Сарала республика Башлығы кәңәшсеһе, яҡташыбыҙ Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры, профессор Әмир Миңниәхмәт улы Ишемғолов, район хакимиәте башлығы Рәмил Зәкәриә улы Бохаров, уның урынбаҫарҙары, район йәмәғәтселеге, ойошма, предприятиелар хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар ҡатнашты.
Район китапханаһы хеҙмәткәре Елена Сәмиғуллина М.Ғафуриҙың тормош һәм ижад юлы менән таныштырып үткәндән һуң, митингыға килеүселәрҙе Р.З.Бохаров тәбрикләне. “Үҙе йәшәгән осорҙағы ауыр тормошто бар дөрөҫлөгөндә яҡтыртҡан шағирҙың тормошо беҙҙең өсөн йәшәү формулаһы ул. Шиғриәт классигы, бөйөк шағирҙың яҡташтары булыуыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ”, - тине хакимиәт башлығы һәм барыһын да ошо иҫтәлекле көн менән ҡотланы. Өфө ҡунаҡтары үҙ сығыштарында шағирҙың әҫәрҙәре бөгөнгө йәшәйешебеҙгә лә ауаздаш булыуын, йәштәрҙе, балаларҙы тәрбиәләүҙә баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Артабан шағир һәйкәленә сәскәләр һалынды.
Митингының икенсе өлөшөндә “Табын” гәзите призына райондың Сәсәндәр мәктәбе менән берлектә үткәрелгән М.Ғафуриға арнап шиғыр яҙыусылар конкурсына йомғаҡ яһалды. “Табын” гәзитенең яуаплы секретары Зифа Ғайсина, Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Фәүзиә Ҡотлогилдина райондың төрлө ауылдарынан килгән ижад итеүселәргә дипломдар, китаптар һәм бүләктәр тапшырҙы. Тәүҙә бәйгенең иң өлкән ҡатнашыусыһы – Яңғыҙҡайын ауылынан 93 йәшлек Иҙрис Вәлишин, балалар араһында еңеүсе – Родина ауылынан Эльвина Йәрмөхәмәтова бүләкләнде. 3-сө урынға Ерек ауылынан Миңтимер Кәримов, 2-сегә – Сәйетбабанан Фәниә Фәйзуллина, 1-се урынға Юлыҡтан Рима Рафиҡова лайыҡ булды. Ә инде конкурстың Гран-приһын Үзбәк ауылынан Фәрғәт Ғәлин яуланы. Һәр бүләкләнеүсе үҙ шиғырын да уҡып ишеттерҙе.
Митингыға йыйылыусыларҙы ра-йон китапханаһы китапханасылары “Әҙәбиәтебеҙ йәме, еребеҙ ғорурлығы” тип аталған китап уҡыусылар эскәмйәһенә саҡырҙы. Теләүселәр шағирҙың шиғырҙарын яттан һөйләне.
Сара иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.