+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Ноябрь 2018, 17:43

Ауырыуҙарын да оноттолар

Бөтә донъя бала көнө Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы тарафынан 1954 йылда барлыҡҡа килә. Был байрамды 125 илдә билдәләйҙәр, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә. Һәр бала үҙен кескәй саҡта уҡ кеше тип атарға, шул уҡ ваҡытта бөтәһе лә бар шарттарҙы тигеҙ ҡулланып, шатланып, уйнап, көлөп йәшәргә хоҡуҡлы. 20 ноябрҙә ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Сәғиҙулла ҡыҙы Зәйнуллина ойоштороуында бер төркөм әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар Үҙәк район дауаханаһының балалар бүлексәһендә дауаланыусы балалар янына барҙылар. Бүлек табибы Динара Абаевна Кулагина изге маҡсат менән килгән төркөмдө ихлас ҡаршы алып, ял бүлмәһенә үткәрҙе. Бында әлеге мәлдә төрлө йәштәге 20 бала дауалана. Ра-йон мәҙәниәт йорто хореографы Эльвира Хөснөтдинова улар менән төрлө ҡыҙыҡлы уйын-дар уйнаны, яҡындан аралашып төрлө һорауҙар бирҙе. Балалар ауырыуҙарын онотоп уйнаны, бейене, күңел асты. Шулай уҡ район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Динара Әхмәдова, Вәсилә Әбделмәнова оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Был байрамды ойоштороуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуар Гөлфиә Миндийәрова (үҙе лә килгән ине), шулай уҡ Динар Шәриповҡа ҙур рәхмәт әйтке килә. Был байрам яҡшы эштәр башҡарыу, шәфҡәтлелек ярҙамы, иғтибар-ихтирам күрһәтеү өсөн матур көн. Тап ошо көндә кемдеңдер изгелек ҡылыуы, ә унан балаларҙың ысын күңелдән шатланыуы үҙе бер онотолғоһоҙ матур тойғо булып ҡалды.Әлфиә ВӘЛИЕВА.

Читайте нас: