Йәштән өйләнешеп, сәстәренә сал төшкәнсе тормош юлын ҡулға-ҡул тотоношоп бергә үткән ғаиләләр һәр кемдә һоҡланыу тойғоһо тыуҙыра. Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Нәүфилә һәм Мөхәмәт Байбулдиндар ҙа ихтирамға лайыҡ, өлгөлө ғаилә.
Уларҙың Ташбашына терәлеп тигеләй ултырған Октябрь урамының осондараҡ әллә ҡайҙан күренеп торған матур йорто ҡапҡа төбөнән үк сәскә-гөлдәргә күмелгән. Уттай ҡыҙыл сальвия, аҡ, көрән төҫтәге астралар һәм башҡа сәскәләр әле лә тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра. Йорт эсендә лә таҙалыҡ, бөхтәлек, урындыҡтарҙағы һуғылған балаҫтар, сигелгән таҫтамалдар, бәйләнгән әйберҙәр, бүлмә гөлдәре – барыһы ла өйгә йәм өҫтәй.
Гәүһәр туйҙарын ҡаршылаусы ғаилә башлығы Мөхәмәт ағайҙан нисек таныштығыҙ тип һорағас: “Кәләшемде минән дә алда инәйем күргән һәм бер күреүҙән оҡшатҡан да. Кем ҡыҙы икәнен дә һорашҡас, баҫалҡы, һомғол буйлы, сибәр ҡыҙ мотлаҡ минең киленем булырға тейеш, тип уйлап ҡуйған”, - тип йылмайып яуап бирҙе. Күп тә үтмәй Нәүфиләне һоратып яусы килә. Бер-береһе менән танышып, дуҫлашып та йөрөмәгән йәштәр шулай итеп ҡауыша. Нәүфилә 6 ир бала үҫкән Нәғимә һәм Закир Байбулдиндар ғаиләһенә килен булып төшә. Килен ҡәйнә тупрағынан ярала тиҙәр бит. Нәғимә апай ауылда талапсанлығы, үткерлеге, уңғанлығы менән билдәле ҡатын була. Үҙенә оҡшап бөтмөр, егәрле Нәүфиләне үҙ ҡыҙы кеүек күреп ярата ул, бер ауыҙ һүҙгә килешмәй бер нисә йыл бергә йәшәйҙәр.
Бар һуғыш йылы балалары кеүек, ғаиләлә өлкән ул Мөхәмәт ағай ҙа йәшләй генә эшләй башлай - “Йондоҙ” колхозының һарыҡ фермаһында көтөү көтә ул. Хәрби хеҙмәткә алынып, 3 йыл Германия-ла хеҙмәт итә. “Армиянан ҡайтып 2 көн генә өйҙә торҙом да, фермаға эшкә сыҡтым. Оҙаҡ йылдар ошонда эшләнем. Һуңынан бригадир миңә ағастан арба, сана эшләргә (был оҫталарҙы “шорник” тип тә йөрөткәндәр) тәҡдим итте,” – тип хәтерләй ул.
Балта эшенә оҫта Мөхәмәт ағай был эшкә лә ең һыҙғанып тотона һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозға ғына түгел, ауыл кешеләренә лә арба-сана, тәгәрмәстәр эшләй. Үҙ ғүмере эсендә 3 йорт һала ул. Тәүгеһен атай нигеҙендә төҙөй. Һуңынан үҙҙәренә өй һалып башҡа сығалар. 1980 йылда тағы ла яңы йорт төҙөп, өй туйлайҙар. Нәүфилә апай ҙа ғүмере буйы колхозда эшләй. “Мин эшләмәгән бер эш тә ҡалмағандыр ул. Фермала һыйыр, бейә һауҙым, ҡымыҙ бештем, Теләпәйҙә бесән дә саптым, оҙаҡ йылдар сөгөлдөрҙә эшләнем. Шулай, Ҡолҡандағы һарыҡ фермаһында һарыҡ ҡырҡырға ҡуштылар. Башҡалар 3-тө ҡырҡҡанда, күршем Мәрйәм менән мин 10-ар һарыҡ ҡырҡабыҙ. Эштән бәхет булды инде”, - ти Нәүфилә апай.
Һәр эштә лә алдынғы апайҙың һүрәте Почет таҡтаһынан төшмәй. Ауыл Советына депутат итеп тә һайлана. Нәүфилә апай менән Мөхәмәт ағайҙың фиҙаҡәр хеҙмәте бик күп Маҡтау грамоталары, Хеҙмәт ветераны миҙалы менән баһаланған. 6 бала әсәһе Нәүфилә Заһит ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән дә бүләкләнгән. Эйе, Байбулдиндар ғаиләһе 3 ул һәм 3 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Ырыҫлы, бәрәкәтле йортта тәрбиәләнгән балалар, ата-әсәһенең ярҙамы менән, тормошта үҙ урынын таба алған. Өлкән улдары Әхәт ғаиләһе менән Татарстанда төпләнгән, ҡыҙҙары Рәүиә Нефтекама ҡалаһында, Әхиәр – ауылда, Рәмилә менән Рәзимә – Салауатта, Рәзим Красноусолда
донъя көтәләр. Һәр береһен уҡытып, башлы-күҙле итеп, әлеге көндә 11 ейән-ейәнсәрҙең, 2 бүләрҙең уңыштарына ҡыуанып йәшәй Нәүфилә һәм Мөхәмәт Байбулдиндар. “Ғүмер буйы күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫраныҡ. Заманында бал ҡорттарын 50 баш тоттоҡ. Йыл һайын һуғымға һыйыр малы ғына түгел, ат та һуя торғайныҡ. Олоғайҙыҡ инде. Һыйыр малын, атты бөтөрҙөк, әле 20-ләп баш һарыҡ-кәзә, тауыҡтар тотабыҙ, бал ҡорттарыбыҙ ҙа бар, баҡса тултырып бәрәңге, ҡабаҡ, шәкәр сөгөлдөрө, башҡа йәшелсә ултыртабыҙ, Аллаға шөкөр, быйыл улар барыһы ла ишелеп уңды,” - тиҙәр Байбулдиндар.
Нәүфилә апай әле лә кәзә һауып ҡымыҙ эшләй. Мөхәмәт ағайҙың ихатаһында ҡасандыр хужалыҡ эштәрендә күп ярҙам иткән “ГАЗ-53” йөк машинаһы, быйыл һатып алған мотоблогы ла бар. Ул шуның менән бесәнен дә саба, урманға ла йөрөй. 80 йәште уҙһалар ҙа һаман да гөрләтеп донъя көтөп, бар донъя яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып, гәзит-журналды ҡалдырмай уҡып, бер-береһенә терәк-таяныс булып ғүмер итә Байбулдиндар. “Иң мөһиме - балалар шатлығын күреп, именлектә, һаулыҡта йәшәргә яҙһын”, - тиҙәр улар. Балаларығыҙға изгелек, һөйөү-наҙ өләшеп, йәштәргә үрнәк булырҙай эштә лә, тормошта ла, ғаиләһендә лә һынатмаған, күңел йылыһын, мөхәббәтен юғалтмаған матур пар булып, оҙаҡ йылдар йәшәгеҙ.