәхмәтуллина, Мәскәй – О. Григорьева кескәйҙәрҙең күңелен тамаша залында ҡыҙыҡлы йомаҡ-һорауҙар, төрлө эштәр менән асһа, әкиәт персонаждары булып кейенгән педагогтар – Р.Мирхәйҙәров, Р.Кинйәбаев, П.Бохармәтова, З.Баранова, Н.Шәйҙуллина асыҡ һауала ярыш-уйындар уйнатып, приздар таратты.

Көтөп алған йәйге каникулдың беренсе көнө балаларға байрамса кәйеф бүләк итте.


Читайте нас: