+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
13 Июль 2018, 11:46

Ауылыбыҙҙың ҡото улар

Ташлы ауыл мәҙәниәт йортонда Рәсәйҙә 2008 йылдан башлап уҙғарылып килгән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арнап ҙур сара уҙғарылды.

Ауыл мәҙәниәт йортона 25, 30, 35, 40 һәм 50 йыл бергә-бергә татыу йәшәгән ғаилә парҙары саҡырылды. Һәүәҫкәр артистар ошо темаға арнап, бай йөкмәткеле концерт программаһы әҙерләне.

Зоя менән Геннадий Королевтар бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын – алтын туйҙарын билдәләне. Зоя Архиповна бар ғүмерен үҫеп килеүсе йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаны – ғүмер буйы Ташлы мәктәбендә, һуңғараҡ Умартасылыҡ сов-хозында башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләне. Геннадий Анатольевич ярҙамсы хужалыҡта эшләне, әле лә әүҙем тормош алып бара, күпләп мал аҫрайҙар, малға бесән әҙерләйҙәр.

Байғужиндар ғаиләһе бергә йәшәүҙәренең 40 йыллығын билдәләне. Земфира Рафаэль ҡыҙы – математика, Риф Янбай улы физика уҡытыусыһы. Риф Янбай улы әле лә Ташлы мәктәбендә эшләүен дауам итә. Улар өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр, 5 ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй-олатай улар. Ауылда йәшелсәселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр, мал аҫрап донъя көтәләр.

Миләүшә Мансур ҡыҙы менән Ринат Риф улы Йомағоловтар бына 35 йыл бергә-бергә татыу ғүмер кисерә. Ике бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашалар. Миләүшә Мансур ҡыҙы үҙешмәкәр мәҙәниәт хеҙмәткәре, һүҙ оҫтаһы, юморға бай сәнғәт кешеһе булараҡ танылыу алды.

Өс тиҫтә йыл бергә ғүмер итеүсе Татьяна Васильевна менән Леонид Николаевич Ивановтар ҙа ауылда уңғанлыҡтары менән айырылып торалар. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Олоһо Наталья үҙ ғаиләһе менән ауылда төпләнде, кесеһе Катерина ҡалала йәшәй. Был ғаилә лә уңған һәм татыу.

25 йыл бергә ғүмер итеүсе өс ғаилә – Любовь Анисимовна менән Геннадий Николаевич Максимовтар, күп балалы Ирина Михайловна менән Алексей Иванович Кудряшевтар, Роза Ғәлимйән ҡыҙы менән Байрас Шәрифулла улы Дауытовтар тәбрикләнде был көндө.

Ауылдың иң йәш ғаиләһе тип Мария менән Андрей Черновтар ғаиләһе табылды. Андрей беҙҙең ауылға Толпар ауыл биләмәһенә ҡараған Ерекле ауылынан күсеп килде. Һәр эшкә маһир, егәрле Андрейҙы ауылдаштарыбыҙ үҙ итте.

Ташлы ауыл биләмәһе башлығы Урал Вәзиров был тантанала сығыш яһап, юбилярҙарҙы ихлас күңелдән ҡотланы, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы, изге теләктәрен еткерҙе. Байрамды уҙғарыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн ауыл биләмәһе хакимиәтенә, Миләүшә Мансур ҡыҙы Йомағолова һәм уның ғаиләһенә, шулай уҡ ветерандар советы рәйесе Земфира Рафаэль ҡыҙы Байғужинаға ҙур рәхмәт белдерәм.


Читайте нас: