+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Июль 2018, 13:14

Матбуғатҡа арналған аҫыл ғүмер

Яҙмыш ҡушыуы буйынса районыбыҙҙан ситкә сығып китеп, илебеҙгә лайыҡлы хеҙмәт итеп, тыуған яғына һәм райондаштары йөҙөнә тап төшөрмәй, ҡайҙа ғына эшләһә лә абруй ҡаҙанып, юғары, маҡтаулы исемдәргә эйә булған яҡташтарыбыҙ бихисап. Бөгөнгө яҙмала тап шундайҙарҙың береһе – Миҙхәт Шәрипов (һүрәттә) менән таныштырып үтмәксебеҙ.

Сәйетбаба ауылында Хәфиҙә Сәхәүетдин ҡыҙы менән Вилдан Әйүп улы Шәриповтарҙың ишле мөғәллимдәр ғаиләһендә донъяға килә Миҙхәт. Атай-әсәһе Толпарға балалар уҡытырға ебәрелгәнлектән, 1963 йылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тап ошонда тамамларға насип була уға. Артабан белем та-уына үрләүен Сәйетбаба урта мәктәбендә дауам итә. Мәктәп йылдарында уҡ яҙыша башлаған ижади күңелле малай “Башҡортостан пионеры” гәзитенең әүҙем йәш хәбәрсеһе булып китә. Тормоштан алып яҙылған мәҡәләләре ра-йон гәзите биттәрендә лә донъя күрә. Тап матбуғат баҫмалары менән дуҫлығы ғүмерлек һөнәрен һайлауға булышлыҡ итә лә инде.

Шуға ла 1966 йылда өлгөргәнлек аттестаты алғас, оҙаҡ уйлап тормай егет, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында уҡ киләсәктә урыны тап журналистар сафында буласағын яҡшы аңлай. Университетты уңышлы тамамлап, диплом менән бергә лейтенант званиеһы алып сыға һәм ике йыл Байкал аръяғы хәрби округында взвод командиры булып әрме хеҙмәтен тултыра. Һуңынан Миҙхәт Вилдан улы капитан дәрәжәһендә отставкаға сыға. Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, бер йыл Дарьино (Аҡкүл) урта мәктәбендә военрук һәм рус теле уҡытыусыһы булып эшләй.

Бер аҙ хеҙмәт сынығыуы алған М.Шәрипов үҙенең хыялын бойомға ашырып, тормош юлын журналистика менән бәйләргә ҡарар итә. Матбуғаттағы хеҙмәт юлы 1974 йылдың ноябрь айынан башлана. Мәләүез районының “Путь Октября” гәзитендә эш башлаған йәш белгестең ижади һәләте тиҙ асыла, оҙаҡ йылдар был матбуғат баҫмаһында ауыл хужалығы бүлеген етәкләй. Гәзит эше ентеклелек тә, отҡорлоҡ, яуаплылыҡ та, ижади ҡомар ҙа талап итә. Был сифаттарҙың барыһы ла булған һәләтле журналисты 1978 йылда СССР Журналистар союзына ҡабул итәләр. Үҙенең ижади активлығын үҫтерә барған Миҙхәт Вилдан улы башҡа республика баҫмалары менән дә хеҙмәттәшлек итә: “Совет Башҡортостаны”, “Советская Башкирия”, “Кызыл таң”, “Ленинец” гәзиттәренә, рус телендә нәшер ителгән “Агитатор блокноты” журналына даими яҙыша. “Йәшлек”, “Йәншишмә” республика гәзиттәрендә яҡташтары – уңған ғаиләләр хаҡында, шулай уҡ мәктәптәргә арналған күп мәҡәләләр М.Шәрипов авторлығында сыға. Актуаль темаларға мәҡәләләр баҫтырып сығарыу менән бер рәттән ул үҙен башҡа жанрҙарҙа ла һынап ҡарай. Уның тәүге очерктары “Совет Башҡортостаны” гәзите биттәрендә донъя күрә.

1982 йылдың мартында Миҙхәт Шәрипов “Совет Башҡортостаны” респуб-лика гәзитенә эшкә күсә. Артабан был баҫманың Октябрьский төбәге буйынса үҙ хәбәрсеһе булып китә. Үҙ эшенә яуаплы ҡарау, ижтимағи тормошта актив позицияла тороу, ижади эҙләнеүҙәр уға танылыу килтерә лә инде. Сәйәси яҡтан да өлгөргән журналист булараҡ, 1990 йылдың июленән ул КПСС-тың тарихи ХХVIII съезының матбуғат үҙәгендә эшләй. 1999-2011 йылдарҙа “Кызыл таң” гәзитенең Туймазы төбәге буйынса, 2011-2012 йылдарҙа “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып хеҙмәт юлын дауам итә. Уҡымлы мәҡәләләре менән үҙ уҡыусылары һәм йәмәғәтселек араһында ҙур абруй менән файҙаланған М.Шәрипов ике тапҡыр “Башҡортостан” гәзитенең лауреаты исеменә лайыҡ була. Шулай уҡ үҙ хәбәрсенең ижади уңыштары бер нисә тапҡыр баш мөхәррирҙең махсус бүләге менән дә билдәләнә.

40 йылға яҡын ғүмерен матбуғат өлкәһенә бағышлаған абруйлы шәхес Миҙхәт Вилдан улы Шәрипов Башҡорт АССР-ы Юғары Советы президиумының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. Ул “Башҡортостан Республикаһының ат-ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем йөрөтә. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы булып тора.


Читайте нас: