Тыуған Башҡортостаны-быҙҙа ғына түгел, республикабыҙҙан ситтә лә оло ихтирам һәм абруй ҡаҙанған туғаныбыҙ Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова ер нәҡ аҡлыҡ һәм сафлыҡ менән ҡапланған бер мәлдә, яңы йылдың тәүге көнөндә үҙенең күркәм ғүмер байрамын билдәләй.
Ул Имәндәш ауылында һунарсы ғаиләһендә 4-се ҡыҙ булып донъяға килә. Атайым Ғәббәс менән әсәйем Ғәйшә 7 балаға ғүмер биреп, барыбыҙҙы ла ғилемле итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Арабыҙҙа - уҡытыусылар, ашнаҡсы, мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм зәңгәр экран йондоҙо Шәүрә туғаныбыҙ. Ул беҙҙең арала иң зирәге, һәләтле, тырыш һәм ныҡышмал булыуы менән айырылып торҙо.
Күрше Ҡарағай мәктәбендә рус класында 8-се клас-ты тамамлағас, Салауат педучилищеһында уҡый. Хеҙмәт юлын Красноусолда башланғыс кластар уҡытыусыһы һәм мәктәп директоры булып башлай. Бер йылдан мәғариф бүлеге методисы, һуңынан район радиоһын ойоштороусы һәм корреспонденты була. 1981 йылда Ҡазан университетының журналистика бүлеген тамамлай, 1990 йылға
тиклем Башҡортостан радиоһында эшләй. Радиола эшләгәндә балалар, йәштәр өсөн юғары даирәләге етәкселәр, мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар, тәнҡит темаһына “Асыулы микрофон” кеүек тапшырыуҙар алып бара. 1990 йылда телевидениеға күскәс “Тамаша” әҙәби берекмәһе программаһын етәкләй. Телевизор ҡараусылар уның Башҡортостаныбыҙҙың мәҙәни тормошон сағылдырған бик матур тапшырыуҙарын ҡарап ҡыуаналар.
Шәүрә Ғәббәс ҡыҙына ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе булып республика журналистарының иң юғары наградаһы – Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия бирелә. Һуңғараҡ төрлө йылдарҙа Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, М.Ғафури исемендәге премия лауреаты, Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, радио һәм телевидение буйынса Евразия Академияһы академигы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
Был исемдәргә тик тынғыһыҙ хеҙмәт, һөнәри оҫталыҡ, һәләт менән генә өлгәшеп булалыр. Ул бик күп йылдар Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең ижадын өйрәнде. Уның ижадының асылына шағир һүҙҙәре, шиғырҙарын уҡыуы менән тамашасыларҙы йәлеп итте.
Шәүрә туғаныбыҙ йәмәғәтсе, тележурналист ҡына түгел, ҡатын-ҡыҙ, әсә лә. Улы Салауат килене Эльвира менән 2 ҡыҙ үҫтерәләр, ҡыҙы Әлиә менән кейәүе Илфаттың да 2 ҡыҙы үҫә. Балалары юғары белем алып, һәр береһе юғары вазифаларҙа эшләп йөрөйҙәр. Уларға ул һөйөклө әсәй, беҙҙең өсөн дә ҙур терәк-таяныс. Килер йылдарың изгелек-шатлыҡтар менән тулы булһын, туғаныбыҙ!