+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Эшсе һөнәре - хөрмәттә

Ирекмәндәр йылы дауам итә. Ошо уңайҙан шишәмбе көндө район мәҙәниәт һарайында бер нисә сара үтте. Уны Өфө ҡалаһынан йәштәр һәм үҫмерҙәр менән эшләүсе ирекмәндәр хәрәкәттәре вәкилдәре уҙғарҙы.

Баш ҡала-нан йәш-тәр менән эшләү буйынса белгес Гөлнара Гәрәева район хакимиәтенең йәштәр бүлеге мөдире Гөлназ Мирхәйҙәрова менән берлектә мәктәптәрҙең өлкән класс уҡыусылары һәм Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы студенттарын йыйып тренинг уҙғарҙы. Ул ирекмәндәрҙе берләштереүгә һәм проект эштәренә арналды.

Ә мәҙәниәт һарайының робототехника бүлмәһендә Элина Сафинаның уйын формаһында уҙғарған тренингында район мәктәптәренең хәүеф төркөмөндә иҫәптә торған түбән класс уҡыусылары эшсе һөнәрҙәрен барланы. Уның маҡсаты булып эшсе һөнәрҙәрен профориентациялау, бөгөн хеҙмәт баҙарында тап ошо һөнәрҙәр ҙур һорау менән файҙаланыуын аңлатыу торҙо. Уға БР буйынса ЭЭМ-ның Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу идаралығы оперуполномоченныйы Мәҙинә Хөсәйенова ярҙамлашты.

Тренингта ҡатнашҡан балалар ике командаға бүленеп үҙ-ара ярышты: төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙе, һәр төрлө техниканың өлөштәрен барланы, ашнаҡсы-кондитер булып та ҡараны (плас-тилиндан төрлө кондитер изделиелары “әҙерләне”), иң һуңынан таҡта киҫәксәһенә үҙ ҡулдары менән шөрөптәр бороп, ағас эшенең нескәлектәренә төшөндө, теләктәр теләне.

- Балаларға тәү башта һәр кем башҡара алырлыҡ эшсе һөнәрҙәре, аҡса эшләүҙең аныҡ ысулдары хаҡында һөйләп, мотлаҡ офиста ғына ултырып, шулай уҡ легаль булмаған юл менән аҡса табыуҙы уйламаһындар, ә бары тик үҙ көсөң, үҙ ҡулдарың менән эш хаҡы алырға мөмкин булыуын асыҡ миҫалдар аша төшөндөрҙөк, - тине был фәһемле сараның маҡсатын аңлатып уны

ойоштороусылар.


Читайте нас в