+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Август 2018, 13:37

Күгәрсендәрҙәй гөрләшеп

Мөхәббәт... Бер-береһен өҙөлөп яратҡан парҙар, һөйөүҙәрен ғүмер буйы һаҡлай ала икән – улар иң бәхетле кешеләр. Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Рәшиҙә һәм Закир Ишмырҙиндарҙың пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап йәшәүҙәренә ярты быуат ғүмер үтеп киткән.

-Беҙҙең дуҫлыҡ мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ яралды. Бер аҙ үҫә төшкәс, ул киноларҙа ғына күрһәтелгән ялҡынлы һөйөү хисенә әйләнде. Рәшиҙә күптән инде юҡҡа сыҡҡан Быяла тигән ауылдан Сәйетбабаға йөрөп, интернатта йәшәп уҡыны, - тип хәтер йомғағын һүтә Закир ағай. – “Әйҙә, Рәшиҙә, һине велосипедта йөрөргә өйрәтәм”, тип үҙем башлап һүҙ ҡуштым уға. Шунан дуҫлашып киттек...

Рәшиҙә апай уны хәрби хеҙмәткә оҙатып ҡала, көтөп ала. Закир ағай армиянан ҡайтҡас, йәштәр өйләнешә. Стәрлетамаҡта тегенсе һөнәрен алған Рәшиҙә апай ауылда асылған Көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү йортонда мөдир була, халыҡҡа матур-матур кейемдәр тегә. Күпмелер ваҡыт пекарняны ла етәкләй. Хаҡлы ялға балалар баҡсаһы мөдире вазифаһынан сыға. Һәр ваҡыт етәкселек эшендә эшләгән, әүҙем йәмәғәтсе Закир ағайҙы өйгә кем менән генә ҡайтһа ла, һәр ваҡыт өҫтәле тулы һый-хөрмәт, яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршылай Рәшиҙә апай. Татыу ғаиләгә йәм өҫтәп донъяға килгән 5 баланы ла ҡарап-тәрбиәләп, донъяһын да көтөргә өлгөрә уңған ҡатын.

Ә тәрбиәгә килгәндә, ғаиләлә атай абруйы бик көслө. Балалары үҙҙәре күптән атай-әсәй булып бөтһәләр ҙә, әле лә атай кәңәшен тоторға, уның йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыша. Бар балалары ла башлы-күҙле булып, ул-ҡыҙҙар үҫтереп үҙ тормоштарын ҡорғандар. Гөрләтеп

донъя көтөү өҫтөнә, Ишмырҙиндар матур итеп ял да итә беләләр: Закир ағай гармунда һыҙҙырып ебәреүгә, Рәшиҙә апай өҙә баҫып бейергә төшөп тә китә. Закир Вәлиулла улы оло кешеләрҙең “Яратам һине, тормош!” фестиваленең әүҙем ҡатнашыусыһы ла. Быйыл ул “Уралым” йырын башҡарып, районда Гран-при яуланы, октябрь айында Өфө ҡалаһында сығыш яһарға әҙерләнә. Ауылдың ветерандар советы рәйесе булараҡ, өлкәндәрҙе төрлө мәҙәни сараларға, байрам-йәрминкәләрҙә ҡатнашырға әйҙәп-дәртләндереп, ойоштороп йөрөүсе лә ул. Халҡым, милләтем тип янып-көйөп эшләп йөрөгән Закир Вәлиулла улы бер нисә йыл элек Бөтә

донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының “Ал да, нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән бүләкләнгән.

“Колхозда төҙөлөш бригадиры булып эш башлағандан алып мине ҡайҙа ауыр, шунда ҡуйҙылар. Ферма мөдире, сельпо, ауыл Советы рәйесе, бер аҙ колхоздың партком секретары булып эшләү дәүерендә лә һәр кем менән уртаҡ тел табып һөйләшә белеүем, комсомол, партия сафында тәрбиәләнгән ойоштороу һәләте, әүҙемлек, яуаплылыҡ тойоу ярҙам итте. Эш дәүеремдә заманының тәжрибәле, оҫта етәкселәре, алдынғы ҡарашлы шәхестәр – “Йондоҙ” колхозы рәйесе Аҙнабай Сәғит улы Йәноҙаҡов, партия ойошмаһы секретары Уйылдан Әйүп улы Шәрипов, ауыл Советы рәйесе Фәйзулла Әһел улы Хәйруллиндың мәктәбен үтеүем менән бәхетлемен. Беҙҙең заман йәштәрен комсомол, партия мәктәбе лә сыныҡтырҙы, эшкә өйрәтте. Хәҙерге замандың да үҙ ыңғай яҡтары бар – уңған, егәрле кешеләргә күпме теләй, шунса мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрарға, бал ҡорто ҡарарға, үҙ эшен асып, нимәлер етештерергә һәм башҡа мөмкинлектәр бар, ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк”, - тип үҙ фекере менән дә уртаҡлашты ил ағаһы.

Оло йәштә булһалар ҙа, Ишмырҙиндар баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә, 17 баш умарталары ла бар. Ә инде ишек алдарын, тәҙрә төптәрен Рәшиҙә апай яратып үҫтергән күҙ яуын алырлыҡ гөл-сәскәләр биҙәй. Баланың балаһы балдан татлы тигәндәй, 9 ейән-ейәнсәргә һөйөклө олатай-өләсәй булған Закир ағай менән Рәшиҙә апай күптән түгел иң оло ейәнсәрҙәре Ләйсәндең туйында булыу шатлығы менән дә уртаҡлаштылар.

Ошо көндәрҙә Ишмырҙиндар балалары, туғандары, дуҫтары (бөтәһе – 70 кеше) менән бергә алтын туйҙарын киң билдәләне. Район хакимиәте башлығы Рәмил Зәкәриә улы Бохаров исеменән уларҙы ҡотларға район Советы рәйесе Римма Ишмырҙа ҡыҙы Зверева ла килгән. Бына шулай, ҡәҙер-хөрмәттә, балаларының ҡыуаныс-уңыштарына һөйөнөп, бер-береһенә һөйөү хистәрен һүндермәй-һүрелтмәй бәхетле ғүмер кисерә Рәшиҙә һәм Закир Ишмырҙиндар.


Читайте нас: