+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10 Август 2018, 13:06

Торлаҡ төҙөлөшө тотороҡло үҫешә


- Фуат Зәки улы, билдәле булыуынса, төҙөлөш тармағына йомғаҡ яһағанда республикала беҙҙең районды йыш ҡына ыңғай яҡтан телгә алалар. Был дөрөҫлөккә тап киләме?

- Әлбиттә, беҙ ҡеүәтле муниципалитеттар һәм ҡалалар менән ярыша алмайбыҙ. Әммә бөгөнгө ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа уларҙа ла төҙөлөш темпы һүлпәнәйгән саҡта, беҙҙең район, киреһенсә, республиканы ла, Төҙөлөш министрлығын да аптыратып, тотороҡло үҫеш күрһәтә. Былтыр 25 мең квадрат метр майҙанда торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған ине. Быйыл иһә һан 26 меңгә етәсәк тип һис икеләнмәйенсә әйтергә мөмкин. Бөгөнгө көнгә ҡарата 16 мең квадрат метр майҙанда торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды ла инде. Шулай итеп йыл һайын 5 процент үҫеш бирә киләбеҙ. Быйыл ғына шәхси торлаҡ йорт төҙөлөшөнә 280 рөхсәт ҡағыҙы бирелде. Шәхси инвесторҙар иҫәбенә Мостай Кәрим урамында (Лубат биҫтәһе) “Максад” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 42 фатирлы өс ҡатлы йортто бына-бына файҙаланыуға тапшырасаҡ. Әле унда йорттоң тирә-яғын төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Юл фонды иҫәбенә оло юлдан йортҡа тиклем 230 метр арауығында юл полотноһы күтәртелеп, ҡырсынташ түшәләсәк. Ошо йортҡа “Граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү” федераль программаһы буйынса Коммунистик урамы 2-се (быяла заводының элекке дөйөм ятағы) һәм 8-се (элекке почта бинаһы) йорттарында йәшәүсе 29 кешене күсерәсәкбеҙ. Был федераль программаға инеү өсөн бер нисә йыл ныҡышмалы эш алып барылды һәм, ниһайәт, авария хәлендәге йортта йәшәүселәр яңы йорттан фатир асҡыстары аласаҡ. Бынан тыш Тургенев урамы 25 “А” адресы бу-йынса (Үҙәк район дауаханаһы артында) 36 фатирға иҫәпләнгән өс ҡатлы йорт төҙөлә. “СтерлитамакНефтеХимМонтаж” йәмғиәте (етәксеһе Андрей Степанов) был йортто йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй. Шулай уҡ Фрунзе 50 “А” адресы буйынса Өфөнөң “Универсалстройсервис” йәмғиәте (Рәсүл Ибәтуллин) 24 фатирға иҫәпләнгән өс ҡатлы йорт төҙөй. Был йортто файҙаланыуға тапшырыу буйынса әлегә һүҙ алып барылмай. Йәштәр биҫтәһендә (яңы балалар баҡсаһы эргәһендә) “Пирамида” йәмғиәте 36 фатирға иҫәпләнгән йорт төҙөй башланы. Быларҙың барыһы ла районда торлаҡлы булырға теләүселәрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек бирә. Уҙған йылдарҙағы күрһәткестәргә ҡарата файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ майҙаны күләме буйынса беҙ йыл аҙағына республикала тәүге биш район иҫәбенә инергә иҫәп тотабыҙ һәм был ысынбарлыҡ. Өлгәшелгән үр (йылына 26 мең квадрат метр) киләсәктә лә һаҡланасаҡ әле тип уйлайым. Красноусолда әле яңы – Көньяҡ-көнбайыш биҫтәһе (элекке телевышка менән Полянский быуаһы араһындағы ялан) барлыҡҡа килергә тора. Был биҫтәнең проекты эшләнеп, ер участкалары межалап сығылды. Шәхси торлаҡ йорт төҙөү өсөн был биҫтәлә 163 ер участкаһы аукционға сығарыла. Ҡыҫҡаһы, район үҙәгенең үҫеше дауам итәсәк.

- Йортло, фатирлы булыу һәйбәт. Ә бына төҙөгән йортоңа барып етергә юлы ла кәрәк бит әле. Юл төҙөлөшө хаҡында ни әйтерһегеҙ?

- Быйыл территориаль заказ бу-йынса район үҙәгенең Урман, Дзержинский, Леспромхоз урамдарына асфальт юл һалынды. Быйылға тағы ла бер объект – Свердлов урамына асфальт тротуар һалаһы ҡалды. Был эште ДРСУ атҡарасаҡ. Яңы барлыҡҡа килгән Лубат һәм Йәштәр биҫтәләрендә район Юл фонды аша юл төҙөү эштәре дауам итәсәк. Был төҙөлөштәргә аукцион уҙғарылды. Лубат биҫтәһендә (800 метр) - “Красноусол коммуналь хужалығы”МУП-ы, Йәштәр биҫтәһендә (700 м) район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы юл төҙөйәсәк. Шулай уҡ Һабантуй (800 метр) һәм Леспромхоз (500 м) биҫтәләрендәге юл төҙөлөшөнә ошо көндәрҙә подрядсы билдәләнәсәк. Юл фонды аша Красноусолда Новый Быт урамына асфальт һалынды. Ә бына Сахалин биҫтәһе өсөн “Башнефть” йәмғиәте беҙгә ҙур ярҙам күрһәтте, беҙҙең үтенес бу-йынса үҙҙәренең урман эсендәге скважинаһына табан төҙөлөш алып барылған биҫтә аша 3 километр арауығында юл полотноһы күтәртте. Был юлды улар ҡыш көнө үҙҙәре үк ҡарҙан таҙартасаҡ, йәй көнө тәртиптә тотасаҡ. “Ҡала мөхите” маҡсатлы программаһы буйынса бер нисә йорт ихатаһына асфальт түшәлде һәм был хаҡта яңыраҡ ҡына яҙып сығылды. Ауыл биләмәһе хакимиәттәре ауыл урамдары юлдары өсөн үҙҙәре яуап-лы. Ауыл урамдарындағы юлдарҙы төҙөкләндереүгә, ремонтлауға ла ҙур иғтибар бирелә. Быйыл ауылдарҙа был тәңгәлдә байтаҡ ҡына эш башҡарылды.

Автомобиль юлдарына килгәндә инде, быйыл БР Юл хужалығы идаралығы аша Талбазы-Аҡкүл-Стәрлетамаҡ автомобиль юлында 3 километр арауыҡта юл ремонтлана - асфальт яңыртыла башланы һәм ул киләһе йылда дауам иттереләсәк. Ишембай-Красноусол юлына 15 миллион, Красноусол-Архангел

йүнәлешендәге юлды ремонтлауға 30 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Юл хужалығы идаралығы аша Яңғыҙҡайын-Мораҡ-Йөрәктау йүнәлешендә 5 километр арауыҡта ҡырсын юл һалыу ҡаралған. Был төҙөлөштөң подрядсыһы Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. Юл төҙөлөшө хаҡында һүҙ йөрөткәндә күперҙәр хаҡында ла әйтеп китергә кәрәктер. Быйыл Юлыҡ ауылы эргәһендә Еҙем йылғаһы аша һалынған күпер капиталь ремонтлана башлаясаҡ һәм киләһе йыл тамамлау күҙаллана. Аукционда Ырымбур ҡалаһының “Уралмост” йәмғиәте еңеп сыҡты. Красноусолдың Коммунистик урамында быяла заводының элекке контораһы эргәһендә Көгөш йылғаһы аша автомобиль һәм йәйәүлеләр өсөн күпер төҙөүгә Өфөнөң “Техпроект” йәмғиәте проект төҙөй. Проект экспертиза үткәндән һуң, төҙөлөш киләһе йыл башланасаҡ.

- Башҡа төр төҙөлөш эштәре хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ ине.

- 2019 йылда Войновка ауылына БР Ауыл хужалығы министрлығы программаһы буйынса газ үткәргес һуҙыу ҡаралған. “Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы маҡсатлы программалар фонды” аша Красноусолда 1 мең кубометр һыйҙырышлы һыу запасы һауыты төҙөү (тулыһынса бетондан), Йәштәр биҫтәһенә 1,7 километр оҙонлоҡта һыу үткәргес һуҙыу ҡарала. Һыу запасы һауыты үҙенә күрә аккумулятор багы ролен үтәйәсәк. Ҡайҙа һыу баҫымы кәмерәк, шунда һыу ебәреү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Һыу баҫымы механизмын көйләү өсөн был бик мөһим. Был төҙөлөштөң заказсыһы булып Республика капиталь төҙөлөш идаралығы (РУКС) тора. Шулай уҡ киләһе йыл Лубат һәм Йәштәр биҫтәләрендә һыу үткәргес төҙөлөшөн дауам иттереү, Киров урамында һыу үткәргесте ремонтлау өсөн (халыҡ һорауы буйынса) проект-смета документтары әҙерләнә.

Башҡа төҙөлөш эштәренә килгәндә инде, “ГИП-Электро” йәмғиәте ҙур эш алып бара. Тәүге ярты йыллыҡта ғына 5,8 километр оҙонлоҡта һауа электр линиялары (дөйөм суммаһы 6 миллион һумдан ашыу) һуҙылды. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 0,4 квт-лы 4,5 километр оҙонлоҡта һәм 10 квт-лы 500 метр оҙонлоҡта электр линиялары һуҙыу һәм 3 трансформатор подстанцияһы урынлаштырыу ҡарала. Икенсе ярты йыллыҡта инвестиция күләме 9,6 миллион һум тәшкил итәсәк. Электр линиялары һуҙыу эше Йәштәр һәм Сахалин биҫтәләрендә атҡарыласаҡ.

- Күп фатирлы йорттарҙы ремонтлау мәсьәләһе нисек тора?

- Планға ярашлы “Төбәк операторы” аша күп фатирлы йорттарҙы ремонтлау, ҡыйыҡтарын яңыртыу эштәре алып барыла. Быйыл Красноусолда Пугачев урамының 43-сө, Калмыков урамының 10-сы, К.Маркс урамының 3-сө йорттарының ҡыйыҡтары яңыртыла. Был маҡсатҡа 3 миллион 900 мең һум аҡса йүнәлтелә. Пугачев урамында эш теүәлләнһә, әле Калмыков урамында эшләйҙәр. Һуңынан К.Маркс урамына күсәсәктәр. Ҡыҫҡаһы, районда төҙөлөш эштәренең тынғаны юҡ.

Форсаттан файҙаланып, райондың төҙөлөш тармағына һиҙелерлек өлөш индергәндәре өсөн “ГИП-Электро” йәмғиәте директоры Александр Нусенкис, “СтерлитамакНефтеХимМонтаж” йәмғиәте директоры Андрей Степановҡа һәм башҡа төҙөүселәргә ҙур рәхмәт белдерәм. Шулай уҡ барлыҡ төҙөүселәрҙе, ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ айҡанлы ҡотлайым, ныҡлы һаулыҡ, ҙур уңыштар теләйем.

- Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Читайте нас: