-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Декабрь 2018, 13:18

Тәҙрәләрҙә уттар балҡып янһын өсөн

1920 йылдың 22 декабрендә тарихи ГОЭЛРО планы ҡабул ителә. Ошо көндән илде электрлаштырыу башлана һәм энергетиктар үҙҙәренең һөнәри байрамын да тап ошо көндө билдәләй. Һөнәри байрамдары уңайынан районыбыҙҙы электр энергияһы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеүгә яуаплы ойошма – район электр селтәрҙәре начальнигы Марсель Рәсүл улы ҒҮМӘРОВты әңгәмәгә саҡырҙыҡ.

- Марсель Рәсүл улы, һеҙгә традицион һорау: һөнәри байрамығыҙҙы ниндәй уңыштар менән ҡаршылайһығыҙ?

- Беҙҙең 59 кешене берләштергән энергетиктар коллективы һөнәри байрамыбыҙҙы уңышлы ҡаршылай. Үҙебеҙҙең алға ҡуйылған бурыстарҙы еренә еткереп үтәргә тырышабыҙ. Быйыл капиталь ремонтҡа 2 миллион 400 мең һум аҡса бүленде. Әлбиттә, был бик аҙ. 4 трансформаторҙы яңырттыҡ, 8,5 километр һауа линиялары изоляциялы сымдарға алыштырылды, шул иҫәптән Толпар ауылы йүнәлешендә лә 3 километр арауыҡтағы 10 киловольтлы һауа линияларын яңыртып, изоляциялы сымдарға алыштырҙыҡ.

Беҙҙең энергетиктар коллективы 10 кВ-лы 640 километр, 0,4 кВ-лы 545 километр һауа линияларын, энергия бүлеү селтәрҙәрендә 371 дана трансформатор подстанцияһын хеҙмәтләндерә.

- Коллективығыҙ хаҡында ла әйтеп үтегеҙ әле.

- Барлыҡ эштәр артында алда әйткәнемсә, 59 кешенән торған берҙәм һәм татыу, эшсән коллектив тора. Араларында бар ғүмерен ошо өлкәлә хеҙмәт итеүгә бағышлағандар ҙа, яңы эш башлағандар ҙа бар. Энергетиктарҙың эше тынғыһыҙ һәм ауыр, шул уҡ ваҡытта ҙур яуаплылыҡ һәм уяулыҡ талап итә. Предприятиебыҙҙың нигеҙен 10 кешене берләштергән оператив бригада тәшкил итә. Улар көндө төнгә ялғап, сменалап, тәүлек әйләнәһенә эшләйҙәр. Тәүлектең ниндәй мәле булыуға ҡарамаҫтан, электр линияһында авария тураһында хәбәр алыныу менән был бригада урынға барып, ҡыҫҡа ваҡыт арауығында уның эҙемтәләрен бөтөрөп тә ҡуя. Бер бригаданың эше икенсеһенеке менән тығыҙ бәйләнгән. Механизация һәм транспорт хеҙмәтендә механик Мәҡсүд Сираев етәкселегендә 13 водитель эшләй, мастерҙар Мансур Дауытов һәм Илдус Юлъяҡшин етәкселегендәге электромонтер-линейщиктар бригадаһы, Алексей Кулагин етәкселегендә ауылдарҙа урынлаштырылған энергия бүлеү селтәрҙәренең трансформатор подстанцияларын ремонтлаусылар, мастер Хәниф Фәтҡуллин етәкселегендә энергия бүлеү ҡоролмаларын ремонтлаусы электрослесарҙар бригадалары, электр энергияһын иҫәпләү буйынса мастер Сәлих Сәфәрғолов етәкселегендәге бригада контролерҙарының тырышлығы, үҙ эштәренә яуаплы ҡарауҙары һөҙөмтәһендә өҙөклөктәргә юл ҡуйылмай. Энергия системаһының тәүлек әйләнәһенә ышаныслы эшләүен тәьмин итеүсе баш инженер С.Татарченко етәкселегендә диспетчерҙар Р.Солтанғолов, Р.Әбдрәшитов, А.Морозов, Т.Баһауетдинов, И.Сәфәрғәлиев.

Район энергетика тармағында иң ҙур хеҙмәт стажына эйә булған хеҙмәткәрҙәрҙе лә әйтеп үтергә кәрәк. Улар: предприятиеға 39 йыл ғүмерен бағышлаған электромонтерҙар З.Х.Кәримов, К.Ш.Ғәзизов, Ғ.М.Хәкимов, Р.М.Рәхимов, М.М.Алтынбаев, В.А.Попков, А.М.Алексеенко, В.А.Кузнецов, А.М.Яганшин, С.В.Звягинцев. Ветерандар артынан йәштәр ҙә ҡалышмай, еңел булмаған энергетик хеҙмәтендә тырышлыҡ күрһәтеүсе йәш электромонтерҙар М.Фәйзуллин, Р.Калмыков, П.Девятериков, И.Сәлихов, В.Бухарин.

- Байрам уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?

- Форсаттан файҙаланып, тотош коллективты, хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы (13 кеше), хеҙмәттәре энергетика тармағы менән бәйле кешеләрҙе һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Ныҡлы сәләмәтлек, яңынан-яңы уңыштар, шатлыҡ-һөйөнөстәр, ә хеҙмәт вахтаһындағыларға тыныс һәм аварияһыҙ эш теләйем. Хеҙмәттәштәремә халыҡ мәнфәғәте хаҡына көндәлек фиҙаҡәр хеҙмәттәре, үҙ һөнәрҙәренә тоғролоҡтары өсөн рәхмәт белдерәм. Барығыҙҙы ла байрамыбыҙ һәм яҡынлашып килгән Яңы йыл менән!

- Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт.
Читайте нас: