Районыбыҙҙа ла ул йылдарҙа күп ыңғай үҙгәрештәр булды. Мортаза Ғөбәйҙулла улы ярҙамы менән “Красноусол” шифаханаһы Европа кимәлендәге шифаханаларҙың береһенә әүерелде. Ағиҙел, Мәндем, Егән йылғалары аша күперҙәр һалынды, юлдар төҙөлөп, асфальт түшәлде, районға “зәңгәр” яғыулыҡ килде. Красно-
усолда мөһабәт мәҙәниәт һарайы ҡалҡып сыҡты, заманса башҡорт гимназия-интернаты асылды, балалар баҡсалары, мәктәптәр, клубтар, мәсеттәр үҙ ишектәрен асты. “Урал” хәйриә фонды советы рәйесе булараҡ та районыбыҙға ярҙам итеп, “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөттө.