-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
15 Февраль 2019, 17:35

Хәтерҙән сыҡмаҫ йылдар

15 февраль ветеран афғансыларҙы хөрмәтләү һәм һәләк булған барлыҡ яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу, хәтер көнө ул.

Ҡормантау ауылынан үҙҙәренең интернациональ бурысын афған ерендә үтәгән Минияр Ғелметдин улы Кәримов, Рәжәп Риф улы Хәлилов, шулай уҡ әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Илдус Мөҙәрис улы Уразбахтин ауылыбыҙ ғорурлығы булып тора.

Гәзит уҡыусыларҙы уларҙың ҡайһы берҙәре менән таныштырып үтәм. Минияр Кәримов 1961 йылда Ҡормантау ауылында донъяға килә. Йәштәштәре кеүек уның да бала сағы, үҫмер йылдары йәмле Ағиҙел йылғаһында һыу ҡойоноп, балығын ҡармаҡлап, әсәһенә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итеп үтә. Ауыл мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында тракторсы-механизатор һөнәрен үҙләштерә.

- 1980 йылдың йәмле майында Совет Армияһы сафына алындым, - тип һүҙен башланы әңгәмәсем Минияр Ғелметдин улы. - Алты ай Ашхабад ҡалаһында БМП-ға механик-водителгә уҡыттылар. 7 ноябрҙән һуң Афған еренә, Ҡондоҙ ҡалаһына оҙаттылар. Ҡышлаҡтарҙа афған коммунистарын дошмандарҙан һаҡларға, Союздан килгән хәрби колонналарҙы күп тапҡырҙар оҙата барырға тура килде. Шулай ҙа бер хәрби операция хәтергә ныҡ һеңеп ҡалған. Төнгөлөктә Ҡондоҙ аэропортына Союздан киләсәк колоннаны ҡаршыларға барғанда тау араһында дошмандарҙың засадаһына эләгеп, ете сәғәткә дошман ҡамауында ҡалдыҡ. Бәхетебеҙгә Союздан бомбардировщиктар ярҙамға килеп, дошмандарҙы тар-мар итте. Был алышта байтаҡ дуҫтарымды юғалттым.

- Ҡәһәрле афған еренең 60 градуслы тынсыу һауаһын һулау, рәхәтләнеп йыуынырға ғына түгел, эсергә лә һыу етмәү сәбәпле, байтаҡ хәрбиҙәр һары ауырыуы менән сирләне. Хәрби хеҙмәт ваҡытын тултырырға ике ай ҡала был сир мине лә урап үтмәне. Төркмәнстандың Мары ҡалаһында дауаланғас, яңынан Афғанстанға кереп, хеҙмәтемде дауам иттем. 1982 йылдың майында тыуған ауылыма иҫән-һау әйләнеп ҡайттым. Йәштәр, киләсәк быуын балалары бер ҡасан да һуғыш афәтен күрмәһен ине, - ти ул.

Тыуған ауылын үҙ иткән Минияр, бер йылдан һуң, армиянан көтөп алған яратҡан ҡыҙы Тәнзиләгә өйләнеп, ике ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр, хәҙер олатай-өләсәйҙәр инде. Ғүмер буйы элекке “Ленинизм” колхозында механизатор булып эшләгән Миниярға балта оҫтаһы, сәс киҫеүсе, тегенсе һөнәре лә ят түгел. Барыһын да ҙур оҫталыҡ менән башҡара ул.

Тағы ла бер ветеран-афғансы ауылдашым Рәжәп Риф улы Хәлилов ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, уҡыуын Бурлы урта мәктәбендә дауам итә. Һуңынан Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға керә. Өсөнсө курста уҡып йөрөгәндә, 1987 йылдың майында хәрби хеҙмәткә алына. Өс ай Тажикстанда хәрби әҙерлек курсы үткәндән һуң, Афғанстандың Тахар провинцияһы, Айханум ҡышлағында минометсы була, һуңынан “Град” установкаһында хеҙмәт итә. Йыш ҡына хәрби колонналарҙы оҙата барырға тура килә Рәжәпкә. Хеҙмәт итә башлауына 10 ай тигәндә, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып төшә. Бер күргәнемдә һөйләшеп китеп, уның ҡайҙа хеҙмәт итеүе, ундағы хәлдәр менән ҡыҙыҡһындым. “Рим ағай, мин Афғанда хеҙмәт итәм бит, әлегә ул турала бер кем дә белмәй”, - тине ул шунда. “Ниңә дөрөҫөн әйтмәйһең, барыбер белерҙәр бит”, - тим. “Әсәйемде ҡайғыртаһым килмәне. Конверт тышында барыбер “Полевая поч-та” тип яҙыла, шулай булғас минең ҡайҙалыҡты нисек белһен ул, - ти. – Отпускынан киткәндә генә Афғанда икәнлегемде әйтеп, унда барыһы ла тыныс тиеп тынысландырып китермен әле”, - тине Рәжәп.

- Хәрби хеҙмәт ваҡытында иң иҫтә ҡалған бәхетле минуттар 1989 йылдың 13 феврале булғандыр. Ни өсөн тигәндә, беҙҙе Союзға, Тажикстан Республикаһының Пархар ҡасабаһына сығарҙылар. Бер тәүлектән һуң, Афған сигендә ҡалған хәрбиҙәрҙе ҡаршы алырға ебәрҙеләр. Афғанстандан совет ғәскәрҙәре сыҡһа ла, унда хәрби сыуалыштар булыу сәбәпле, март аҙағына тиклем афған-тажик сигендә һаҡта торорға тура килде. Ике айҙан һуң ғына тыуған ауылыма ҡайттым, - тип хәтерләй бөгөн яугир.

Ҡайтып күп тә тормай, уҡыуын дауам итеп, ветеринар һөнәре алып сыға Рәжәп. Элекке “Ленинизм” колхозында яратҡан һөнәре буйынса тырышып эшләне. Тормош иптәше Рәлиә менән бер ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше ике йыл элек баҡыйлыҡҡа күсте.

Әйткәндәй, ике яугир ҙа мәктәптең йыш ҡунағы булдылар. Балаларҙы хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүҙә уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Заманында “Атай-әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә” конкурсында ҡатнаштылар, мәктәптән тыш уҙғарылған сараларҙа үҙҙәре үткән хәрби юлдар тураһында уҡыусылар алдында сығыш яһанылар. Был буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар өсөн бик мөһим һәм фәһемле осрашыуҙар була ине.

Моңло тауышлы афғансыларҙың икеһе лә район кимәлендә уҙғарылған “Тальян гармун” конкурсы лауреаттары. Ил алдында интернациональ бурысын үтәгән яугирҙарҙың теләге бер – ил-көнөбөҙ имен булһын.
Читайте нас: