-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
16 Ноябрь 2018, 13:49

Халыҡҡа яҡын тороусылар

Полицияның участка уполномоченныйҙарының көндәлек хеҙмәте ҡатмарлы һәм күп яҡлы. Бер яҡтан, тәүәккәллек, һөнәри оҫталыҡ, сетерекле хәлдәрҙә юғалып ҡалмауҙы талап итеп, енәйәт ҡылыусылар менән көрәште үҙ эсенә алһа, икенсенән, уларҙың бурысы кешеләр именлеге хаҡында даими хәстәрлек күреү. Шуға ла участковый – халыҡҡа иң яҡын тороусы, бәлә-ҡаза килә ҡалһа, тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашығыусы, кешеләр мәнфәғәтен яҡлаусы ла ул. Һөнәри байрамдары уңайынан район эске эштәр бүлегенең участка уполномоченныйҙары бүлексәһе начальнигы, полиция подполковнигы Илшат Хәлит улы КИНЙӘБУЛАТОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

-Полицияның участка уполно-моченныйҙары хеҙмәте – эске эштәр органдарында иң оло бүлексәләрҙең береһе булып тороуын билдәләп үтергә кәрәк. Уның 95 йыллыҡ тарихы бар. Участка уполномоченныйҙары – башҡаларҙан айыр-

малы рәүештә, хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлегенең алғы сафында – халыҡҡа иң яҡын тороусылар булып, ауыр криминаль йөктө тарта, тиһәң дә хата булмаҫ. Улар граждандарҙың иреген һәм хоҡуҡтарын, мөлкәтен закон нигеҙендә, дәүләт исеменән һаҡларға һәм яҡларға хоҡуҡлы. Икенсе төрлө әйткәндә, участка уполномоченныйҙары халыҡтың ышанысын аҡлау, улар менән тығыҙ бәйләнештә булып, мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу эшен алып барырға тейеш. Ҡағиҙә булараҡ, ул үҙ участкаһындағы хәлде контролдә тотоп, һәр кемдең тын алышын белеп торһа, халыҡ араһында закондарҙы аңлатыу, хоҡуҡ тәртибен өйрәтеү буйынса даими эш алып барһа ғына енәйәтселекте булдырмауға өлгәшә ала. Ғөмүмән, участка уполномоченныйының тынғыһыҙ хеҙмәтен бер ниндәй үлсәүҙәр менән дә билдәләп булмай. Ул ҙур яуаплылыҡты, түҙемлелек, сабырлыҡ, уяулыҡ, үҙ-үҙең менән иҫәпләшмәүҙе талап итеүсе хеҙмәт.

Һуңғы ваҡытта шәхси һәм ижтимағи мөнәсәбәттәр ҡатмарлаша төштө. Законһыҙ ҡорал менән алыш-биреш итеү, эскелек, урлашыу, кеше талау, үлтереү, коррупция, наркомания кеүек күренештәр йышайҙы. Быларҙың барыһы ла участка уполномоченныйҙарына мәшәҡәт арттыра.

Беҙҙең участка уполномоченныйҙары бүлексәһенең 10 айлыҡ эш һөҙөмтәләренә килгәндә, участка уполномоченныйҙары тарафынан 97 енәйәт эше асылды, законһыҙ рәүештә өйҙән спиртлы эсемлек һатыусыларға 60 административ протокол төҙөлдө, үлтереү менән янауҙың 44 осрағы асылды. Эске эштәр бүлегендә иҫәптә торған 400-ҙән ашыу төрлө категорияға ҡараған кешеләрҙе даими тикшереп тороу ҙа участковыйҙар иңендә.

Район эске эштәр бүлегенең участка уполномоченныйҙары бүлексәһе 14 хеҙмәткәрҙе берләштерә. Уларҙың һәр ҡайһыһына участкалар бүлеп бирелде, һәр береһе үҙ бурыстарын еренә еткереп үтәй. Байрам көнөндә бигерәк тә һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшеп эшләп, ҙур хеҙмәт стажына эйә булған, тәжрибәләрен йәш хеҙмәттәштәре менән ихлас уртаҡлашыусы иң ҙур участкаларҙы - Яңғыҙҡайын, Үтәк, Мораҡ, Буруновка, Толпар, Ташлы, Ташбүкән ауыл биләмәләрен хеҙмәтләндергән Айҙар Әмирханов, Ғәле Суфиянов (Бурлы, Имәндәш ауыл биләмәләре), Исмаил Тимерханов (Красноусолдағы Новоселка биҫтәһе), Ирек Хәсәнов (Табын ауыл биләмәһе) кеүек хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләп үтергә мөмкин. Быйыл бүлексәбеҙ 3 яңы хеҙмәткәр менән тулыланды. Улар: Алик Хәсәнов - иң ауыр – Аҡкүл ауыл биләмәһе участкаһын, Эмиль Әмирханов менән Иоан Осипов Красноусолдағы участкаларҙы хеҙмәтләндерә.

Барлыҡ коллегаларымды, ветеран-дарыбыҙҙы, уларҙың ғаиләләрен һөнәри байрамыбыҙ – Участка уполномоченныйҙары хеҙмәте барлыҡҡа килеүҙең 95 йыллығы менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, Ватаныбыҙ хаҡына хеҙмәттә уңыштар теләйем.


Читайте нас: