-15 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бәхет сере нимәлә?

- Татыулыҡта, бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп йәшәүҙә. Ир ир, ҡатын ҡатын урынында булһа ғына ғаиләлә татыулыҡ була. Ошо һүҙҙәр менән яуап бирҙе миңә 53 йыл тормош иптәше менән татыу ғүмер кисереүсе Рауза апай Сатлыҡова, минең “Бәхет сере нимәлә?” тигән һорауыма. Эйе, бик ябай ҙа, ҡатмарлы ла яуап, сөнки һәр кешенең үҙ яҙмышы.

Мәжит ағай ҙа, Рауза апай ҙа һуғыш осоро балалары. Икеһенең дә аталары һуғышта һәләк булған. Бәләкәйҙән етемлекте лә, аслы-туҡлы йәшәүҙең ни икәнен дә белеп үҫкәндәр.

Рауза апайҙың әсәһе, ире һуғышта һәләк булғас, 2 балаһын алып, Төркмәнстандан тыуған ауылына күсенеп ҡайта. Рауза апай Бурлы ауылында урта мәктәпте тамамлағас, һатыусылыҡҡа уҡырға китә. Уҡып бөткәс район үҙәгендә эшләй башлай. Бер нисә йыл эшләгәндән һуң, Яңы Бурлы ауылына уҡытыусы итеп эшкә ебәрәләр. 4 йыл эшләп өлгөрә ул Яңы Бурлыла. Себер яҡтарынан ауылға ҡайтып йәшәй башлаған Мәжит Сатлыҡовҡа тормошҡа сығып, Бурлы мәктәбенең интернатына тәрбиәсе булып урынлаша. Яҙмыш уға бик ауыр һынау әҙерләп ҡуйған була. Уның буласаҡ тормош иптәше Себерҙән ике йәш кенә бала менән ҡайта. Киләсәк тормошон уйлап, күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрергә тура килә Рау-за апайға. Күҙеңә мөлдөрәп ҡарап торған сабыйҙарҙы ни хәл йәлләмәйһең? Әсәләре ташлап киткән ошо ике балаға әсәй булырға тура килә уға. Йүнле әсә тәрбиәһе күрмәгәнлектән, балалар икеһе лә бик сәләмәт тә түгелдәр. Сания ла, Фәниә лә уны беренсе көндән үк үҙ итәләр, “әсәй” тип өҙөлөп торалар. Шулай инде, тапҡан әсә түгел, баҡҡан – әсә. Ҡәйнәһе менән бергәләп ҡыҙҙарҙы аяҡҡа баҫтыралар. Әйткәндәй, 35 йыл ҡәйнә менән татыу ғүмер кисерә улар. “Бер ҡырын ҡарашын күрмәнем, үҙ ҡыҙылай яҡын күрҙе ул мине”, - тип иҫкә ала ҡәйнәһен Рауза апай.

Бик матур йәшәп китә улар ауылда. Йәш киленде әҙәплелеге, уңғанлығы өсөн яраталар. Мәктәп интернатында эшләгәндә лә үҙ эшенә бик яуаплы ҡарауы менән айырылып тора Рауза апай.

- Ул ваҡытта интернатта биш

ауылдан килгән 120 бала йәшәй ине. Әлеге кеүек автобустар юҡ, атай-әсәйҙәре трактор йәки ат менән килтерәләр ине. Иртәнән кискә тиклем интернатта була инек, иртән сәғәт 7-нән уятырға барабыҙ, кис йоҡлатҡас ҡайтып китәбеҙ. Дәрес әҙерләтәһең, китаптар уҡыйһың, таҙалыҡты, тәртипте тикшерәһең – көндөң үткәне лә һиҙелмәй ине. Ә өйҙә ике бала, мал-тыуар ҡарарға кәрәк. Ярай әле ҡәйнәм булды.

Тырыш хеҙмәте өсөн Рауза апайҙы күп төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләйҙәр. Мәғариф бүлеге, район Советы, Башҡортостан Республикаһы кимәлендә бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙарын ҡәҙерләп һаҡлай ул.

Тормош иптәше Мәжит ағай ҙа бик уңған, тынғыһыҙ кеше булып сыға. Ауыл мәктәбен тамамлағас, ул Бәләбәйгә электрикка уҡырға китә. Ул ваҡытта ауылда электрҙы дизель аша ғына биргән булалар. Колхоз етәкселәре йәш, өмөтлө егетте колхоздың төрлө эшендә йөрөткөһө килмәй. Шуға ла уға ошондай кәңәш бирәләр: “Һөнәреңде юғалтмаҫ өсөн һин әлегә берәй ерҙә электрик булып эшләй тор, ә ауылға электр керетә башлағас, беҙ һине ҡайтарырбыҙ”, - тиҙәр. Шулай итеп, уға Себер яҡтарында ла эшләп ҡайтырға тура килә. 1965 йылда ул Бурлы ауылында электрик булып эшләй башлай. Шул йылдарҙа Бурлы, Ҡормантау ауылдарына электр уты керә. Оҙаҡ йылдар Бурлы ауылында электрик булып эшләй Мәжит ағай. Эшсән, тырыш, булдыҡлы егетте бик ихтирам итә ауыл халҡы. Ваҡыт менән иҫәпләшмәй, көсөн йәлләмәй хеҙмәт итә ул ауылдаштарына. Уға профсоюз ойошмаһы рәйесе булып та эшләргә тура килә. Дәүләтебеҙ уның хеҙмәтен юғары баһалай. “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәләре, төрлө дәрәжәләге Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары был хаҡта асыҡ һөйләй.

1994 йылда Мәжит ағайҙы Ишембай электр селтәренең Бурлы подстанцияһына эшкә саҡыралар. Яңы эш урынында ул шундай тәртип, таҙалыҡ урынлаштыра, хатта Өфө ҡалаһынан килгән тикшереүселәр Мәжит ағайҙы Хөкүмәт бүләгенә үҙҙәре үк тәҡдим итәләр. Бөтә Башҡортостанды йөрөп сығып, бындай тәртипте күргән булманы, тиҙәр улар. Пенсия йәшенә етһә лә, Мәжит ағайҙы эшенән ебәрмәйҙәр. 2002 йылда ғына хаҡлы ялға туҡтай ул. Әлеге көндә икеһе лә хаҡлы ялдалар. Ике ҡыҙын да уҡытып, туйҙар үткәреп, хәҙер инде ейәндәр ҡарашалар. Биш ейән-ейәнсәре, дүрт бүләһе бар уларҙың. Өйҙәре йылы, яҡты, газ-һыу кергән. Бына бит ожмахтағы кеүек йәшәйбеҙ, тип шатлана улар. Ҡунаҡсыл өйҙән кеше өҙөлмәй. Эйе, бына шундай матур итеп ғүмер кисерәләр, ауылдаштарының ихтирамын яулаған бәхетле парҙар – Рауза апай, Мәжит ағай Сатлыҡовтар.