-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ир-егет – илгә терәк

Сәйетбаба ауылының «Ләйсән» балалар баҡсаһында байрам иртәлектәре һәр саҡ күңелле һәм мауыҡтырғыс үтә. Бына әле лә өлкәндәр төркөмөндә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған «Ир-егет – илгә терәк» тип исемләнгән атайҙар байрамы үткәрелде.

Сараға ҡасандыр Армия сафында хеҙмәт иткән ир-уҙамандар – атайҙар, олатайҙар менән бер рәттән уҡыусы малайҙар ҙа саҡырылғайны. Кисәлә ҡатнашыусы ир-егеттәр «Катюша» һәм «Бөркөттәр» исемле ике командаға бүленеп бер-береһе менән көс һынашты.

«Катюша»ла – Рәис Мурзин, Азат Ишмырҙин, Ғайса Ғәлин, Миңнур Йәнешев, Айҙар Фәттәхов, «Бөркөттәр» ҙә Әхтәм Фәхретдинов, Рөстәм Шаһиев, Зиннур Шаһиев, Урал Фәттәхов һәм Тимерхан Ғәлекәев үҙҙәренең физик яҡтан сыныҡҡан булыуҙарын дәлилләне. Шулай ҙа «Катюша» көслөрәк булып сыҡты.

Бәйгеселәр дәрт-ләнешеп арҡан тартыштылар, тоҡ кейеп һикерҙеләр, сәпкә тигеҙеү буйынса мәргәнлектәрен күрһәттеләр. Арҡа менән бер-береңде түңәрәктән этеп сығарыу, ҡулса эсендә икешәрләп йүгереү һәм башҡа конкурстар ҙа бик ҡыҙыҡлы булды. Ир-егеттәргә аш-һыу өлкәһендә лә көстәрен ҡулланыу мөмкинселеге тәҡдим ителде: улар әфлисун һутын әҙерләү һәләттәрен күрһәтте.

Ниндәй сара йыр-бейеүһеҙ үтә һуң? Беренсе команда «Катюша», «Шайморатов генерал» йырҙарын оҫта башҡарһа, икенсеһе «Любезники, любизар» йырына матур итеп бейеү сәхнәләштерҙе.

Бәләкәс көйәрмәндәр ҙә тик ултырманы: һәр бала атаһы өсөн янып-көйөп, уның көсөнә һоҡланып ултырҙы. Ә байрам аҙағында ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәре эшләгән бүләктәре менән аталарын ҡыуандырҙы. Байрамға арнап сығарған стенд та ҡунаҡтар күңеленә хуш килде: унда атайҙарҙың портреттары төшөрөлгән ине.

«Тирмәкәй» төркөмөнә йөрөгән илһөйәрҙәр тамашасыларҙы Тыуған ил,
ватансыллыҡ хаҡында шиғырҙар менән ҡыуандырҙы, матур йырҙар һәм бейеүҙәр
бүләк итте. Төркөм етәксеһе Люциә Рәсүл ҡыҙы Ғәниеваның балаларҙы
рухлы, ысын йөрәкле кеше итеп тәрбиәләүе маҡтауға ғына лайыҡ.