-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бәрәкәтле ғүмер йылдары

Республикабыҙҙа иғлан ителгән Ғаилә йылы уңайынан ауылдарҙа әленән-әле төрлө саралар үтеп тора. Баҡраҡ ауыл клубында ла мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауыл күрке булған ғаиләләрҙе йыйып, бик матур кисә ойошторҙо.

Был көндө сәхнә түренә 4 тиҫтә йыл һуҙымында тормош һуҡмағынан бер-береһенә ышаныслы терәк булып атлап, рубин туйҙарын билдәләгән Юлиә Хөсәм ҡыҙы менән Мөхтәр Мәҡсүт улы Хәсәновтар, ынйы туйҙарын байрам иткән Альбина Әхәт ҡыҙы менән Рөстәм Әнүәр улы Ибраһимовтар, Рима Риф ҡыҙы менән Илвир Илфат улы Әхмәҙуллиндар, Сәриә Зыя ҡыҙы менән Марс Мәҡсүт улы Хәсәновтар һәм Фирҙәүес Фәтих ҡыҙы менән Шакир Рафиҡ улы Юлдашевтар саҡырылды. Һәр ғаилә был иҫтәлекле байрамға ентекле әҙерләнгән - залда уларҙың тормош юлын сағылдырған стендтарҙан күргәҙмә ойошторолған.

Ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәренең байрам шатлығын уртаҡлашырға балалары, ейән-ейәнсәрҙәре килгән. Төрлө тарафтан туған-тыумасалар, ауылдаштар йыйылған. Шулай булырға тейештер ҙә, сөнки был парҙарҙың һәр береһе матур, өлгөлө тормош юлы үткән, аҡыллы балалар тәрбиәләп үҫтергән. Мәҫәлән, Мөхтәр Мәҡсүт улы заманында М.Ғафури исемендәге колхоздың алдынғы механизаторҙарының береһе булды, Юлиә Хөсәм ҡыҙы ла ҡайҙа ҡушһалар, шунда егелеп эшләне. Әле лә ҡул ҡаушырып тик ятмайҙар, баҡса тултырып йәшелсә үҫтерәләр, ихата тулы ҡош-ҡорт. Ауылда, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһендә генә түгел, район кимәлендә үткән һәр төрлө сараларҙа, йәрминкәләрҙә әүҙем ҡатнашалар. Биш бала тәрбиәләп үҫтерһәләр, бөгөн 9 ейән-ейәнсәргә яратҡан олатай-өләсәй.

Ибраһимовтар ғаиләһе инде ауылда ғына түгел, тотош районда билдәле эшҡыуарҙар, уларҙың исем-шәрифтәре бик күптәргә таныш. Шәхси хужалыҡтан һөт йыйыу буйынса районда йылдың-йылы беренселекте яулаған Альбина Әхәт ҡыҙы хаҡында рес-публика баҫмаларында ла яҙып сыҡтылар.Был уңған ғаиләлә өс бала үҫһә, әлегә ике ейәнсәрҙәре бар.

Ике ҡыҙға матур тәрбиә биреп үҫтергән Рима менән Илвир Әхмәҙуллиндарҙың да биш ейән-ейәнсәре бар. Илвир Илфат улы ла заманында хужалыҡтың алдынғы водителе ине. Ауылдаштары был ғаиләне игелекле, ипле булғаны өсөн дә ихтирам итә.

Марс Мәҡсүт улы күп йылдар инде Еҙем-Ҡаран урта мәктәбе автобусында эшләп, эргә-тирәләге бәләкәй ауылдарҙан балаларҙы йөрөтә. Ә уның йәмәғәте Сәриә Зыя ҡыҙы почтальон булды, ул эшләгән йылдарҙа беҙҙең “Табын” гәзите һәр йортҡа килә ине. 3 ҡыҙ үҫтергәндәр, бөгөн ике ейән-ейәнсәргә яратҡан олатай-өләсәй.

Шәриповтар ғаиләһен инде ауылдаштары элекке М.Ғафури исемендәге колхоздың алмаштырғыһыҙ малсылары тип белә. Шакир Рафиҡ улы урта мәктәпте тамамлау менән эш башлап, ферманан һуңғы малдарҙы алып киткәнгә тик-лем ошонда ҡала. Ә Фирҙәүес Фатих ҡыҙы һауынсы була, йәш малдар тәрбиәләй. Ике ҡыҙ, бер ул үҫтерһәләр, бөгөн биш ейән-ейәнсәрҙәре бар. Юғарыла әйтеп киткәнемсә, ғаилә байрамдарын билдәләүсе был парҙарҙың һәр береһе бөгөн үҙҙәренең шәхси хужалығында ең һыҙғанып эшләп, балаларына ныҡлы терәк, таяныс булып торалар.

Рубин, ынйы туйҙарын билдәлеүсе ғаиләләрҙе тәбрикләп Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Хәсәнова, ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зөлфиә Йомағолова иң изге, йылы теләктәрен еткерҙеләр, иҫтәлекле буләк тапшырҙылар. Ә шулай ҙа балаларының рәхмәт һүҙҙәре, береһенән икенсеһе һәләтлерәк ейән-ейәнсәрҙәрҙең йыр-бейеүҙәре улар өсөн иң ҙур буләк булғандыр. Шулай уҡ Гүзәл менән Динислам Шафиҡовтар, Өфө ҡунаҡтары Рәғиҙә менән Вәғиҙә Бикембәтоваларҙың дәртле, моңло йырҙары һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер.

Әйтергә кәрәк, кисәнән ғаилә байрамдарын билдәләүселәр ҙә, ҡунаҡтар ҙа ҡәнәғәт булып, был сараны йәнле, йәмле итеп алып барған Рәүилә Килмөхәмәтоваға, ойоштороусы һәм әҙерләүсе Лилиә Күскилдинаға рәхмәтле булып таралышты.