+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10 Июль 2018, 13:05

Тормошо матур йыр кеүек

Кеше ғүмер үренә артылғанда бар тормошона байҡау яһай. Яратып башҡарған эшең, ҡорған донъяң, үҫтергән балаларың, эргә-тирәләгеләрҙең мөнәсәбәте быны асыҡ сағылдыра. Арабыҙҙа йәшәлгән ғүмере һоҡландырған кешеләр бихисап. Шундайҙарҙың береһе – бар ғүмерен медицина өлкәһенә бағышлаған Ләлә Ғәзизова.

Ләлә Ишдәүләт ҡыҙы сығышы менән Ейәнсура районынан. Ҡужанаҡ ауылында күмәк – 7 балалы, атай-әсәйле (80-90 йәшкә етеп мәрхүм булғандар) ғаиләлә буй еткерә. Тыуған ауылында башланғыс, күрше Инәктә урта мәктәпте тамамлап, яҙмышын медицина менән бәйләргә ҡарар иткән ҡыҙ Өфөгә, Башҡорт дәүләт медицина институтына юллана. Тап ошо йылда асылған санитар-гигиена

факультеты талибәһе булып китә. 6 йыл ғүмер тиҙ үк үтеп тә китә, факультеттың тәүге сығарылышы булған юғары белемле медиктар төрлөһө-төрлө яҡтарға эшкә юллана. Ә Ләлә Ишдәүләт ҡыҙы һуңғы курста уҡығанда БДУ-ның филология факультетында белем алған буласаҡ уҡытыусы – Ғафури егете Әнүәр Ғәзизов менән яҙмышын бәйләгән. Һәм хәләл ефете ҡулына диплом алғас ҡына йәш ғаилә 1977 йылда Красноусолға килеп төпләнә. Ләлә апай санэпидемстанцияға табип-эпидемиолог булып эшкә урынлаша. Бында хеҙмәт сынығыуы алып, бер аҙ үҙ эшенең асылына төшөнөп, тәжрибә туплағас, “Красноусол” шифаханаһына лаборатория табип-лаборанты булып эшкә күсә. Өс тиҫтә йыл эшләгәс, бер нисә йыл дөйөм гигиена буйынса табибә йөгөн дә тарта. Төп эшенән тыш, йәмәғәт эштәрен дә күңелен биреп башҡара ул. 1997-2004 йылдарҙа шифахананың вәкәләтле органы рәйесе вазифаһын да алып бара, заманында ветерандар советы рәйесе лә була. Медицина йылдан-йыл үҫешә, шуға ла табиптарға белемдәрен даими камиллаштырып тороу зарур. Л.Ғәзизова Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ташкент ҡалаларында белем кимәлен күтәреп, юғары категорияға эйә була.

Изге лә, тынғыһыҙ ҙа булған табип һөнәрен тормошто яратҡан, күңеле кешеләргә ҡарата изгелек менән тулы кешеләр генә һайлайҙыр. 40 йыл ғүмерен ошо изге эшкә бағышлаған, хәҙер хаҡлы ялдағы Ләлә Ишдәүләт ҡыҙы үҙе хеҙмәт иткән коллективында ла, халыҡ араһында ла ихтирам ҡаҙанған кеше, үҙ һөнәренең бөтә нескәлектәрен белгән, тәжрибәһен йәштәр менән ихлас уртаҡлашып эшләне. Юғары категориялы табибә Ләлә Ғәзизова “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы”, “БР-ҙың атҡаҙанған табибы” исемдәрен лайыҡлы йөрөтә, республика, шифахана, район Советы, хакимиәте тарафынан бирелгән иҫәпһеҙ-һанһыҙ Маҡтау грамоталары күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтенә оло баһа.

Әммә ҡатын-ҡыҙ ниндәй генә яуаплы эште башҡармаһын, эшлек-ле хеҙмәткәр булмаһын, ул ғаилә усағын һаҡлаусы булып ҡала. Ләлә Ишдәүләт ҡыҙының шәхси тормошо ла өлгө алырлыҡ. Яуаплы эшенән бушаған арала йорттағы эштәр уртаһында ҡайнай, оҫта итеп аш-һыу әҙерләргә лә өлгөрә, гөл-сәскәләр үҫтерергә ярата. Ғүмер юлдашынан да уңа ул. Әнүәр Әсҡәт улы тормошта уның таянысы, уң ҡанаты була алған. Студент йылдарында бер-береһен табышып, яратышып өйләнешкән Ғәзизовтарҙың ғаилә нигеҙе ныҡлы ҡоролған – һөйөү һәм ихтирам тулы тормошта иңде-иңгә терәп бөгөнгәсә, бына 43 йыл инде бергәләр. Татыулыҡта, йәшлектәге хистәрен һүрелтмәй һаҡлап, кешеләрҙе һоҡландырып йәшәйҙәр. Мөхәббәт емештәре булып ул һәм ҡыҙ донъяға килгән. Улдары Булат Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура факультетын тамамлаған, Себер тарафтарында эшләй. Ҡыҙҙары Лилиә әсәһе юлын дауам итеп, БДМУ-ла табибә һөнәренә уҡып сыҡҡан. Әлеге мәлдә Красноусол

үҙәк район дауаханаһында табип-терапевт булып эшләй. Ғаилә ҡороп, атай-әсәһенә олатай-өләсәй булыу бәхетен насип иткән, тормош иптәше – Игенйылға ауылы егете Артур менән 4 йәшлек Тимурҙы тәрбиәләп үҫтерәләр.

Ә Әнүәр Әсҡәт улын районда белмәгән кеше бик һирәктер. Күптәргә ул педагог булып түгел, ә билдәле, һәләтле артист булараҡ таныш. Уға мөғәллимлек итеүҙән тыш, бер нисә йыл район мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эшләргә лә тура килә. 25 йылдан ашыу ғүмерен Красноусолдағы 3-сө мәктәптә уҡыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүгә арнаған һәләтле уҡытыусы хәҙер инде хаҡлы ялда. Төп эшендә маҡтаулы, бик күп Маҡтау грамоталары, “Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы отличнигы” юғары исемен, шулай уҡ “БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “Халыҡ театрының атҡаҙанған артисы” исемдәренә лайыҡ булған Әнүәр ағай район мәҙәниәт һарайы эргәһендәге драма түңәрәгенең, “халыҡ театры”ның арҡа һөйәге булды, тиһәң һис арттырыу булмаҫ. Һанай китһәң, сәхнәнән төшмәй, спектаклдәрҙә бихисап төп ролдәрҙе башҡарҙы, өҫтәүенә, маһир йырсы ла ул.

Ғәзизовтар үҙ көстәре менән һалып ингән йорттарында матур

донъя көтәләр, баҡса үҫтереп, донъяларын гөл-сәскәгә күмеп йәшәйҙәр. Уларҙы бәхетте ҡыуып етергә тырышып түгел, ә уның үҙе булып йәшәгән парҙар, тип әйтер инем.

Оҙаҡ йылдар “Красноусол” шифаханаһында эшләп, әле лә коллективтағы бар яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынып, әүҙем тормош алып барған, йөҙөндә күңел зирәклеге, аҡыл ҡеүәһе сағылған Ләлә Ишдәүләт ҡыҙына сәләмәтлек, Әнүәр Әсҡәт улы менән парлы ғүмерҙәрен йырлы итеп, тиңлектә-тигеҙлектә, шатлыҡтарға тулы оҙон ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ.
Читайте нас: