+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Июль 2018, 18:28

Баҫма майҙан биреү тураһында белдереү

Башҡортостан Респуб-ликаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылышы депутаттарын һайлауҙа теркәлгән кандидаттар һәм һайлау берекмәләренең исемле-генә индерелгән кандидаттар иғтибарына!

Башҡортостан Респуб-ликаһы Һайлауҙар тураһында 2006 йылдың 6 декабрендә ҡабул ителгән 380-з Кодексының 63-сө статьяһы 6-сы бүлегенә ярашлы, “Табын” район гәзите 2018 йылдың 11 авгусынан 2018 йылдың 7 сентябренә тиклемге арауыҡта баҫма майҙан биреү тураһында белдерә. Аҙналыҡ түләүһеҙ баҫма майҙан аҙналыҡ дөйөм баҫма майҙандың 10 процентын, йәки 1,2 гәзит битен (1102 см2) тәшкил итә.

Аҙналыҡ баҫма майҙандың түләүле өлөшө дөйөм аҙналыҡ баҫма майҙандың 10 процентын, йәки 1,2 гәзит битен (1102 см2) тәшкил итә.

Баҫма майҙан йәрәбә һөҙөмтәләре буйынса бирелә. Түләүле баҫма майҙандың 1 квадрат сантиметры 70 һум (НДС-ты иҫәпкә алып) тора.

Түләү һайлау фондының махсус иҫәбе аша атҡарыла. Гәзиттә материал сығыр алдынан ике көндән дә кәм булмаған арауыҡта 100 проценты менән алдан хаҡ түләнгән осраҡта ғына материал гәзиттә баҫыла. Гәзит сығыр алдынан кәмендә 5 көн алда материал бирелергә тейеш.

Редакцияның адресы: 453050, Башҡортостан Республикаһы. Ғафури ра-йоны, Красноусол ауылы, Фрунзе урамы,33. e-mail: [email protected] тел.: 8(34740) 2-16-31 (баш мөхәррир), 2-21-55 (яуаплы секретарь).
Читайте нас: