+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
13 Июль 2018, 12:14

Ғаилә - ил тотҡаһы

Рәсәйҙә 2008 йылдан алып 8 июлдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан уҙған йомала ЗАГС залында матур байрам сараһы үтте. Күркәм кисәгә тормош юлын 50 йыл иңгә-иң терәп уҙған – алтын туйҙарын билдәләгән – Фәриҙә Ғәбделхәй ҡыҙы менән Рафаил Фәтҡолислам улы Саттаровтар, Зәйтүнә Әбделғәлим ҡыҙы һәм Миңлеғәле Хажғәле улы Мәрҙәновтар ғаиләһе саҡырылды.

Теүәл 50 йыл элек Рафаил атлы егет Фәриҙә исемле ҡыҙға өйләнә һәм шул көндән башлап улар Саттаровтар тигән бер фамилияны йөрөтә башлай. Ярты быуат ғүмер үткән һәм хәҙер был татыу ғаилә бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, бер ейәнгә олатай-өләсәй булғандар. Рафаил Фәтҡолислам улы район газ хеҙмәтендә – мастер, артабан һалым инспекцияһында инспектор, Фәриҙә Ғәбделхәй ҡыҙы почтала бухгалтер булып эшләп, икеһе лә хеҙмәт ветераны булып, хаҡлы ялға туҡтағандар.

Красноусолда йәшәүсе бер-береһенә тамсы һыу кеүек оҡшаған Зәйтүнә һәм Миңлеғәле Мәрҙәновтар ҙа мөхәббәтле ғүмер юлы үтеп, алтын туйға килеп еткәндәр. Ғаилә башлығы ПУЖКХ-ла водитель булып хеҙмәт юлын үткән, ә хужабикә леспромхозда эшләгән, хеҙмәт ветерандары. 4 балалары һәм 9 ейән-ейәнсәрҙәре, бер бүләләре – ғаиләнең төп байлығы.

Юбилярҙарҙы ЗАГС бүлеге мөдире Зәлифә Сәйфуллина ҡотланы. Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова тәбрик һүҙҙәрен әйтеп, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Ҡотлауын уҡып ишеттерҙе һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы. Ҡотлауҙарға район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Зәйнуллина ла ҡушылып, юбилярҙарға сәскә гөлләмәләре бүләк итте.

Кисәлә йәнә бер ғаилә пары – быйыл ынйы туйҙарын – бергә йәшәүҙәренең 30 йыллығын билдәләйәсәк Татьяна Алексеевна менән Марс Мөхәмәт улы Хәйруллиндар тәбрикләнде. Улар Рәсәй Президенты Указы нигеҙендә булдырылған “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” үҙенсәлекле миҙалы менән бүләкләнде. 25 йыл эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Хәйруллиндарҙы район хакимиәте исеменән Альбина Ғәзизова ҡотлап, был үҙенсәлекле миҙалды һәм хакимиәттең Маҡтау грамотаһын тапшырҙы. Хәйруллиндар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән, бер ейәнсәрҙәре – ҙур ҡыуаныстары.

Тантана барышында юбилярҙар хөрмәтенә мәҙәниәт һарайы һандуғасы Рәзилә Хәбибуллина, “Землячки” йырсылары башҡарыуында йырҙар, Сергей Князевтың саксофон моңдары яңғыраны. Йыр-моң оҫтаһы Марс Хәйруллин да йыр башҡарҙы. Ғаилә парҙарына Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнөң билдәһе – аҡсәскә гөлләмәләре бүләк ителде. Юбилярҙарҙы балалары,туғандары, дуҫтары ҡотланы.

Байрам сараһы хужалары – ғаилә парҙарының һәр ҡайһыһы ЗАГС бүлегенең “Почет кенәгәһе”нә ҡултамғаларын ҡуйҙы. Бәхетле парҙар йәшлектәрен иҫтәренә төшөрөп вальс та әйләнде.

Ғаилә – ил тотҡаһы, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Ошондай ныҡлы, татыу, өлгөлө ғаиләләр күберәк булһын, һеҙҙәй ғаиләләрҙең мөхәббәтле тормош юлы быуындан-быуынға күсә килһен һәм 10 йылдан һуң 60 йыллыҡ гәүһәр (бриллиант) туйығыҙҙы билдәләргә көтөп ҡалабыҙ, тигән теләктә ҡалды байрам сараһын уҙғарыусылар.
Читайте нас: