Бар донъяны ап-аҡҡа күмеп ҡар яуған. Әйтерһең дә тирә-йүн аҡлыҡтан, паклыҡтан, сафлыҡтан ғына тора. Красноусол ауылында йәшәүсе Альфира Низам ҡыҙы Әмирова ла кеше йөрәгенә үҙенең ҡыҙыҡлы ролдәре, көлкөлө йырҙары, шаян бейеүҙәре аша йылмайыу бүләк итеп, күңел күтәренкелеге бөркөп йәшәгән кеше.
Альфира Әмирова йәмле Ташбүкән ауылында тыуып үҫкән. Әсәһе Мәрйәм башланғыс кластар уҡытыусыһы булһа, атаһы Низаметдин ағай яу юлы үткән кеше, балта оҫтаһы, йорт әйберҙәре лә эшләй, тальян гармунда оҫта уйнай, бейей ҙә. Был ғаиләлә 6 бала үҫә. Улар төрлө һөнәр эйәләре. Күп балалы, татыу ғаиләлә буй еткергән ҡыҙ тыуған ауы-
лында 8-се класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһына уҡырға керә. Әсәһе башта ризалыҡ бирмәй, ҡыҙының үҙе кеүек уҡытыусы булыуын теләй. Атаһы үҙенә оҡшаған балаһының ошо һөнәрҙе һайлауына ҡыуанып, күктең етенсе ҡатында осоп йөрөй. Өс йыл уҡып хореограф һөнәрен алған йәш ҡыҙ йүнәлтмә буйынса Балтас районы мәҙәниәт һарайында методист булып эш башлай. Күпмелер эшләгәс, Ғәлинур Мостафа улы Ишмөхәмәтов уның һәләтен күреп районға ҡайтарта. Тыуған яғына илһамланып ҡайтҡан йәш ҡыҙ башкөллө эшкә сума. 39 йыл район мәҙәниәт һарайында эшләһә, шуның 30 йылын директор вазифаһында була. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ҡул ҡаушырып тик ултырмай, сәнғәт мәктәбендә балалар менән дә эшләп ала.
- Бәләкәй сағымда күрше Нурислам ағай гармунын күтәреп керә лә, бейетә торғайны. Бейергә әсәйем дә өйрәтте. Украин бейеүен унан өйрәндем. Ауылдашым Әмир Йәнтүрин ағайға рәхмәтлемен, ул баянын 3 йылға миңә биреп ҡуйҙы ла, шунан баянда уйнарға өйрәндем. Сәнғәт илаһи бер көс бит ул. Ҡыйын саҡтарҙа әллә эште алыштырырғамы икән тип уйлайым да, һуңынан әлдә ташламағанмын тип ҡуям. Ҡыйынлыҡ килә лә китә, яратҡан эш күңелгә дауа. Элек мәҙәниәтте халыҡҡа еткереү өсөн уңайлыҡтар булманы, шулай булһа ла мамыҡ шәлдәрен ябынып тамашаларға халыҡ эркелеп килә ине, - тип үҙенең үткәндәрен кисә генә булған һымаҡ иҫкә ала Альфира Низам ҡыҙы.
Тормош һынауҙарын да кисерергә тура килә Альфира Низам ҡыҙына. Әммә яҡты күңеле, алсаҡлығы, тура һүҙлелеге уны һәр саҡ тура юлға әйҙәй, матурлыҡ тыуҙырта. Шулай булмаһа, бер концертта 5-6 бейеү бейеп, етмәһә йырлап тора алыр инеме?! Сәхнәлә эстән өҙөлһәң дә, тышҡа сығарырға ярамай шул. Тамашасыны алдап булмай, улар һине үҙҙәре күреп, ишетеп баһа ҡуя. Ул үҙен сәхнәлә етеҙ, оҫта, ихлас тотоуы менән дә тамашасыларҙы ла ҡанатландырып, бар мәшәҡәттәрен оноттороп йәшәткән кеше.
Уның йырлаған “Умартасы һөйгәнем”, “Өс егет”, “Аяғымда сандалий”, “Гөлнәзирә”, “Әйтергә микән, әйтмәҫкә микән”, “Ҡара мыйыҡ” шаян йырҙары әле лә тамашасылары күңелендә һаҡлана. Бейеү буйынса белгес булараҡ, төрлө милләт бейеүҙәрен дә оҫталыҡ менән, күңел биреп башҡарҙы. Драма коллективының төп көсө булараҡ, Т.Миңнуллиндың “Гөргөри кейәүҙәре”ндә – Кәтринә, Н.Асанбаевтың “Рәйсә менән Фәйзи”ендә Гөлниса, Ә.Атнабаевтың “Законлы никах менән”, Ә.Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” һәм башҡа спектаклдәрҙә сағыу образдар тыуҙырҙы.
- Район буйлап концерттар, спектаклдәр ҡуйып йөрөй торғайныҡ. Бер саҡ шулай концерт ҡуйып, йөк машинаһында ҡайтып барғанда Ташлы менән Мәндем араһында бензин бөтөп ултырҙыҡ. Йән-яҡта ҡара урман, һәр кемгә тиҙерәк ҡайтып етергә кәрәк. Альфира Низам ҡыҙы шофер менән кире йәйәү Мәндемгә барып, бензин алып килделәр. Шундай саҡта бөтә мәсьәләне ул шаярыу ҡатыш тиҙ генә хәл итә торғайны. Унан күп нәмәгә өйрәндек, ылыҡтыҡ. “Ялҡын” агитбригадаһын ойоштороуға ул күп көс һалды. Республика фестиваль, смотрҙарында, Мәскәү, Ҡазан ҡалаларында ла сығыш яһарға тура килде, - тип бергә эшләгән саҡтарын йылы хәтирәләр менән һөйләп үтте коллегаһы Зәйтүнә Зәйнешева.
Ойоштороу һәләтле, йәш көйөнә етәкселек эшен үҙ елкәһендә тартҡан Альфира Низам ҡыҙы ике балаһына матур тәрбиә биреп, уҡытҡан өлгөлө әсә лә. Улы Альберт ҡатыны Рәсимә менән Ишембай районы Ҡарайған ауылында йәшәйҙәр, балалар үҫтерәләр. Ҡыҙы Альбина кейәүе Фуат менән Красноусолда өс бала үҫтереп йәшәп яталар. Бөгөнгө көндә Альфира Низам ҡыҙының 2 бүләсәре бар. Тормош иптәше Әбдрәхим ағай менән уларҙы ҡаршы алып, оҙатып өләсәй бурысын да яратып башҡара.
Альфира Низам ҡыҙы үҙе лә ҡартаймай, кешене лә ҡартайтмай торған кеше. Әле лә “Хазина” төркөмөндә үҙенең бай тәжрибәһен башҡаларға өйрәтеп, күңел биреп йөрөй. Киләсәктә лә һаулыҡта, ағинәй ролендә донъяны аҡлыҡҡа солғап йәшәргә яҙһын.