+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Октябрь 2018, 12:14

Тоғро ҡала туған халҡына

Республикабыҙҙың билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы, шағир, ғалим, башҡорт матбуғатын үҫтереүгә тос өлөш индергән арҙаҡлы яҡташыбыҙ, “Табын” гәзитенә нигеҙ һалған, гәзитебеҙҙең тәүге мөхәррире Ниязбай Булатбай улы Сәлимов күптән түгел 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан 5 октябрҙә йәнтөйәге - Яугилде ауылы мәктәбендә бик матур ижад кисәһе булып үтте. Унда ауылдаштары, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, Өфөнән ҡәләмдәштәре, рухташтары – билдәле әҙиптәр Хәсән Назар, Ринат Камал, БР Милли архивы директоры Әбүзәр Әбүзәров, район хакимиәте вәкиле Шамил Хәбибуллин, район башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Айҙар Рафиҡов, Ҡырмыҫҡалы районынан, күрше-тирә Ерек, Бурлы, Еҙем-Ҡаран, Юлыҡ, Йөҙимән, Сәйетбаба һәм башҡа ауылдарҙан вәкилдәр ҡатнашты.

Кисә гөрләп үтте. Танылған әҙип, хөрмәтле ауылдашҡа ауылдаштарының ихласлығы сикһеҙ ине. 2007 йыл аҙағында тап Нияз Сәлимовтың тырышлығы менән үҙ ишектәрен асҡан өр-яңы мәктәп ҡунаҡтарҙы ҡупшы биҙәлеп ҡаршы алды. Кисәне алып барыусы мәктәп уҡыусыһы Айнур Буранғолов менән уҡытыусы-ветеран Лилиә Миниязова (сценарий авторы ла) Ниязбай Булатбай улының тормош, хеҙмәт һәм ижад юлына байҡау яһаны, шиғырҙарынан өҙөктәр уҡып ишеттереп, уның ысын мәғәнәһендә тыуған ере өсөн йән атып йәшәгән ихлас, ябай, ярҙамсыл кеше, йәнтөйәгенең ысын патриоты, ауылдаштарын ифрат яратыусы ғәжәйеп кеше булыуын билдәләп үтте.

Тәүге һүҙ иң бәләкәстәргә – балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә бирелде. Кескәйҙәр өсөн матур-матур, фәһемле шиғырҙар ижад итеп, балалар әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән Нияз Сәлимовтың шиғырҙарын ятҡа һөйләп ишеттерҙе улар. Район мәҙәниәт һарайы йырсыһы – Бурлы ауылы ҡыҙы Рәзилә Хәбибуллина юбилярҙың ағаһы Кәрим Булат һүҙҙәренә Рәмил Ғимрани көй яҙған “Яугилде” йыр–бүләген башҡарып, ҡотлап үткәндән һуң, һүҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назарға бирелә.

- Нияз Сәлимовтың ғүмер байрамында ҡатнашыу минең өсөн ҙур мәртәбә. Арҙаҡлы дәүләт эшмәкәренең йәнтөйәген дә күреү насип булды. Ниязбай Булатбай улы менән аралашыу, уның менән бергә әҙәби мөхиттә, матбуғат донъяһында ҡайнашыу миңә һәр ваҡытта ла ҡыуаныслы, мәртәбәле, дәрәжәле тойғолар өҫтәй. Беҙ “Йәшлек” гәзитендә бергә эшләнек. Жәлил Кейекбаевтан башлап Нияз Сәлимовҡа тиклем Башҡортостандың иң арҙаҡлы шәхестәре, аҫыл заттары Ғафуриҙа тыуған. Улар менән һеҙҙең ғорурлана белеүегеҙ, балаларҙы улар миҫалында тәрбиәләүегеҙ күренеп тора, - тине Хәсән Мөҙәрис улы һәм “Рухташлыҡ” тигән шиғри күстәнәсенән ауыҙ иттерҙе. Ниязбай Булатбай улын ғилем донъяһына алып сыҡҡан Яугилде мәктәбенә китабын бүләк итте.

Билдәле яҙыусы-прозаик, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Ринат Камал да халҡым-илем-телем тип янған райондың ғына түгел, республиканың ғорурлығы булып торған ошондай ул үҫтергәндәре өсөн яугилделәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ниязбай Булатбай улы кеүек ир-егеттәребеҙ булғанда, милләтебеҙ йәшәй әле, тине ул. Ул да мәктәп китапханаһына ижад емешен бүләк итте.

Н.Сәлимов Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, ҡулына диплом алғас, хеҙмәт юлын Йөҙимән мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып башлай, класс етәксеһе лә була, икенсе йылына директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Йөҙимән мәктәбенән Ниязбай Булатбай улын ҡотларға уның элекке уҡыусыһы – башланғыс кластар уҡытыусыһы Лилиә Ғәлимова килгән.

Район хакимиәте вәкиле Шамил Хәбибуллин район хакимиәте исеменән ҡотлап, Ниязбай Булатбай улының һәр ваҡыт алғы сафтарҙа булыуын, яҡташтары, тыуған районы өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер тороусы, төрлө кимәлдәге проблемаларҙы хәл итеү өсөн янып-көйөп йөрөүсе, һәр яҡлап бәхетле кеше булыуын билдәләп үтте һәм артабан да дәүләт эшендә арымай-талмай емешле ижад юлы теләне.

Ҡырмыҫҡалы районынан килгән ҡунаҡ - хакимиәттең эштәргә идара итеүсеһе Фәрғәт Ҡотлобаев элекке район хакимиәте башлығы, хәҙер БР Премьер-министр урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнгән Фәнзил Сыңғыҙовтың Ҡотлау хатын, бүләк сертификатын һәм райондаштарының сәләмен еткерҙе. Ғафури районы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Айҙар Рафиҡов та Ҡотлауын һәм бүләктәрен тапшырҙы. Әбүзәр Әбүзәров (тамырҙары менән Таш-Аҫты ауылынан) архив хеҙмәткәрҙәре исеменән тәбрикләп үтте һәм Ниязбай Булатбай улының 3 йыллыҡ эшмәкәрлегенә бик ҙур баһа бирҙе. Сәйетбаба ауылынан билдәле уҡытыусы-ветеран, танылған йәмәғәт эшмәкәре Ғиндулла Шәйәхмәтов үҙе, ғаиләһе, ауылдаштары исеменән юбилярға ҡотлау сәләмдәрен күндерҙе. Еҙем-Ҡаран ауылынан Н.Фәрхшатов исемендәге премия лауреаты Флүрә Хәлилова ла байрамға буш ҡул килмәгән. Нияз Сәлимовҡа арнап ижад иткән “Данлы ул” тигән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Мәңге йондоҙ булып балҡып йәшәүен теләп, ғаиләһе исеменән китаптарын бүләк итте.

Нияз Сәлимов тыуған ауылында башланғыс белем алғандан һуң, 10-сы класты Бурлы мәктәбендә тамамлай. Юбилярҙы Яугилде ауылы ир-уҙамандары: Бурлы ауыл хакимиәте башлығы Азат Хәйретдинов, Бурлы урта мәктәбе директоры Рауил Солтанморатов тәбрикләп, иҫтәлекле бүләк тапшырҙылар, даими күрһәткән ярҙамы өсөн ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәре әйттеләр. Ниязбай Булатбай улы тыуған ауылын ғына түгел, әсәһе Нәфисә Мостафа ҡыҙының тыуған ауылын да ярҙамынан ташламай. Был хаҡта Ерек ауылы халҡы исеменән ҡотлаған Рима Кәримова әйтеп үтте. Ағинәйҙәр ансамбле “Ерегем” йырын, Ерек балын, буҙаһын, сәк-сәген бүләк итте. Юбилярҙы шулай уҡ класс етәксеһе Әсмә апай, ағалары Кәрим, Рәхим, Хөсәйеновтар ғаиләһе, туғандары, яҡындары ихлас ҡотланылар. Яугилде мәктәбенең элекке директоры, хәҙер Ишембайҙа йәшәүсе Сәйфулла Әлмөхәмәтов та тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе.

