+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
22 Июнь 2018, 17:26

Малыңа хужа бул!

Төрлө саралар күрелеп, мал уғрылары асыҡлана һәм енәйәт ҡылыусылар үҙ язаһын ала, әммә сит мөлкәтте үҙ ҡулына төшөрөргә яратыу-сылар һаны кәмемәй.

2017 йыл йомғаҡтары буйынса Ғафури районы биләмәһендә мал урлауҙың 18 осрағы теркәлде: Ҡауарҙы, Имәндәш, Бурлы, Ташбүкән ауыл биләмәләрендә – 3-әр, Сәйетбаба, Табын ауыл биләмәләрендә – 2-шәр, Аҡкүл, Бельский ауыл биләмәләрендә 1-әр. Нигеҙҙә иректә йөрөгән малдар кистән һәм төндә, көтөү насар ойошторолған йәки бөтөнләй ойошторолмаған ауылдарҙа бәйҙә торған малдар юғалыусан.

Бындай енәйәттәргә юл ҡуймау маҡсатында шуны тәҡдим итәбеҙ: малды сиратлап көтөүҙе ойошторорға; малды төнгөлөккә бәйләп ҡалдырмаҫҡа һәм үҙ иркенә ебәрмәҫкә.

2018 йылда район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре малдарын үҙ иркендә йөрөткән мал хужаларын асыҡлау һәм административ яуапҡа тарттырыу буйынса профилактик рейдтар уҙғарасаҡ.


Читайте нас: