+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Сентябрь 2018, 18:38

Ҡолҡандың өлгөлө йәш ғаиләһе

Ҡолҡан ауылына командировка ваҡытында ауылда төпләнеп, ишле балалар үҫтереп, тырышып донъя көткән, ауылдаштарына өлгө булып йәшәгән йәш ғаиләләр хаҡында белешкәйнек, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Айгөл Фәхретдинова һис икеләнмәйенсә Нурсилә менән Зариф Вәлиевтарҙы атаны. Матур донъя көтөп, төпкөл ауылдың киләсәге – ишле балалар үҫтереүсе улар кеүек йәнтөйәктәрендә төпләнеүсе йәштәрҙең булыуы һөйөндөрә.

Ҡолҡан ауылына командировка ваҡытында ауылда төпләнеп, ишле балалар үҫтереп, тырышып донъя көткән, ауылдаштарына өлгө булып йәшәгән йәш ғаиләләр хаҡында белешкәйнек, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Айгөл Фәхретдинова һис икеләнмәйенсә Нурсилә менән Зариф Вәлиевтарҙы атаны. Матур донъя көтөп, төпкөл ауылдың киләсәге – ишле балалар үҫтереүсе улар кеүек йәнтөйәктәрендә төпләнеүсе йәштәрҙең булыуы һөйөндөрә.

Бер-береһенән башҡа йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәгән был матур пар бынан ун йыл элек яҙмыштарын бергә бәйләгән. Өйләнешкәс, бәхет эҙләп ситкә тартылмай Вәлиевтар, ә тыуған ауылдарында төпләнә. Һөйөү хистәренә, ғаилә усаҡтарына тағы ла көслөрәк ялҡын өҫтәп бер-бер артлы береһе икенсеһенән һылыуыраҡ, мөләйемерәк ҡыҙ-улдары донъяға килә. Нурсилә башта үҙенә иптәшкә ҡыҙ, артабан һөйгәненә ике малай бүләк итә. Хәҙер ҡыҙҙары Зарина ла 10 йәштә, улдары Рәдифкә 8 йәш, ә иң бәләкәстәре Русланға оҙаҡламай 4 йәш тула. Өлкәндәре Сәйетбаба мәктәбендә 4-се һәм 2-се класта уҡыһа, кесеһе балалар баҡсаһына йөрөй.

Ғаилә – йәшәргә көс биреп тороусы яҡты усаҡ ул. Вәлиевтарҙың йортона аяҡ баҫыу менән үк ғаиләнең матурлығын, татыулығын һиҙемләргә була. Был нигеҙҙә ғаилә усағын һаҡлаусы - әсәйҙең балаларына ҡарата наҙлы ҡарашында, матур мөғәмәләһендә сағыла. Ата-әсә наҙында, ҡурсалауында үҫкән сабый өсөн тыуған йортта яҡшы, уңайлы шарттар булдырылһа, ул икеләтә бәхетле бала сағын кисерә. Был йәһәттән Вәлиевтар ҙур, иркен йорттарында ҡалалағыса уңайлыҡтар булдырырға тырышҡан.

Заказ буйынса Әсәлек капиталына брустан 9х10 метр ҙурлыҡтағы өр-яңы йорт бураһы (ылыҫлы ағастан) һатып алып, бер йыл элек һалып сыҡҡандар. Өйләнешкәс, йәштәр башта бәләкәй өйҙә йәшәй, ғаиләләре ишәйгәс, уның йәнәшәһендә бына ошо ҙур, күркәм, иркен йорт ҡалҡып сыҡҡан да инде. Ауылдың һәр бер ғаиләһе кеүек Вәлиевтар ҙа мал-тыуар ишәйтә (ике баш һыйырҙары, шунса уҡ бейә малы бар), шәхси хужалыҡтарын үҫтереп ғүмер итә, атай-олатайҙар шөғөлөн дауам итеп, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәләр – 10-дан ашыу баш умарталары бар.

Бәхет эҙләп ситкә китмәй, тыуып үҫкән төйәгендә төпләнеп, тырышып донъя көткән ғаиләнең тормошо ла бәрәкәтле. Тап ошондай Нурсилә менән Зариф Вәлиевтарҙың ғаиләһе кеүек ғаиләләр ауылдың ҡото һәм йәме булып тора ла инде.
Читайте нас: