+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Август 2018, 12:05

Хәйерле сәғәттә, игенсе!

“Урожай” крәҫтиән хужалығында районда тәүгеләрҙән булып урып йыйыу эштәренә тотондолар. Арыш уңышы туранан-тураға урып һуғыла.

Хужалыҡта арыш 433 гектар майҙанды биләй. Агроном Ринат Хисаметдинов белдереүенсә, ужым культуралары быйыл һәйбәт ҡышлаған, химик утауҙы ла үҙ ваҡытында атҡарып сыҡҡандар. Шуға ла уңыш юғары булмаҡсы. “Дон-1500” комбайндарында Рәшит Яҡупов, Ким Ғәлиәхмәтов, Рәмзил Сәғитов, көҙ көнө генә һатып алынған өр-яңы “ACROS - 550” комбайнында иһә былтыр Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡулынан "Нива-Шевроле" автомобиле асҡысы алған Альберт Мөхәмәтҡолов иген уңышы йыя. Комбайн - ырҙын табағы маршрутында “КаМАЗ” автомашиналарында Әнүр Мифтахов менән Ансар Әхмәҙуллин иген ташый.

-Ямғырҙар яуып торғас ашлыҡ бер аҙ еүешерәк, шуға ла Яугилде ауылындағы ырҙын табағында киптергес аша үткәрәбеҙ, - ти агроном.

Ә бына 262 гектар майҙанды биләгән сурепица үләнен башта яҫмаларға һалып сыҡҡандар. Иген сабыуҙа “МТЗ-82” тракторҙарында “ЖВЗ-7” сапҡысы менән Урал Йәғәфәров һәм Виктор Евдокимов иген ура. Сурепица уңышы Бурлы ауылындағы ырҙын табағына ташыла. Шулай уҡ борсаҡ та яҫмаларға һалына (95 гектарҙа) башлаған. Бы-йыл борсаҡ-гәрсис ҡатнашмаһы 70 гектарҙа, борсаҡ-һоло ҡатнашмаһы 110 гектарҙа сәселгән. Көндәр аяҙ торһа, борсаҡ уңышы ла йыйыласаҡ. Ҡыҫҡаһы, комбайнсыларға эш етерлек.

-Улым Вадим Ғәлиәхмәтов менән ярышып эшләйбеҙ, телефон аша күпме иген һуғып алғанын белешеп торам. Ул Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡып йөрөй. Йәйге каникул осоронда былтыр ҙа, быйыл да Ҡырмыҫҡалылағы МТС-та комбайнсы булып эшләй, - ти Ким Ғәлиәхмәтов.

Механизаторҙарға уңайлы эш шарттары булдырырға тырышҡандар – улар көнөнә ике тапҡыр тәмле аш менән һыйлана. Ашнаҡсылар – Нәсимә Хәкимова, Зөлфиә Рәхмәтуллина, Рида Ёлкина ашты төрләндереп бешерергә тырыша. Ашнаҡсыларҙың үҙ эш графигы бар. Ике ашнаҡсы эшләгәндә береһе ял итә. Механизаторҙарҙың нисек эшләүе ашнаҡсыларға ла бәйле тиһәң, һис тә арттырыу булмаҫтыр. Тамаҡ туҡ булғанда ғына көр күңел менән эшләп була бит. “Урожай”ҙа быны аңлап эш итәләр.

Шулай итеп, быйылғы ураҡҡа старт бирелде – игенсе өсөн ҡыҙыу көндәр башланды.


Читайте нас: