-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Мәңгелек хәтер

14 февралдә Красноусол башҡорт гимназия-интернатында Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуының 30 йыллығына арнап Афған Республикаһында хеҙмәт иткән ветерандар менән «Мәңгелек хәтер» тип исемләнгән осрашыу кисәһе үтте.

Осрашыуға яугир-интернационалистар Андрей Павлович Мигунов, Әлфир Мөхәмәт улы Исхаҡов, Наил Әҡсән улы Вәлитов килгәйне. Сараға яугирҙарҙан тыш гимназия уҡыусылары, уҡытыусылар, тәрбиәселәр йыйылды. Кисә Динә Ғилман ҡыҙы Абдуллина етәкселегендәге «Ҡолонсаҡ» вокал ансамбленең «Сәләм» исемле йыры менән башланды. Алып барыусылар – 10 “Б” класы уҡыусылары афған һуғышы тураһында мәғлүмәт бирҙе. Тормошҡа саҡ аяҡ баҫҡан 18-20 йәшлек егеттәрҙе Афғанстанға хеҙмәт итергә ебәрәләр.Ҡулдарына мылтыҡ алып дошмандарға ҡаршы аяуһыҙ көрәшә улар. Был һуғышта күпме ҡан һәм күҙ йәше түгелгән. Уларҙың түҙемлеген һәм батырлығын Ватаныбыҙ бер ваҡытта ла онотмай. Тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен биргән һалдаттарҙың даны мәңгелек.

Афған һуғышы 9 йыл 1 ай 19 көнгә һуҙыла. 1989 йылдың 15 феврале шатлыҡлы көн була, сөнки ғазаплы һәм йонсотҡос һуғыш тамамлана. Шулай уҡ был көн ҡайғылы ла, сөнки бөтә һалдаттар ҙа тыуған еренә әйләнеп ҡайта алмай. Афғанстанда 620 мең совет һалдаты һәм офицеры ғәскәри бурысын үтәй. Ошо ваҡыт арауығында 14453 кеше вафат була, эҙһеҙ юғала, әсирҙән ҡайтмай, 35 меңе йәрәхәт ала. Был һуғыш беҙҙең республикабыҙ өсөн дә эҙһеҙ үтмәй. Унда Башҡортостандан 9 мең ярымдан ашыу кеше ҡатнаша. Шуларҙың 343-ө яу яланында ятып ҡала. Беҙҙең Ғафури районынан да тыуған ерҙәренә ҡайта алмаған яҡташтарыбыҙ бар. Бына улар: Юныс Рауил улы Зәйнуллин (Мәндем ауылы) 1986 йылдың 14 апрелендә, Зиннур Мөхәмәтҡол улы Иҙрисов (Бәләкәй Үтәш ауылынан) 1984 йылдың 26 февралендә һәләк була, Рафаэль Рауил улы Сабитовтың (Игенселәр ауылынан) 1983 йылдың 2 майында, Сергей Викторович Черновтың (Буруновка ауылынан) 1984 йылдың 2 майында ғүмерҙәре өҙөлә.

Кисәлә яугир-интернационалистар Афғанстанда хеҙмәт иткән осорҙағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уҡыусылар уларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, армия тормошо тураһында төрлө һорауҙар бирҙе.

Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Ришат Зөфәр улы Уразғолов Афған ерендә үлеп ҡалған яҡташы, яҡын дуҫы Юныс Зәйнуллин тураһында һөйләне. Кисәлә Афған һуғышының фажиғәһен, ғазаплы көндәрен сағылдырған документаль фильм күрһәтелде. Кисә «Айгүзәл» өлгөлө бейеү ансамбле етәксеһе Айгөл Фәрит ҡыҙы Буранова әҙерләгән музыкаль номерҙар менән үрелеп барҙы. Осрашыу һуңында уҡыусылар ветерандарға тере сәскәләр бүләк итте.

Афғанстанда хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға осрашыу кисәһендә ҡатнашҡандары
өсөн гимназиябыҙ директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова ҙур рәхмәт
әйтеп, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныс күк йөҙө, именлек теләне.