+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Июль 2018, 12:38

Хеҙмәтенән шатлыҡ таба

Тырыштар хеҙмәтенән бәхет, шатлыҡ, йыуаныс табып эшләй, йәшәй белә. Альфира Ғөбәй ҡыҙы Хисамова тап шундайҙарҙың береһе. Уның почта өлкәһендәге хеҙмәт юлы 1987 йылда башлана.

Ҡормантау ауылында тыуып-үҫеп, мәктәпте тамамлағас, бухгалтер һөнәрен һайлаған ҡыҙ элекке “Ғафури” совхозында ошо яратып һайлаған һөнәре буйынса эш башлай. Әммә үҙгәртеп ҡороу елдәре совхозға ла ҡағылғас, ул яҙмыш ҡушыуы буйынса эшмәкәрлеген икенсе юҫыҡта дауам итергә ҡарар итә. Яуаплы хеҙмәткәргә Павловка почта бүлексәһе начальнигы йөгөн ышанып тапшыралар. Һәм эш башлауы әле генә кеүек булһа ла, байтаҡ ҡына ғүмер үтеп тә киткән. Йылдың-йылы подписка, тауарҙар һатыу, йәғни тауар әйләнеше планын да тотороҡло үтәп килгән бүлексәләрҙең береһе. Әлбиттә, 31 йыл ғүмерен был тармаҡҡа бағышлаған Альфира Хисамованың почта бүлексәһендәге эште уңышлы алып барыу һөҙөмтәһе.

Ысынлап та, төп бурыстары – ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙҙырыу һәм уларҙы халыҡҡа таратыуҙан тыш, әллә күпме хеҙмәттәр күрһәтә бөгөн почта. Башҡа поч-та бүлексәләре кеүек Павловка почтаһы ла халыҡҡа сауҙа хеҙмәте күрһәтеү йәһәтенән магазиндарҙан һис ҡалышмай, ауыл халҡын төрлө кимәлдәге тауарҙар менән тәьмин итә, заявкалар менән дә эшләй. Ә гәзит-журналдарға яҙҙырыу менән бер рәттән электр энергияһы, газ яғыулығы өсөн һәм башҡа түләүҙәрҙе ҡабул итеү, отчет биреү, почтальондар эшмәкәрлеген контролдә тотоу һәм башҡа бик күп эштәр почта бүлексәһе начальнигы иңенә һалынған. Күренеүенсә, почта бүлексәһе начальнигы һәм почтальондарҙың эш күләме бик ҙур. Әммә ҙур тәжрибәгә эйә булып, эшенең нескәлектәрен яҡшы белгән Альфира Ғөбәй ҡыҙы уларҙың барыһын да ауырһынмай, еренә еткереп, яратып башҡара. Тармаҡ ниндәй генә үҙгәрештәр кисермәһен, ул үҙенең яратҡан коллективынан айырылманы һәм хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, намыҫлы хеҙмәт итеүен дауам итә.

7 ауылды берләштергән Павловка почта бүлексәһендә 3 почтальонка эшләй. 12 йыл ғүмерен был еңел булмаған хат ташыусы эшенә бағышлаған Нажия Хисаметдинова Яңы Бурлы, Березовка, 11 йыл эшләгән Лилиә Хисамова Павловка, Әхмәт, Любовь Гапонова (хеҙмәт стажы – 6 йыл) иһә 8 өйлө Победа, Героевка (14 йорт бар), Архангелка ауылдарын хеҙмәтләндереп, гәзит уҡыусыларға матбуғат баҫмаларын үҙ ваҡытында килтереп еткерә.

- Почтальонка ҡыҙҙарымдың барыһы ла уңғандар, тырыштар, минең оло ярҙамсыларым. Пландар үтәлешендә, әлбиттә, уларҙың да өлөшө тос, уларһыҙ уңыштарға өлгәшеп тә булмаҫ ине. Бына июнь айында күмәк тырышлыҡ менән 190 мең һумлыҡ тауар һатыуға ирештек, - ти бүлексә начальнигы Альфира Ғөбәй ҡыҙы.

Намыҫлы, тырыш хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған мөләйем ҡатын эшенә бик яуаплы ҡарай. Эшендә генә түгел, тормошта ла уңған, тырыш, бөтмөр Альфира апайҙың ғүмер юлдашы Зөфәр ағай – төп терәк-таянысы. 41 йыл бер төптән булып, татыулыҡта йәшәү осоронда улар бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап ғүмер йомғағын һүтә. Хисамовтар 3 улға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарғандар. 2 ейән, 3 ейәнсәрҙең яратҡан олатай-өләсәһе лә.

- Альфира Ғөбәй ҡыҙы алдынғы, тәжрибәле, өлгө итеп ҡуйырҙай почта бүлексәһе начальниктарының береһе. Ундайҙар менән эшләүе беҙгә лә еңел. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан беҙ уны юғары наградаға - “Башҡортостан Республикаһының почта хеҙмәте отличнигы” тигән маҡтаулы исемгә тәҡдим иткәнбеҙ, - ти Талбазы почтамты начальнигы Гүзәл Тимербулатова.

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, тигәндәй, һөҙөмтәле эше, ауырлыҡтарға ҡарамайынса пландарын үтәгәне, почта тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн лайыҡ ул хөрмәткә.

Башҡаларға сағыу өлгө булыу – ныҡышмал хеҙмәттең һөҙөмтәһе ул. Павловка почта бүлексәһе начальнигы Альфира Хисамованы һәм почтальонкаларҙы һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, киләсәктә лә тик уңыштар юлдаш булыуын, иҫәнлектә-һаулыҡта эшләргә һәм йәшәргә яҙһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.


Читайте нас: