+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Сентябрь 2018, 18:44

Әсәйле лә, атайлы ла саҡтар...

- Вәлиевтар ғаиләһен мин бик яҡшы беләм. Уларҙың балаларын да уҡытырға тура килде. Балалары тәртипле, тәрбиәле, хеҙмәт һөйөүсән, уҡырға тырыш булыуҙары менән айырылып торҙолар. Атай-әсәйҙәре иртә вафат булғас, иң оло апайҙары Миңниә Хәсәйетдин ҡыҙына туғандарына юғары белем алырға, һәр яҡлап та терәк булырға тура килде. Был ғаиләгә һоҡланмау мөмкин түгел

Әсәйле лә, атайлы ла саҡтар

Ғүмеремдең йырлы йылдары.

Бала сағым хәтирәһе булып,

Ҡолағымда сыңлай моңдары.

Ҡаранйылға ауылында ғүмер кисергән әсәйебеҙ Мәстүрә Зиннәт ҡыҙы менән атайыбыҙ Хәсәйетдин Ямалетдин улы Вәлиевтарға быйыл 90 йәш тулыр ине. Эйе, тормоштоң аяуһыҙ, үтә лә ауыр саҡтарында 14 йәшенән Бөйөк Ватан һуғышына алынған ата-йым, 7 бала тәрбиәләп үҫтергән, хеҙмәт ветераны әсәйем мәңгелек донъяға иртә, бик иртә күстеләр. Пәйғәмбәр йәшенә етһәм дә, балалыҡ, йәшлек хистәремдән һис арына алмайым. Күңелем өҙлөкһөҙ шул йылдарға алып ҡайта.

Әммә ваҡыт үтә, уның сабыуына йәбешеп беҙҙең ғүмер ҙә уҙа. Әле күптән түгел Ҡаранйылға ауылы клубында намыҫ арбаһы төҙөгән атайым, хыял даръяһы ҡалдырған әсәйем иҫтәлегенә “Хәтер кисәһе”н үткәрергә ауылыбыҙҙың абруйлы оло йәштәге кешеләре Миңнесур, Земфира, Хәбир, Альмира һәм Риф Вәлиевтар, Рауза Ялалова-Суфиянова, Вәсилә, Камил Йәрмиевтар, Нижневартовск ҡалаһынан Рәйфә һәм Разифа, Стәрлетамаҡтан Сәғирә, Өфөнән Наталья һәм Ләүзә, Красноусолдан барлыҡ туғандар һәм ауылдаштар йыйылдыҡ.

Барыбыҙға ла мәғлүм булыуынса, 2018 йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаилә – бер ҡараһаң, башҡаларға ситтән әллә ни күренмәгән, шул уҡ ваҡытта бихисап мәшәҡәттәрҙе туплаған бәләкәй дәүләт.Беҙҙең ғаиләбеҙҙең дә үҙ закондары, матур йолалары, бер ҡалыпҡа һалынған мөнәсәбәттәре, маҡсаттары булды. Атайыбыҙ төптән уйлап ҡына һөйләр, аҡыллы ҡарашлы, китап-журналдар уҡырға яратыусы кеше ине. Инәйебеҙ алсаҡ йөҙлө, егәрле, изге күңелле булды. Был кисәлә уларҙы белгәндәр яҡты иҫтәлектәрен матур хәтирәләр менән иҫкә алдылар.

Сәйетбаба ауылынан килгән Наил Хызыров Мәстүрә һәм Хәсәйетдин Вәлиевтарҙың яратҡан йырҙарын башҡарып, кисәне асып ебәрҙе. Шулай уҡ төрлө йылдарҙағы фотоларҙан әҙерләнгән видеоролик та үткәндәрҙе иҫкә алырға, иҫкә төшөрөргә һәйбәт булды. Һандуғастай моңло та-уышлы Рауза Ялалованың үҙе сығарған йыры ла ауылдаштары күңеленә хуш килде. Тыуған ауылын һағынып, был кисәгә ашҡынып ҡайтҡан Рәйфә һәм Разифа Вәлиеваларҙың йырҙарына залдағылар ҙа ҡушылды, уларҙы көслө алҡыштарға күмде. Сәғирә апай йөрәк түренән сыҡҡан моңло та-уышы менән онотола барған йырҙарҙы башҡарып, берсә һағышландырҙы, берсә уйландырҙы. Ғәлиә Хәсәйетдин ҡыҙы әрүахтар рухына аят уҡыны, изге ниәттәр теләне.

- Вәлиевтар ғаиләһен мин бик яҡшы беләм. Уларҙың балаларын да уҡытырға тура килде. Балалары тәртипле, тәрбиәле, хеҙмәт һөйөүсән, уҡырға тырыш булыуҙары менән айырылып торҙолар. Атай-әсәйҙәре иртә вафат булғас, иң оло апайҙары Миңниә Хәсәйетдин ҡыҙына туғандарына юғары белем алырға, һәр яҡлап та терәк булырға тура килде. Был ғаиләгә һоҡланмау мөмкин түгел, - тип һөйләп үтте уҡытыусы-ветеран Альмира Миңнияр ҡыҙы Вәлиева.

Атай-әсәйем халыҡ аҡылына, динебеҙ ҡиммәттәренә таянып, балаларын дөрөҫ юҫыҡта тәрбиәләү, донъя көтөү тәжрибәһен, рухи мираҫ, әҙәп, әхлаҡ ҡанундарын, иманыбыҙ асылын киләсәк быуынға тапшырыу маҡсаты менән янып йәшәне.

Беҙҙең ғаиләнең тулы тормош менән йәшәгән ваҡытын белеүселәр ауылда әле байтаҡ. Улар беҙҙең атай-әсәйҙе булдыҡлы, егәрле, ихлас кешеләр тип оло хөрмәт менән иҫкә алдылар. Атай-әсәй баҡыйлыҡҡа күскәс тә беҙ күрше-тирәнең, туған-таныштарҙың, дөйөм әйткәндә, ауыл халҡының йылы мөнәсәбәтен тойоп йәшәнек. Артабан да шулай булһын, иншалла.
Читайте нас: