Әлеге ваҡытта хужалыҡта “Прерия” сортлы арпа сәселгән икенсе баҫыуҙағы уңышты йыялар. Уны быйыл 531 га сәскәндәр. Уңыш йыйыуға хужалыҡтың 5 комбайны, тағы ла 1 комбайн ситтән килтерелеп (үҙҙәренең комбайнсыһын ултыртҡандар) йәлеп ителгән. Комбайнсылар – Рәмил Рәхмәтуллин, Ришат Нафиҡов, Мансаф Зәйнетдинов, Илнур Ғазин, Артур Рәхмәтуллин, Радик Ҡотлозаманов кисәге көнгә 244 гектарҙан 792 тонна уңыш йыйып алған да инде. “Уңыш быйыл бик һәйбәт, урыны менән гектарынан 32-35 центнерға етә. Һауа торошо ғына эште туҡтатмаһын ине,” - тине игенселәр төшкө ашҡа туҡтағанда һөйләшкән арала.
Ырҙын табағында ла эш ҡайнай. Баҫыуҙарҙан килгән ашлыҡ таҙартылып, елгәртелеп, келәттәргә һаҡлауға һалына бара. Ырҙын табағы мөдире Петр Иванов әйтеүенсә, водитель Ринат Йәнбәков ырҙын табағында ашлыҡ елгәргестәре аша таҙартылған, киптерелгән арпаны келәттәргә һалыу менән мәшғүл, ырҙын табағындағы эш ошо көндәрҙә 2 сменала ойоштороласаҡ. Комбайндарҙан килгән һәм елгәргестән үткәрелгән ашлыҡ үлсәү аша үтә.
Артабан хужалыҡ игенселәре алдында 900 га сәселгән “Московская” сортлы бойҙай һәм 478 гектарҙағы “Тобольская” ярауай бойҙайы уңышын йыйыу тора. Бынан тыш, киләһе йыл уңышына нигеҙ һалыу хаҡында ла хәстәрлек күрелә. Уңышы йыйып алынған, киләһе яҙ шәкәр сөгөлдөрө сәселәсәк баҫыуҙа химик эшкәртеү үткәрелә.
Хужалыҡтың баҫыу эшсәндәрен көнөнә 2 тапҡыр ҡайнар аш менән һыйлайҙар. Көндө төнгә ялғап эшләгән игенселәр өсөн бесәнде лә хужалыҡ үҙе әҙерләп бирә. Аяҙ көндәрҙең һәр сәғәтен файҙаланып, тырышып эшләгән хеҙмәтсәндәргә уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыуҙарын теләргә генә ҡала.