+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
20 Июль 2018, 12:37

Эшһөйәрҙе эш ярата

Тормошта үҙ юлын табып, үҙен шәхес кимәленә күтәреп, йәштән һайлаған һөнәренә бар ғүмерен бағышлаған замандаштарыбыҙ һоҡланыу тойғоһо уята.

Шундай ир-уҙамандарҙың береһе – райондың ветеринария хеҙмәтен күтәреүгә ҙур өлөш индергән, әлеге көндә лә ең һыҙғанып эшләп йөрөгән Миниәхәт Рифғәт улы Ғәлиуллин. Ул хозур тәбиғәтле Ибраһим ауылында алдынғы колхозсылар Рифғәт Әхмәт улы һәм Фаҙила Хәбибулла ҡыҙы ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Ете бала тәрбиәләгән атай кеше көндө төнгә ялғап фермала, төҙөлөштә эшләй, урман киҫеп һал да ағыҙа. Әсәләре йәй буйы сөгөлдөр баҫыуында тир түкһә, ҡышын фермала һыйыр һауа.

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигәндәй, бәләкәйҙән мал йәнле булып үҫкән Миниәхәт 1975 йылда Еҙем-Ҡаран урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының (хәҙерге аграр университет) ветеринария факультетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, хеҙмәт юлын Ҡырмыҫҡалы районында башлай. 3 йылдан тыуған районына ҡайтып “Ғафури” совхозында, 1987 йылдан “Родина” сов-хозында эшләй. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, тырыш белгесте бер аҙҙан район үҙәгенә ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығына эшкә алалар. Бында ул етештереү буйынса баш инспектор була. 1997 йылдан 3 йыл һуҙымында район ветеринар станция начальнигы, һуңынан Аҡкүл, Игенйылға, Красноусол ветеринар участкаларында ветеринар табип булып эшләй. Уның тырышлығы менән Толпар, Игенйылға, Ташлы, Үтәк, Ҡауарҙы, Мораҡ ауылдарында бер йыл эсендә ветеринар участкалар, пункттар асыла, райондың ветеринар хеҙмәтен камиллаштырыуға, кадрҙар менән байытыуға ҙур өлөш индерә.

- Шул йылдарҙа эш башлаған ветеринарҙар әлеге көндә лә төп таянысыбыҙ, сөнки үҙ ҡыйынлыҡтары булған, ҙур яуаплылыҡ, ваҡыт менән иҫәпләшмәй, көн-төн тимәй эшләүҙе талап иткән ветеринар табип һөнәрен хәҙер йәштәр бик һайлап бармай, - тип ветучастоктарҙың киләсәге өсөн борсолоп та ҡуйҙы Миниәхәт Рифғәт улы. Уның ал-ял белмәй эшләгән фиҙаҡәр хеҙмәте төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр менән баһаланған. Ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләһә лә, булмышына тоғро ҡалған уҙаман хәстәрлекле, ғәҙел етәксе, бөтмөр хужа, ғаиләһендә уңған, егәрле, итәғәтле ир, йомшаҡ һүҙле атай, дуҫтарына тоғро дуҫ була. Йәмәғәт эштәрендә лә һәр саҡ әүҙемлек күрһәтә – 15 йыл һуҙымында участка һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһын башҡара.

Родина ауылында төпләнеп, үҙен гел хәстәрләп торған изге күңелле, алтын ҡуллы, иғтибарлы хәләл ефете Хәлиҙә Фуат ҡыҙы менән аңлашып, татыу йәшәйҙәр, ҡыҙҙары Ләйсәнгә матур тәрбиә, белем бирәләр. Ләйсән БДУ-ның биология факультетын тамамлап, әлеге көндә “Башрегионгаз” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләй.

Үҙеңде үҙең маҡтама, үҙеңдән алда намыҫлы эшең маҡталһын, тигән ата-бабалар. Хеҙмәте менән маҡтаулы Миниәхәт Рифғәт улына эшендә уңыштар, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләге килә.
Читайте нас: