+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Июнь 2018, 16:00

Ишектәрен асты “төнгө музей”

Һәр йылдағыса, быйыл да 19 майҙа Халыҡ-ара музейҙар көнө уңайынан “Музейҙар төнө - 2018” Бөтә Рәсәй акцияһы үтте. Был төндө илебеҙҙең, республикабыҙҙың төрлө ҡала-райондарында йөҙләгән музейҙар үҙ ишектәрен асты һәм хеҙмәткәрҙәре мауыҡтырғыс саралар ойошторҙо.

“Музейҙар төнө” сараһына Еҙем-Ҡарандағы Баш-ҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейы ла әүҙем ҡушылды. Музей бик күп балаларҙы, уҡыусыларҙы, өлкәндәрҙе үҙенә йыйҙы. Акция ике теманы үҙ эсенә алып, М.Ғафури музейындағы сара

республикала иғлан ителгән “Ғаилә йылы”на арналды. Ул ғаилә ҡиммәттәрен, йолаларҙы һәм тарихты барлауҙы үҙ эсенә алды. Көндөҙ үк башланған сараға башта мәктәп уҡыусылары килде, музей мөдире – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсилә Нәжметдинова улар өсөн ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс программа әҙерләгәйне. Мөдир музей экспозицияһы, Мәжит Ғафуриҙың тормош юлы, ғаиләһенең рухи ҡиммәттәре менән таныштырҙы, уҡыусылар М.Ғафури һәм башҡа шағирҙарҙың шиғырҙарын тасуири уҡыны, йырҙар йырланы, йәнһүрәттәр ҡараны. Артабан сара саф һауала дауам итте: балалар асфальтта һүрәт төшөрөү конкурсында ҡатнашты, хәрәкәтле милли

уйындар уйнап кинәнде. Һәр береһе үҙҙәренә тәғәйен бүләктәрен алып, шатланышып таралышты.

Ҡояш байыуға иһә музей өлкәндәр менән тулды. Улар менән бер рәттән ялға ҡайтҡан йәштәр - студенттар ҙа, балалары менән килеүселәр ҙә булды. Сарала ҡатнашыусылар музей һәм уның эшмәкәрлеге менән танышып сыҡты. Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең элекке директоры Раҡия Ҡәҙерғолова, Зәйтүнә Искәндәрова (икеһе лә мәғариф ветераны), ирле-ҡатынлы Әлфиә менән Фринад Исҡужиндар, Мәрйәм Кейекбаева, Дилара Вәлиева хәтирәләре менән уртаҡлашты, маһир йырсы Фәниҙә Сәғитова халыҡ йырҙарын башҡарҙы. З.Искәндәрова менән Ә.Исҡужина үҙҙәренең ижад емештәрен – шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Еҙем-Ҡаран китапханаһы мөдире Гөлшат Рахманғолова сараға буш ҡул менән килмәгән, тарихсы С.Хәмиҙуллиндың Табын ырыуы вәкилдәренең документ-материалдарынан төҙөлөп, рус телендә нәшер ителгән “История башкирских родов Табын” китабын презентацияланы. “Музейҙар төнө” сараһын уҙғарыуҙа Рәсилә Зиннәт ҡыҙының уң ҡулы - музей хеҙмәткәре Исамутдин Нәжметдинов ярҙам ҡулы һуҙған. Фәһемле кисә музей мөдире ойошторған сәй табыны артында дауам итте. Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе хакимиәте ярҙамы һәм сараға килеүселәрҙең оҫта ҡулдары менән әҙерләнгән ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, сәй эсеү менән тамамланды. Музейға кистән килеүселәргә был фәһемле сара бик ныҡ оҡшаны, рухи байлыҡ туплап, ҡәнәғәт булып таралыштылар.
Читайте нас: