-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
13 Июнь 2018, 12:40

Яныңда терәгең булыуы бәхет бит ул

Татар Саскүле ауылында ауылдаштарына өлгө булып йәшәүсе Фәриҙә менән Сәхиулла Ғүмәровтар июль айында ғаилә ҡороп йәшәй башлауҙарының 60 йыллығын – гәүһәр туйҙарын билдәләйәсәк.

Ғаилә башлығы Сәхиулла Динислам улы Ауырғазы ра-йоны Ғүмәр ауылында тыуып үҫә, ә хужабикә Фәриҙә Хазинур ҡыҙы Татар Саскүле ауылынан.

Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтып, ҡом карьерында яңы ғына эш башлаған егеттең һауынсы ҡыҙға күҙе төшә. Тимерҙе ҡыҙыуында һуға егет, тәү күреүҙән ғашиҡ булған ҡыҙҙы урлап ала ла ҡайта. Һәм ҡыҙ йортона һоратырға киләләр. Ризалыҡ ала егет. Шулай итеп, ике йәш йөрәк үҙҙәренең никахын законлы итеп теркәтеп тә ҡуя. “Заманына күрә никахыбыҙ бик яҡшы үтте”, - тип бынан 60 йыл элек булған ваҡиғаларҙы иҫтәренә төшөрә Ғүмәровтар. Өйләнешкәс, Татар Саскүлендә йәшәй башлаған йәштәр бында төпләнергә ҡарар итә.

Бына шул замандан 60 йыл ғүмер алты көндәй һиҙелмәй генә үткән дә киткән. Сәхиулла ағай 80 йәштән уҙып, Фәриҙә апай 80 йәшенә аяҡ баҫһа ла, йәшлектәге мөләйемлектәрен юғалтмағандар. Бер-береһен бик аҙ ваҡыт ҡына күреп-белеп өйләнешһәләр ҙә, бер-береһенә ҡарата хистәре һүрелмәгән әле уларҙың. Бер-береһенә ауыр һүҙ әйтеп, күңелдәрен китмәй, ҡәҙерләп, татыулыҡта, матур, йәғни дөрөҫ йәшәгәнгә лә шулайҙыр ул.

Ҡатын бәхете ирҙән, тигәндәй, Фәриҙә апай бәхетенә юлында үҙе өсөн өҙөлөп торған, шул тиклем дә һәйбәт Сәхиуллаһы осрауын яҙмыш бүләге тип һанай. “Алтын ир булды, уның кеүек ир бер ҡайҙа ла юҡ”, ти ул. Тормош юлдашына рәхмәт һүҙҙәрен шиғыр юлдарына һалған:

Рәхмәтем ҙур һиңә, Сәхи йәнем,

Бер ҡасан да мине ҡаҡманың.

Теләһә ниндәй яман һүҙҙәр менән

Йөрәгемә уҡтар атманың,

Тормошомда мине ҡаҡманың.

Йортобоҙҙа һәр саҡ

муйыл сәскә атһын,

Ә беҙ ҡарайыҡ ҡойолоп бөткәнсе.

Ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәйек әле

Тормош һуҡмағыбыҙ бөткәнсе.

Карьерҙа тракторсы булып эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған Сәхиулла ағай ғүмере буйы ат баҡҡан. “Машинам булмауға бер ҙә үкенмәйем, ғүмерем буйы ат аҫрап, ул йомош-юлға тоғро дуҫым - юлдашым булды”, ти ул. Фәриҙә апай иһә Ҡөрьән-намаҙ уҡый, доғалары менән ил-көнгә именлек, изгелек-яҡшылыҡтар теләй.

Ғүмәровтар 3 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. 10 ейән-ейәнсәрҙең, шунса уҡ бүлә-бүләсәрҙең яратҡан өләсәй-олатаһы, ҡартнәнәй-ҡартатаһы ла улар. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр. Балалары атай-әсәйҙәренә оҡшап тырыш, тәүфиҡлы, итәғәтле булып үҫә. Бөгөн иһә һәр береһе башлы-күҙле булып айырым донъя көтәләр. Иң өлкәне – Хәлиҙәгә 57 йәш, Ҡыуғанаҡта йәшәй, кирбес заводында эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған, 2 ул, 2 ҡыҙ әсәһе. Иң кесеһе Резеда ла ғаиләһе менән ошо ауылда төпләнгән, уның да 4 балаһы бар. Сажиҙәләре педагог һөнәре һайлап, Салауат ҡалаһының маһир уҡытыусыһы булып танылған. Ул, ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.

Эскерһеҙ, матур күңелле, яҡты йөҙлө Ғүмәровтар бына шулай яҡындары, ауылдаштары һәм күптәр өсөн өлгө булып, тиңлектә-тигеҙлектә ҡартлыҡ бәхете кисереп йәшәй.
Читайте нас: