+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
15 Ғинуар 2019, 12:44

Еңеүселәр бүләкләнде

Уҙған йыл аҙағында муниципаль райондың территориаль һайлау комиссияһы “Мин – һайлаусы!” викторинаһына йомғаҡ яһаны. Еңеүселәрҙе бүләкләү район хакимиәтендә үтте.

Өлкән класс уҡыусылары ҡатнашҡан бәйгенең маҡсаты: буласаҡ һайлаусыларҙың хоҡуҡи белемдәрен арттырыу, һайлауға иғтибарҙарын йүнәлтеү. Ойоштороусылар әйтеүенсә, конкурста район мәктәптәренән бик күп уҡыусылар ҡатнашып, үҙ белемдәрен күрһәткән. Викторина һөҙөмтәләре буйынса һайлау хоҡуғы өлкәһен яҡшы белгән, әүҙем булған һәм иң күп балл йыйған уҡыусылар бүләкләнде.

- Был конкурсты беренсе тапҡыр ғына үткәрмәйбеҙ, - тине үҙенең сығышында территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Римма Зверева. – Йылдан-йыл викторинала ҡатнашыусыларҙың артыуы беҙҙең өсөн шатлыҡлы күренеш, әлбиттә. Бәйгелә ҡатнашып, һеҙ һайлауҙарҙың һәр кем белергә тейешле ҡатмарлы һәм етди эш икәнлеген аңланығыҙ. Хәҙер һеҙҙең һәр берегеҙ башҡаларға һайлауҙарҙа һәр тауыштың мөһим икәнлеген аңлата ала.

Викторина еңеүселәре: Ирина Емельянова (Красноусолдағы 1-се мәктәп) 1-се дәрәжә, А.Кузьмина (1-се мәктәп) 2-се дәрәжә, А.Рогожина (2-се мәктәп) 3-сө дәрәжә Дипломдар менән, А.Басариев (КБГИ), З.Баймырҙина (3-сө мәктәп), А.Тихонова (1-се мәктәп), Д.Сазанова (1-се мәктәп), Н.Курбатов (1-се мәктәп), И.Алтынбаев (1-се мәктәп) Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Р.Зверева барыһын да еңеү менән ҡотланы, уҡыуҙарында уңыштар теләне һәм конкурстарҙа тағы ла ҡатнашырға саҡырҙы. Еңеүселәргә һәм призерҙарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Сара күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.


Читайте нас: