-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Күҙ йәштәренә мансылған байрам

15 февралдә Афғанстан еренән һуңғы совет һалдатын сығарыуға 30 йыл тулды. Хәҙер был көн локаль бәрелештәрҙә һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнә. Тап ошо көндө афғансылар бергә йыйылып, был иҫтәлекле датаны билдәләне. Красноусолда Хәрби дан аллеяһы, йәғни локаль бәрелештәрҙә һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск янына хәрби хәрәкәттәр ветерандары, Афған һәм Чечен һуғышы, сик буйы, Һауа-десант ғәскәрҙәре, эске эштәр ветерандары, йәмәғәтселек, район етәкселеге, предприятие-ойошмалар вәкилдәре, район үҙәге мәктәптәре уҡыусылары тантаналы митингыға йыйылды.

Митингыны асып, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов бөгөнгө көн ҡайғылы, шул уҡ ваҡытта иҫтәлекле, онотолмаҫлыҡ дата, локаль бәрелештәрҙә һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алыу көнө булыуын билдәләп, беҙ бөгөн Тыуған илебеҙҙе һаҡлап афған һуғышында ҡатнашҡан һалдат-яугирҙар алдында баш эйер, рәхмәт әйтер өсөн йыйылдыҡ, тине. Фәнзил Фәйез улы меңәрләгән йәш ғүмерҙе ҡыйған аяуһыҙ һуғыш ҡорбандарын, уларҙың батырлығын онотмаҫҡа, ә иҫәндәренән өлгө алырға, уларға ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға саҡырҙы, бындай мәғәнәһеҙ һуғыштар башҡаса бер ҡасан да булмаһын, тине. Артабан Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссар урынбаҫары И.В.Тимербулатов, Фәрүәт Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы рәйесе И.Р.Закиров сығыш яһап, йыйылыусыларҙы тантаналы сара менән тәбрикләнеләр, бөгөнгө көндә үҫеп килгән йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү эшен алып барған ветеран-афғансыларҙың сафта булыуын билдәләп, барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр, иҫәнлек-һаулыҡ, уңыштар теләнеләр.

Сығыштарҙан һуң, яуҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алыу өсөн бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Митинг аҙағында локаль бәрелештәрҙә башын һалған яҡташтар һәйкәленә веноктар һәм ҡыҙыл ҡәнәфер сәскәләре һалынды. Бөгөн арабыҙҙа булмаған, батырҙарса һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә өс тапҡыр автомат залпы яңғырай. Ҡаһармандарға мәңгелек дан!

Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуының 30 йыллығына арналған тантаналы саралар ра-

йон мәҙәниәт һарайында дауам итте. Кисәлә ра-йон хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Р.З.Мөхәмәҙиева, Ауырғазы һәм Ғафури ра-йондары буйынса хәрби комиссар урынбаҫары И.В.Тимербулатов, Ф.Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы рәйесе И.Р.Закиров, Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары ойошмаһы рәйесе А.В.Клышников һәм башҡалар сығыш яһап, сарала ҡатнашыусыларҙы иҫтәлекле көн менән тәбрикләнеләр. Байрам кисәһендә иң әүҙем ветеран-афғансылар Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Сараға шулай уҡ яуҙа һәләк булған яугирҙарҙың (улар: афған һуғышында – 5-әү, Чечняла – 2-әү) ата-әсәләре, яҡындары ла саҡырылғайны (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икәү генә килгән). Район хакимиәте башлығы уларға Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырҙы. Иҫтәлекле көн байрам концерты менән тамамланды.