+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Бәхетле ғаиләләр донъяһы”

Ғаилә йылы сиктә-рендә әленән-әле төрлө кисәләр үткәрелеп тора. Шәмбе көнө, каникул алдынан “Ғаилә” Көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәгенең район бүлексәһе “Бәхетле ғаиләләр донъяһы” тип аталған күңелле сара үткәрҙе.

Һ
әр бер килеүсенеойоштороусылар: ошо бүлектең етәксеһе Альбина Ғәзизова, белгестәр Миләүшә Зәйнуллина, Анастасия Коковихина, Алина Афанасьева, “Изгелек шишмәһе” ойошмаһынан Эльвина Кәлимуллина, әкиәт геройҙары Фиксиктар, Оҙон ойоҡ Пеппи һәм ирекмәндәр матур итеп ҡаршы алды, улар килеүселәр үҙҙәрен үҙ өйөндәге кеүек иркен тотһон өсөн сараны бар яҡтан уйлаған. Балалар рәхәтләнеп татлы кәнфиттәрҙән ауыҙ итһә, ҡул эштәренән күргәҙмә ҡуйылған өҫтәл һәр кемде үҙенә тартып тора ине.
Аҡкүл ауылының 10-сы класс уҡыусыһы, ирекмән Радмир Кәримов заманса бейеү башҡарып, был кисәне тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Балалар атай-әсәйҙәр менән бергә айырым бүлмәләрҙә ойошторолған оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. “Матурлыҡ салоны”нда йәш ҡыҙҙар кем уҙарҙан прическа яһатып, биҙәнеп алырға ла ваҡыт тапты. Бында уларҙы ирекмәндәр - Красноусолдың 2-се мәктәп уҡыусыһы Карина Ғәзизова, 3-сө мәктәптән Розалия Зәйнуллина, Башҡорт дәүләт университеты студенткаһы Резида Зәйнуллина апайҙары биҙәнеү серҙәренә өйрәтте. Ижади эш буйынса балалар тоҙло ҡамырҙан әүәләп алған һындарҙы рәхәтләнеп буяп, аҙаҡтан үҙҙәренең ҡулына ҡарап ҡәнәғәт йылмайҙылар. Ҡайһы берҙәре аппликация эшен башҡарҙы. Бәрәңгегә пластилиндан йәбештереп төрлө йорт, урман хайуандарын да эшләнеләр. Епкә сәйлән теҙеп башҡарылған нескә ҡул эштәре лә балаларҙы үҙенә ылыҡтырҙы, хатта бынан уларҙы айырып алыуы ла еңелдән булманы. Балаларға ҡул эштәре менән булғанда арырға ла форсат булманы, тәнәфес яһап, бейеп тә алдылар.
Ғаилә менән килгән әүҙемдәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Табын ауылынан дүрт бала ата-әсәһе Екатерина һәм Филүс Шәйәхмәтовтар балалары – Винер, Нур, Арина, Самираны алып килгән. Шулай уҡ Кәримовтар ғаиләһе лә был сарала үҙҙәренең әүҙемлектәрен күрһәтте.
Шулай уҡ ошо кисәне тулы кимәлдә үткәреүҙә ярҙам иткән “Берҙәм Рәсәй” партияһы етәкселегенә, Илдус Йәнешевҡа, үҫмерҙәр китапханаһынан Зөлфирә Үтәғоловаға, “Әкиәт” балалар баҡсаһынан Әлфиә Ефремоваға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Бында килгән һәр кем кисәнән ҡәнәғәт ҡалды. Балалар рәхәтләнеп уйнаны, көлдө, ҡул эштәрендә ҡатнашты. Ойош-тороусыларҙың: “Бындай сараны йышыраҡ үткәреп торорбоҙ”, - тигәнен хупларға ғына ҡала.
Читайте нас в