Сифат һәм юғары уңыш өсөн
Райондың башҡа хужалыҡтарындағы кеүек, “Восход–СТ” хужалығында ла урып йыйыу эштәре дәррәү бара, тамамланыуға яҡынлаша. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Руслан Зәки улы Бакиров етәкселегендәге “Восход-СТ” ауыл хужалығы предприятиеһы бынан 10 йыл элек барлыҡҡа килеп, 350 гектарҙа халыҡтың пай ерҙәрен килешеү буйынса арендаға алып үҫемлекселек (ужым бойҙайы, ярауай бойҙай, көнбағыш) йүнәлешендә эш башлай. Һөрөнтө ерҙәрҙең майҙанын арттыра барып, хәҙер 3,500 гектар майҙанды эшкәртәләр. Артабан табышлы культура – “татлы тамыр” үҫтереүҙе планға индереп, башта ул 115 гектар тәшкил итһә, бөгөнгө көнгә 1250 гектар майҙанды биләй. Районыбыҙҙа ауыл хужалығы өлкәһендә тотороҡло эшләп килгән предприятиеларҙың береһе булып тора “Восход-СТ”. Ҙур майҙандағы ерҙәрҙе эшкәртеү өсөн техниканың да ҡеүәтлеһе, замансаһы булырға тейешлеген аңлаған етәкселек 2013 йылда берәр өр-яңы иген урып йыйыу “Палессе GS-10” һәм шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыу (Голландияла етештерелгән “Агрифак”) комбайндары һатып алыуға өлгәшә. Йылдың-йылы техника паркын тулыландыра барып, артабанғы йылдарҙа 4 “FENDT” иген комбайндарына эйә булалар. 2016 йыл аҙағында йәнә бер “Агрифак”, былтыр иһә ҡеүәтле “FENDT Vario-933 ” тракторы һәм шәкәр сөгөлдөрө тейәгес һатып алына. “Татлы тамыр”ҙың гектар ҡеүәте 2013 йылдарҙа 210-220 центнер тәшкил итһә, былтыр иһә ҡулланылған заманса технологиялар һөҙөмтәһендә һәр гектарҙан 530-шар центнер уңыш йыйып алыуға өлгәшелә. Әлбиттә, етәкселектең башҡа предприятиеларға, сит илдәргә сығып тәжрибә туплауы үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Хужалыҡ етәкселеге өсөн теге йәки был культураны үҫтергәндә һан артынан ҡыуыу түгел, ә сифат һәм уңыштың юғары булыуы шарт. Үҫтереп алынған культуралар кондициялы, бойҙай аҡһымға бай, II класлы, арпаны ла шундай уҡ кондицияға еткереүгә өлгәшелгән. Был культуралар, шулай уҡ һоло, борсаҡ та фураж түгел, ә аҙыҡ-түлек (продовольственный) төрө булып тора һәм сифатлы килеш етештереүселәргә оҙатыла. Был культуралар һәр гектарҙан уртаса 45 центнер уңыш биргән. 2014 йылда республика буйынса иң беренселәрҙән булып төшөмлө - аҡ әсе борсаҡ (люпин) ҡуҙаҡлы культураһын үҙҙәрендә һынап ҡарағандар. Һәм яңылышмағандар, ул ҡошсолоҡта ҡатнаш аҙыҡ өсөн бик тә туҡлыҡлы булып иҫәпләнеп, ҡатнаш аҙыҡ етештереүсе предприятие теләп һатып алған. Быйыл шулай уҡ хужалыҡта гәрсис (“Рапсодия” сорты) үҫтерелгән. Киләһе йылға йәнә яңы перс-пективалы – етен һәм рапс культураларын сәсеп үҫтереү хаҡындағы уй-пландары менән дә уртаҡлашты хужалыҡ етәксеһе. Элекке “Родина” агрофирмаһының бар милкен ҡабул итеп алғандар һәм ҡошсолоҡто тергеҙеү буйынса ла эш алып барыла. Ошо барлыҡ эштәр артында хужалыҡтың комбайнсы-механизаторҙарынан торған уңған коллективы тора. Бөртөклө культуралар уңышы йыйып алынып, бураларға һалынған, уртаса гектар ҡеүәте 34 центнер тирәһе тәшкил иткән. Һоло биләгән баҫыуҙың береһендә “FENDT” комбайндарында уңышты тураға урып һуғыуҙа комбайнсылар Ришат Нафиҡов, Илнур Ғәзин, яңы “Палессе”ла Мансаф Зәйнетдинов, иҫкерәгендә Рәмил Рәхмәтуллин, йәнәшәләге яланда яҫмаларға һалынғанын йыйыуҙа Радик Ҡотлозаманов менән Артур Рәхмәтуллин мәшғүл. Был майҙандарҙағы туҡ башаҡтар көслө дауыл һөҙөмтәһендә йығылғанлыҡтан, комбайнсыларға урып һуғыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Әммә тәжрибәле механизаторҙар һынатмай, уларҙың тырышлығы менән урып йыйыу эштәре аҙағына яҡынлаша. Хужалыҡта йәштәрҙе лә хеҙмәткә йәлеп итеү эше алдынғы ҡарашлы етәкселектең күҙ уңынан ысҡындырылмай. Ауыл хужалығы йүнәлешендә белем алған студенттар производство практикаһын үтергә бында теләп килә. Бына Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалында тракторсы һөнәрен үҙләштергән студент Илнур Ғәзин практикаһында “баҫыу карабы” штурвалы артына ултырып, комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй һәм өлкән ағайҙарынан тәжрибә туплай барып, үҙен ысын ер кешеһе итеп танытып та өлгөргән. Шуға ла етәкселек техника йәнле, үҙ эшенә яуаплы, етди ҡараған егеткә техниканы ышанып тапшырған. Әйткәндәй, Илнур бер “FENDT” комбайнын ремонтлап, үҙе әҙерлек һыҙығына ҡуйған. Комбайндарҙы техник тикшереү барышында ул “Гостехнадзор” инспекторына “имтиханын” уңышлы тапшырғайны. Колледжды уңышлы тамамлап, хужалыҡтың өлкән быуын механизаторҙарына алмашҡа киләсәк был йәш кадрға етәкселек ҙур өмөттәр бағлай. Булдыҡлы егет БР Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһына ла тәҡдим ителгән. Комбайн – ырҙын табағы (Родина ауылында урынлашҡан) маршруты буйынса ашлыҡ ташыуға “КамАЗ” автомашиналары йәлеп ителгән. Ағалы-энеле Рифат һәм Рим Баязитовтар, Наил Зәйнетдинов (шәхси автомашинаһында), Олег Федоров, “МТЗ-1822”-лә Евгений Савченко комбайндарҙың туҡтап тороуына юл ҡуймай. Әлеге мәлдә хужалыҡ баҫыуҙарында һуңғы гектарҙарҙың (ҡуҙаҡлы культуралар) уңышын йыйыу менән бер рәттән киләһе йылғыһына нигеҙ һалыу буйынса эштәр ҡыҙыу төҫ алған. Ауырғазы ра-йоны сигендә, йәғни Ивановка ауылы янындағы баҫыуҙа ике сәсеү агрегаты (механизаторҙар Ғәзим Юлмөхәмәтов, ағалы-энеле Марсель менән Динис Рәхмәтуллиндар, “КамАЗ” водителе Анатолий Долин, Константин Морозов, Вячеслав Афанасьев) ужым бойҙайы (“Московская” сортлы) сәсеү менән мәшғүл. Был культура 1000 гектарҙы биләйәсәк. Хужалыҡ механизаторҙары алдында һуңғы культура – “татлы тамыр” уңышын йыйып алыу бурысы тора. Эште нисек башлағандар, шулай сифатлы теүәлләргә яҙһын “Восход-СТ” хужалығы баҫыу эшсәндәренә.