Н.Сәлимовтың тормош иптәше Гөлнур Ноғоман ҡыҙы ғаиләһе менән таныштырып, 38 йыл иңгә-иң терәшеп йәшәүҙәрен, юбилярҙың 2 ҡыҙ (Гөлназ, Дилбәр) һәм бер улдың (Дамир) атаһы, 2 ейән (Ильяс, Аскар), 3 ейәнсәрҙең (Нәркәс, Сәйҙә, Ассель (олатаһы Асия тип йөрөтә)) яратҡан олатаһы ла булыуын билдәләп үтте. Сәлимовтар 2006 йылда ғаилә премияларын булдырып, Яугилде мәктәбенең яҡшы билдәләргә өлгәшкән уҡыусыларына тапшыра килә. Гөлнур Сәлимова был традицияның артабан да дауам итәсәген белдереп, стипендияның быйылғыһын Әҙилә Сәфиуллина менән Алһыу Ишмөхәмәтоваға тапшырҙы.

Юлыҡ мәктәбе уҡытыусыһы Альмира Яҡшыбаева (үҙе гармунда һыҙҙырҙы) етәкселегендә 6-сы класс малайҙары музыкаль бүләк әҙерләп килгән – юбилярға арналған таҡмаҡтар кисәгә йәм өҫтәне. Яугилде мәктәбе уҡыусылары Н.Б.Сәлимовтың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар башҡарҙылар, илһамланып уның шиғырҙарын һөйләнеләр, башҡа сығыштар ҙа кисәнең үҙенсәлекле биҙәге булды. Бурлы мәктәбе уҡытыусылары башҡарған йырҙы ла ҡунаҡтар яратып ҡабул итте.

Ниязбай Булатбай улы кисәне йомғаҡлап, үҙен ошолай ҙурлағандары һәм матур байрам ойошторғандары өсөн һәммәһенә лә, айырыуса мәктәп коллективына ҙур рәхмәтен белдерҙе. “Яугир булып ҡалам” шиғырын уҡып ишеттерҙе.

Яугилденең улы булғанғалыр,

Яугирлек хас минең холҡома.

Ниҙәр кисерһә лә башҡайым,

Тоғро ҡалам туған халҡыма, -

тигән ошо юлдар уның бар булмышын асыҡ сағылдыра ла инде. Ул үҙенең байрам кисәһенә үҙе лә буш ҡул менән килмәгән, бер төркөм әүҙем ауылдаштарын Маҡтау грамоталары һәм китаптары менән бүләкләп үтте. Мәктәпкә Вәлиулла Ҡоломбәтовтың (тел оҫтаһы, шағир ғына түгел, бик оҫта рәссам да булған) ижад емеше – Салауат Юлаевтың портретын бүләк итте. Яугилде мәктәбенең – 100, Бурлы мәктәбенең 105 йыллығы уңайынан мәктәп тарихы хаҡындағы архив документтарын, быйыл баҫылып сыҡҡан “Шәхестәр иңендә - халҡым яҙмышы” һәм башҡа китаптарын белем усаҡтарына тапшырып үтте.

Кисә тамамланғас Нияз Сәлимовты ауылдаштары уратып алды. Кемдер теләктәрен әйтте, кемдер уға инселәп килтергән бүләген бирҙе, ә бәғзеләр ситтән генә ҡарап һоҡланып торҙо. Бар ғүмерен туған халҡына бағышлаған ауылының тоғро улына -

ауылдаштары ла бына шулай оло һөйөү, ҡәҙер-ихтирам менән яуап бирҙе.
Читайте нас: