+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Июль 2018, 12:20

Төп маҡсат – заманса һәм яҡшы хеҙмәтләндереү

Сәйетбаба ауылында йәшәүсе ирле-ҡатынлы Миңзиә менән Хәйҙәр Сөләймәновтар сауҙа өлкәһендәге эшҡыуарлыҡта 2002 йылдан. Улар был тарафтарҙа ғына түгел, районда ла билдәле шәхестәр. Тәүге йылдарҙа шәхси магазиндарын асып, Миңзиә Миңнулла ҡыҙы үҙе һатыу итә. Сауҙа тармағында бай тәжрибә туплаған һатыусы булараҡ, эшҡыуарлыҡ үҙенсәлектәрен үҙләштереү ауырлыҡ тыуҙырмай уға. Хәҙер ул һатып алыусыларҙың хөрмәтен ҡаҙанған, баҙар иҡтисады талаптарын һәйбәт белгән эшҡыуар булып өлгәште.

Бөгөн Сөләймәновтарҙы аяҡтарында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙар тиергә мөмкин. Сәйетбабалағы ике магазиндары һәм Ҡолҡан ауылында бер киоскылары ауылдар халҡына сауҙа хеҙмәте күрһәтә. Ҡолҡандағы киоскыла Илмира Басариева 2013 йылдың ғинуарынан һатыусы булып эш башлаған. 5 йыл арауығында үҙен уңған һатыусы итеп танытҡан, кешеләр менән яҡшы мөғәмәләлә.

Илмира Ринат ҡыҙы Ҡолҡан ауылында тыуып үҫә. Һөнәре буйынса медицина хеҙмәткәре ул. Тыуған ауылы мәктәбендә - башланғыс, Сәйетбабала урта мәктәпте тамамлағас, Салауат медицина училищеһына уҡырға инә. Артабан ҡулына диплом алған йәш белгес йәнтөйәгенә әйләнеп ҡайтыуын ҡайта ла, әммә эш булмай. Бына шулай, яратып һайлаған һөнәрен һатыусы һөнәренә алыштырырға тура килә уға. Икеһе лә ситкә бәхет эҙләп сығып китеүҙе хуп күрмәй, тыуған ауылында төпләнергә ҡарар иткән Илмира ауылдашы Рәфис Рәйес улы менән тормош ҡороп, ҙур, иркен йортта, күпләп мал-тыуар аҫрап, бал ҡорттары тотоп ғүмер итәләр. 3 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, олатай-өләсәй ҙә үҙҙәре.

“Беҙҙең ауылда элек-электән үҙ кибеттәрен асып эшләүселәр бар ине. Улар: Әсҡәт Ҡаһарманов, Рәйхана Ҡаһарманова, сельпо магазины асылғас, Әхмәҙи Хәсәнов, Миңзилә Рәхимова һәм башҡалар һатыусы булып эшләне”, - тип хәтирәләре менән дә уртаҡлашты Илмира.

Магазинһыҙ интеккән ауыл халҡы был сауҙа нөктәһен үҙ иткән, унан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Ассортименттары бик бай, даими яңыртып торола. Икмәк-ҡалас изделиеларының йәнеңә теләгәнен һатып алырға була: улар Красноусолдан, “Фәйзуллин” икмәкханаһынан килә. Һәр һатып алыусы үҙенә кәрәкле тауарҙы тапһын өсөн уның финанс мөмкинлеге генә түгел, ә зауығы ла иҫәпкә алына. Шунлыҡтан сауҙа нөктәһе кәштәләрендә көндәлек иң кәрәкле аҙыҡ-түлектән башлап кешеләрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерҙәй зауыҡлы һәм ҡиммәтле тауарҙар ҙа урын алған.

Сөләймәновтар аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙарын киң ассортиментта һатып алыусыға еткереү маҡсатында тәьмин итеүсе ойошма һәм предприятиелар менән бәйләнеште уңышлы яйға һалған, был йүнәлештәге эш даими иғтибар үҙәгендә. Заманса яҡшы хеҙмәтләндереү, бай тауар ассортименты, һатып алыусылар ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү – уларҙың төп маҡсаты.

Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып эш иткән Сөләймәновтарҙы, Илмира Басариеваны һәм уларҙың башҡа сауҙа нөктәләре һатыусыларын Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө менән тәбрикләп, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: