+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Ғинуар 2019, 17:14

Легендар директорға тәбрик һүҙҙәре

Татар Саскүле ауылында йәшәүсе бар ғүмерен районыбыҙҙың мәғариф өлкәһенә бағышлаған Вахит Бикҡолов декабрҙә олпат – 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Ғүмер байрамы уңайынан Вахит Мәһәҙи улы һәр тарафтан, хеҙмәттәштәренән, үҙе эшләп киткән мәктәп коллективтарынан, шулай уҡ уҡыусыларынан ҡотлауҙар ҡабул итеп, һөйөнөс кисерҙе.

Үҙен оҫта етәксе итеп танытҡан, ғүмере фиҙаҡәрлектә үткән, абруй, ихтирам ҡаҙанған, хәстәрлекле, ипле ғаилә башлығы, күптәргә остаз булған ир-уҙамандың хеҙмәт һәм тормош юлы һәр кемгә өлгө булып тора. Сәйетбаба, Ҡауарҙы, Татар Саскүле мәктәптәрендә директор вазифаларын башҡарған, район мәғарифы тарихында яҡты эҙ ҡалдырған, исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған Вахит Бикҡоловты етәкселек “легендар директор” тип атай. Район мәғариф бүлеге мөдирҙәренең элеккеләре Мансур Шәһиҙулла улы Хөснийәров, Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин һәм хәҙергеһе Зөһрә Рауил ҡыҙы Әхтәмова, мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһы рәйесе Альберт Рәшит улы Насиров, Аҡкүл ауыл биләмәһе башлығы Рифҡәт Әхмәт улы Мөхәррәмов һәм редакцияның бүлек мөдиренән (мәҡәлә авторы) торған делегация юбилярҙы өйөнә барып тәбрикләне. Сәй табыны артында ҡыҙыҡлы әңгәмә барҙы, юбиляр үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген барлап, тормош юлын байҡап, ғүмер йомғағын һүтте, ҡунаҡтар ҙа хәтирәләре менән уртаҡлашты, үткәндәргә байҡау яһаны. “Директорҙар араһында иң оҙаҡ йәшәгәне Вахит Мәһәҙи улы, сөнки ул тәмәке тартманы, эсеп йөрөмәне, бик талапсан, етди етәксе булды. Һәм иң хөрмәтле кешеләрҙең береһе лә тап ул”, тинеләр һәм үҙҙәренең күңелендә юбилярға ҡарата йылы тойғолар йөрөтөүен белдерҙеләр. “Улар ғаиләлә 7 бала үҫкән, 5 малайҙың береһе лә шул насар ғәҙәттәр менән мауыҡманы. Вахит күркәм холоҡло булды, миңә лә, балаларға ла тауыш күтәрмәне”, тип өҫтәне тормош иптәше Мәүлиха апай ҙа. Ҡунаҡтар Вахит Мәһәҙи улының матур олоғайыуын билдәләп, киләсәктә лә шулай матур йәшәргә насип булһын, тигән теләктә хушлашты.

Бикҡоловтар ғаиләһендә уҙып барған йыл юбилейҙар менән иҫтәлекле булған. Вахит Мәһәҙи улына – 90 йәш, Таш-Аҫты ауылында тыуып үҫкән Мәүлиха Шәрифулла ҡыҙы Зәйнешева менән яҙмыштарын бергә бәйләүҙәренә, бер-береһенә терәк-таяныс булып ғүмер йомғағын һүтеүҙәренә 60 йыл тулған.

Юбиляр В.Бикҡолов үҙенә ошондай хөрмәт күрһәтеп, бөтмәҫ рухи көс-дәрт өҫтәгәндәре өсөн тәбрикләргә килгәндәрҙең барыһына ла гәзит аша ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерә, иҫәнлек-һаулыҡ, үҙҙәренә лә ошо йәшкә етеүҙәрен теләй.


Читайте нас: