Бөгөн Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Районыбыҙ юлдарында тәртип һәм именлекте 10 кешенән торған ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре (6-һы – юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары) һаҡлай. Һөнәри байрамдары уңайынан ЮХХДИ начальнигы, полиция майоры Жәлил Әнүәр улы ҒӘЙНУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:
- Беҙҙең ЮХХДИ хеҙмәт-кәрҙәренә юлдарҙа хәрәкәт хәүефһеҙлеген, именлекте тәьмин итеү бурысы йөкмәтелгән. Был тәңгәлдә инспекторҙарыбыҙ һынатмай, юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүҙә бар тырышлыҡтарын һалып эшләйҙәр, бурыстарына етди, яуаплы ҡарайҙар. Ағымдағы йылдың 5 ай арауығында улар тарафынан төрлө кимәлдәге административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙың 3127 осрағы теркәлде. Ошо арауыҡта районыбыҙ юлдарында зыян күреүҙәр менән 9 юл-транспорт ваҡиғаһы (былтырғы менән сағыштырғанда 2-әүгә кәмерәк) теркәлде.
Эскән килеш транспортҡа идара итеүселәргә ҡаты яза бирелеүгә, шулай уҡ енәйәт яуаплылығына тарттырылыу янауына ҡарамаҫтан, хәл үҙгәрмәй, улар ғәйебе менән юл-транспорт ваҡиғалары булып тора. Руль артына “төшөрөп” ултырған 94 водитель асыҡланды, 20 кешегә енәйәт эше асылды. Суд ҡарары менән 40 кеше водитель таныҡлығынан мәхрүм ителде, 11 кешегә административ ҡулға алыу, 108 кешегә административ штраф һалыу ҡарары сығарҙы. Йәйәүлеләр тарафынан 134 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлде.
Автомашинала хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәй йөрөүҙең - 431 (былтырғы менән сағыштырғанда 44-кә күберәк), ҡаршы яҡ юл һыҙатына сығыуҙың 102 осрағы (28-гә күберәк) теркәлде.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 4 млн 98 мең 500 һумлыҡ (2 млн 484 меңдән ашыуы – ЮХХДИ, 1 млн 613 мең һумдан ашыуы суд аша) административ штрафтар һалынһа, шуның 3 млн 944 мең 500 һумы түләттереп алынды.
Беҙҙе районыбыҙҙа юлдар торошо һәм юл билдәләре мәсьәләләре лә борсой. Улар буйынса етешһеҙлектәр бар икән, ГОСТ талаптары үтәлһен өсөн юл төҙөү-ремонтлау идаралығына, ауыл биләмәләре хакимиәттәренә күрһәтмәләр бирелә, протоколдар төҙөлә. Үҙ биләмәһендәге юлдарҙы ремонтлауға, уларҙы тәртиптә тотоуға, юл билдәләренә әһәмиәт бирмәгән 74 вазифа биләүсе шәхескә күрһәтмәләр бирелде.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен, коллегаларҙы һәм ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Хеҙмәттәренең – уң, юлдарының хәүефһеҙ булыуын, еңел булмаған яуаплы эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, хеҙмәт бурыстарын һәр ваҡыттағыса яуаплылыҡ менән башҡарыуҙарын, ғаиләләренә именлек, байрамса кәйеф теләйем.