-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Август 2018, 13:58

Яҙмышымдан да, тормошомдан да ҡәнәғәтмен

Эш дәүерендә төрлө ҡылыҡ-фиғелле кешеләр менән танышырға, аралашырға тура килде. Башҡаларҙың хеҙмәтен танымайынса тик үҙен маҡтарға, данларға ынтылыусылар ҙа булды, икенселәре иһә бар булмышын эшенә арнап, маҡтауға лайыҡ булһа ла, үҙен артҡы планға ҡалдырып, башҡаларҙы күккә күтәреүҙе хуп күрҙе. Сираттағы геройым - ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләүсе дәүләт хеҙмәте ветераны Ғәлинур Хәлим улы Ғәлин менән һөйләшеү ҙә еңелдән булманы: әңгәмә барышында ул да онотолоп китеп төрлө йылдарҙа йәнәшәһендә эшләүселәр хаҡында һөйләне, уларҙы маҡтаны. Яңғыҙ батыр яу ҡайтармай, тигән бит халыҡ, йәнәшәңдә һине хуплап, ярҙам итерҙәй, һәр башланғысты күтәреп алырҙай арҡаҙаштарың булмаһа, бер ни ҙә ҡыла алмайһың. Шуға ла беренсе сиратта уларҙы иҫкә төшөрөргә, уларға рәхмәт һүҙен еткерергә кәрәк, тине ул.

Ибраһим ауылының данлыҡлы балта оҫтаһы Хәлим Латип улы менән Миңнезифа Әблеғәфәр ҡыҙының ишле ғаиләһендә тыуып үҫкән Ғәлинур ауылында башланғыс белем алып, артабан Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә уҡый. Уны тамамлап, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алыуға әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Хәҙерге Һамар өлкәһендә хеҙмәт итә ул. Ысын тормош мәктәбен үтеп, әҙме-күпме тәжрибә туплаған егет ҡайтыу менән М.Ғафури исемендәге колхозда тракторҙар бригадаһында хисапсы булып эш башлай. Шул уҡ йылда ситтән тороп Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумының зоотехния бүлегенә уҡырға инә.

- Ул саҡта колхоздың алмаштырғыһыҙ рәйесе булған Динислам Баттал улы гелән генә, "һин уҡырға тейешһең, техникум менән сикләнмә, мотлаҡ институтҡа бар, ветеринар табип булып эшкә ҡайт", ти торғайны. Шуға ла техникумды бөткән йылда уҡ Өфөгә юлланып, ауыл хужалығы институтының ветеринария бүлегенә уҡырға индем, - тип йәшлек йылдарын иҫкә ала Ғәлинур Хәлим улы. Тик уға тыуған хужалығында эшләргә насип булмай, райондың ауыл хужалығы идаралығы йәш белгесте ветеринар табип итеп "Ағиҙел" колхозына эшкә ебәрә.

- "Ағиҙел"дең рәйесе Фәнил Разый улы Кәримов та бик көслө, алдынғы ҡарашлы етәксе ине, уның ҡул аҫтында эшләү минең өсөн ысын мәғәнәһендә тәжрибә мәктәбе булды. Бөгөн инде һис икеләнеүһеҙ Динислам Баттал улы менән Фәнил Разый улы минең төп остаздарым булды тип әйтә алам, күп нәмәгә уларҙан өйрәндем, - ти Ғәлинур Хәлим улы.

Һәйбәт, булдыҡлы етәксе, аҡыллы кәңәшсе-тәрбиәсе ҡулы аҫтында 6 йыл эшләп ҡала ул. 1984 йылда Фәнил Разый улы фажиғәле рәүештә вафат булғас, "Ағиҙел" колхозы эшсәндәре бер тауыштан Ғәлинур Хәлим улын үҙҙәренең етәксеһе итеп һайлап ҡуя.

- Ул саҡта "Ағиҙел" колхозы иҡтисади йәһәттән үҙ аяғында ныҡлы баҫып торған көслө хужалыҡтарҙың береһе ине. Шул кимәлде, тотороҡлолоҡто һаҡлау, уның матди-техник базаһын артабан үҫтереү ҙур тырышлыҡ, яуаплылыҡ талап итеүен аңлай инем,- тип уйҙары менән шул йылдарға әйләнеп ҡайта әңгәмәсем. - Ниндәй генә эштә булмаһын көслө лидерҙың эшен дауам итеү бик ауыр, һинең һәр һүҙең, һәр аҙымыңды элекке етәксе менән сағыштыралар.

Хужалыҡ етәксеһе дилбегәһен 12 йылдан ашыу үҙ ҡулында ныҡлы тота ул. Был йылдарҙа хужалыҡтың ҡеүәте бермә-бер артып, уның иҡтисади хәле, техник базаһы тағы ла нығына.

- Бында колхоздың иҡтисадсыһы Фидаил ағай Иҫәнғәлиндең ярҙамы баһалап бөткөһөҙ булды, көсөргәнешле реформа осоронда тап уның тырышлығы менән һәр тармаҡты хужалыҡ иҫәбенә күсереп, коллектив подряд индерелде, хатта һәр водителдең айырым иҫәбе булдырылды. Тап ошо алым хужалыҡтың табышлы эшләүенә нигеҙ булды,- тип хәтер йомғағын тағата әңгәмәсем. - "Ағиҙел" йылдың-йылы алдынғылар рәтендә булып, район кимәлендәге сараларҙа беҙҙең механизаторҙар, малсылар президиум түрендә ултырҙы. Һауынсылар Тәғзимә Мәхийәнова, Ғәлиә Үзбәкова, Ғәлиә Ҡолманова, мал ҡараусылар Талип Хәбибуллин, Әнүр Халиҡов, Әнүәр Рәхимов, Әсҡәт Сәйғафаров, Риф Алтынсурин, Ғайса Ханнанов, чабандар Мелания Виноградова, Вера Андреева, Дмитрий Гаврилов, механизаторҙар Шәкүр Ғәйнуллин, Зәкәриә Төхвәтуллин, Әхтәм Яҡушев, Әхтәм Ғәйнуллин, Хатип Иҫәнғәлин, Әнүр Башаров, сөгөлдөрсөләр Фәрғәт менән Илфат Ғәлиндар, Мансаф Нафиҡов, Фәнил Зөбәйҙуллин һәм башҡалар көндө-төнгә ялғап эшләп, юғары һөҙөмтәләргә өлгәштеләр. Ғөмүмән, "Ағиҙел"дә элек-электән халыҡ эшсән булды, һәр кем һуңғы һөҙөмтә өсөн янып эшләне.

Социаль мәсьәләләргә лә иғтибар бүленә. Тап ошо йылдарҙа колхоз үҙ иҫәбенә бәләкәй ауылдарҙа мәктәп, балалар баҡсаһы, медпункт төҙөй.

1996 йылдың көҙөндә республика Президенты М.Ғ.Рәхимовтың Указы менән Ғәлинур Хәлим улы Ғафури районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә.

- Иңемә оло яуаплылыҡ һалынғас, бер килке юғалып, баҙап ҡалдым. Бер хужалыҡ менән етәкселек итеү генә түгел бит, тотош район, уның халҡы өсөн яуап тотасаҡһың, - әңгәмәсем уйы менән йәнә шул көндәргә әйләнеп ҡайтҡандай булды, гел йылма-йып торған йөҙө, ҡараштары етдиләнеп китте. - Күҙ ҡурҡа - ҡул эшләй, тигәндәй, артҡа юл юҡ, район активы, хакимиәт белгестәре, район Советы депутаттары менән берлектә һәүетемсә генә эшләп алып киттек. Иҡтисади йәһәттән бик ауыр, ҡатмарлы осор ине. Ҡағыҙҙа күрһәтелһә лә, ысынында ҡаҙна буш, һәр мәсьәлә нигеҙҙә бартер юлы менән хәл ителә. Эш хаҡы, балалар пособиеһы түләргә "тере аҡса" юҡ. Сараһыҙҙан, бухгалтерҙар, иҡтисадсылар менән һөйләшеп-кәңәшләшеп, район эсендә генә әйләнештә булып, тере аҡсаны алмаштырған РНО-ны (халыҡ уны "Галинка" тип йөрөткәнен беләм – авт.) ҡулланырға мәжбүр булдыҡ. Төрлө фекерҙәр, һүҙҙәр булды. Әммә ошо алым эш хаҡы түләүгә бәйле көсөргәнеште яйға һалыуҙа ныҡ ҡына ярҙам итте.

Район хакимиәте башлығы вазифаһында дүрт йылға яҡын эшләү дәүерендә Ғәлинур Хәлим улы халыҡ мәнфәғәтендә байтаҡ эштәр башҡарырға өлгөрә. Башланған төҙөлөш эштәре дауам итә, яңы объекттарға нигеҙ һалына, юл төҙөү, газ үткәреү эштәре әүҙемләшә. Мәҫәлән, Еҙем йылғаһы аша Таш-Аҫты ауылына аҫылмалы күпер, Ҡормантау, Татар Саскүле ауылдарында мәктәп, Красноусолда күп фатирлы йорт төҙөлә, төпкөл Толпар ауылына юл, электр линияһы һалына, мәктәп төҙөлөшө башлана. Красноусолда урамдарға газ үткәргестәр һалыу әүҙемләшә, Яңғыҙҡайын, Мораҡ, Туғай, Үзбәк, Еҙем-Ҡаран, Баҡраҡ ауылдарына тәбиғи газ индереү йүнәлешендә эш башлана. Юғары баҫымлы газ үткәргес Ерек ауылына еткерелә, район мәҙәниәт һарайы, Имәндәш урта мәктәбе төҙөлөшө тергеҙелә. Тап ул эшләгән йылдарҙа “Табын” яҡташтар клубы, районыбыҙ студенттары менән тығыҙ бәйләнеш, эшлекле хеҙмәттәшлек булдырылды.

- Ул йылдарҙа Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы районға ныҡ ярҙам итте, эш барышын иғтибар үҙәгендә тотто. Аҙна һайын тиерлек килеп, ауылдарға сығыр инек, төпкөл Толпар, Таш-Аҫты ауылдарына ла барып етте, хатта. Шулай уҡ элекке Премьер-министр Рафаэль Байдәүләтовтың да ярҙамы ҙур булды. Газ үткәреү мәсьәләһендә инде яҡташыбыҙ Рәйес Күскилдиндың роле баһалап бөткөһөҙ булды. Тап уның ныҡышмаллығы менән бөгөн Юлыҡ, Ҡауарҙы ауылдары халҡы тәбиғи газдан файҙалана, сөнки был ауылдарға газ үткәреү мөмкин булһын өсөн беҙ Архангел районының газ проектына үҙгәреш индертә алдыҡ,- ти Ғәлинур Хәлим улы. - Эшен туҡтатҡан Красноусол быяла заводы тергеҙелеп, үҙгәртеп ҡоролоп, быяла банкалар етештерелә башланы. Иң мөһиме, ни тиклем ауыр булыуға ҡарамаҫтан, дөйөм тырышлыҡ менән хужалыҡтарҙы һаҡлап ҡалдыҡ, продукция етештереүҙе кәметмәнек.

Ошо арауыҡта иңгә ятҡан оло яуаплылыҡты уртаҡлашып, булған проблемаларҙы бергәләп хәл иткән, ауырлыҡтарҙы бергә күтәрешкән респуб-лика етәкселегенә, урындағы хакимиәт белгестәренә, яуаплы хеҙмәткәрҙәргә, шул йылдарҙағы ойошмалар, хужалыҡтар етәкселәренә һәм, әлбиттә, районыбыҙ халҡына бик рәхмәтлемен.

2000 йылға тиклем район етәксеһе дилбегәһен тарта Ғәлинур Хәлим улы. Артабан инде хаҡлы ялға туҡтағанға тиклем төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләй.

Намыҫлы эштең баһаһы ҙур. Ғәлинур Хәлим улының да тырыш хеҙмәте ра-йон, республика, Рәсәй кимәлендә тейешенсә баһалана. Ике саҡырылыш рәттән райондаштары уны, оло ышаныс күрһәтеп, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутат итеп һайланы. Ауыл хужалығын үҫтереү өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн уға “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.Төрлө кимәлдәге Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, башҡа наградалары ла бихисап уның.

Ғәлинур Хәлим улы бына 47 йыл сығышы менән Яҡтыкүл ауылынан булып, бөтә ғүмерен балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүгә арнаған Лиә Хәйрулла ҡыҙы менән татыу ғүмер итеп, 3 баланы оло тормошҡа сығарғандар, бөгөн 7 ейән-ейәнсәргә, 1 бүләргә яратҡан олатай-өләсәй улар. Росреестрҙың район бүлеге етәксеһе булып эшләгән улдары Рөстәмде районда белмәгән, уға мөрәжәғәт итмәгән кеше юҡтыр. Икенсе ҡыҙҙары Лиана ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында йәшәп, эске эштәр бүлегендә эшләһә, Гүзәлиә ҡыҙҙары Өфөлә, Росреестр идаралығында бухгалтер.

- Яҙмышығыҙҙан, ғөмүмән тормошоғоҙҙан ҡәнәғәтһегеҙме? - тип һорайым унан.

- Әлбиттә, ҡәнәғәтмен. Бәхет юллап ситтә йөрөмәнем, бөтә ғүмерем ауылдаштар, яҡташтар араһында үтә. Йәнәшәмдә гелән мине аңлаған, кәрәк саҡта ярҙам ҡулын һуҙған ышаныслы кешеләр, арҡаҙаштарым, яҡындарым бар. Ауыл балаһы булып тыуҙым һәм әле лә ауыл кешеһе булып, ергә ерегеп йәшәйем. Ғаиләмдән, балаларымдан, дуҫтарымдан уңдым, бәхетле атай, олатаймын, - эш йылдары хаҡында һөйләгәндә уйсанланған йөҙ ошо ваҡыт асылып китә, ҡарашынан нур сәселә...

Изге уйлы, алсаҡ һәм асыҡ күңелле, кешеләргә һәр саҡ рәхмәтле булып йәшәй белгән кешеләр генә “мин яҙмышымдан, булмышымдан ризамын, мин бик бәхетлемен”, тип әйтә алалыр. Тағы ла оҙаҡ йылдар бәхеткә күмелеп йәшәргә яҙһын һеҙгә, Ғәлинур ағай.


Читайте нас: