Рәсәй почтаһы – үҫешкән йәмғиәттең айырылғыһыҙ өлөшөн тәшкил итеүсе аралашыу сараһы. Ул иҡтисад үҫешенә булышлыҡ итә, кешеләргә киң аралашыу мөмкинлеге бирә. Почта хеҙмәте халыҡ араһында абруй һәм һорау менән файҙаланыла. Яңы технологиялар нигеҙендә заманса хеҙмәттәр булдырыу менән бергә һеҙ халыҡҡа матбуғат баҫмаларын, пенсия, пособиеларҙы үҙ ваҡытында алып барып еткереп, ҙур эш башҡараһығыҙ. Артабан да эшегеҙгә яуаплы ҡарарһығыҙ, район халҡы файҙаһына намыҫ менән хеҙмәт итерһегеҙ, тип ышанам. Тынғыһыҙ эшегеҙҙә ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡтарҙан ғына торған яҡты көндәр теләйем.