+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Ноябрь 2018, 17:52

Республикала танылыу алды

Районыбыҙ эшҡыуарҙары өсөнсө йыл рәттән республика “Йыл эшҡыуары” конкурсында еңеү яулай. БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Башҡортостан Республикаһындағы вәкил ярҙамы менән БР Эшҡыуарҙар ассоциацияһы ойошмаһы үткәргән конкурс быйыл 20 июлдә старт алғайны. Унда республиканың 8 ҡала һәм 23 районынан 100-гә яҡын эшҡыуар ҡатнашырға теләк белдергән. Абруйлы комиссия һәр эшҡыуарҙың иҡтисади күрһәткестәрен өйрәнеп, социаль яуаплылыҡ, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүен дә иҫәпкә алып, төп 8 номинацияла еңеүселәрҙе билдәләй. Красноусолдан Гөлшат Вәлийән ҡыҙы Ҡаҙаҡҡолова “Күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу өлкәһендәге иң яҡшы эшҡыуар” төп номинацияһында еңеүсе булды. Былтыр ул ошо уҡ номинацияла өсөнсө урынды алғайны. Районда 2007 йылдан бирле ирле-ҡатынлы Ҡаҙаҡҡоловтарҙың күмәртәләп һатыу базаһы эшләп килә. Бынан тыш өс “Әкиәт” магазины, район мәҙәниәт һарайындағы кафеһы бар. Райондың ижтимағи-сәйәси тормошонда ла әүҙем ҡатнашып, төрлө сараларға бағыусы булараҡ та сығыш яһайҙар улар. Республика конкурсында лайыҡлы еңеү яулаған Гөлшат Вәлийән ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ, яңынан-яңы бейеклектәр яулауын теләйбеҙ. Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.

Читайте нас: