+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
15 Февраль 2019, 13:12

Яугир-интернационалистар һынатмай

Йылдың-йылы февраль уртаһында илебеҙ тарихына афған һуғышы булып яҙылып, 10 йылға һуҙылған шанлы ла, данлы ла ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтабыҙ. Ҙур булмаған Мәндем ауы-лынан 8 яугир хәрби бурысын Афғанстан Республикаһында үтәй.

Мәндемдән ағалы-энеле Әүхәт һәм Зөлфәр Монасиповтар, Барый Мөхәмәтҡолов, Дамир Ғәлиәхмәтов, Рәжәп Ғәлимов, Миңнияр Йәнмырҙин, Ринат Ғайсин, Юныс Зәйнуллин афған һуғышында ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Юныс ҡына иҫән-имен йәнтөйәгенә әйләнеп ҡайта алмай, ҡаты алыштарҙың береһендә һәләк була. Афғансыларҙың тәүге өсәүһе ауылда төпләнгән, ҡалғандары Татарстанда, Салауат ҡалаһында, Себер тарафтарында йәшәй.

Бөгөнгө яҙмабыҙ яугир-интернационалистар Әүхәт менән Зөлфәр Сәйетгәрәй уландары Монасиповтар хаҡында. Икеһе лә Мәндемдә тыуып-үҫеп, буй еткерә, мәктәпте тамамлағас, ситкә бәхет эҙләп сығып китеүҙе хуп күрмәй, шофер һөнәрен үҙләштереп, урмансылыҡта “КРАЗ”-да эшләйҙәр. Йәштәре еткәс, һалдат сафына баҫалар.

Алты балалы Монасиповтар ғаиләһендәге 5 малайҙың (араларында бер генә ҡыҙ) өсөнсөһө – Әүхәт әрме хеҙмәтен Калининград өлкәһендә үтә башлай. 1980 йылдың февралендә уларҙың батальоны Афғанстан Республикаһына ебәрелә. Бында айырым ремонт батальонында БТР-ҙарҙы ремонтлаусы булып хеҙмәтен тултырып, ошо йылдың ноябрендә иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Леспромхозда эшен дауам итә, гаражда эшләй, урмансылыҡ бөткәнсе “КРАЗ”да урман эшселәрен ташый. 1982 йылда ауылдашы Миңзилә Хөрмәт ҡыҙы менән тормош ҡороп, татыулыҡта ғүмер итәләр. Өс ҡыҙ – Зилә (ғаиләһе менән Күмертауҙа йәшәй), Гөлназ (Шамонинола), Гөлнурға (Өфөлә төпләнгән) ғүмер биреп, хәҙер инде 6 ейәнгә олатай-өләсәй булырға ла өлгөргәндәр.

Бишенсе бала Зөлфәр Сәйетгәрәй улы иһә 1982 йылдың 30 сентябрендә һалдат сафына баҫа. Уны июнь айында хәрби комиссариат БТР йөрөтөргә өйрәнеү буйынса уҡырға ебәрә һәм көҙгә хәрби хеҙмәткә саҡыра. “Өфөлә бер кис ҡунып, Ульяновскиҙа һалдат кейемен кейҙек. Ай ярым Ҡаҙағстандың Талды Ҡурған ҡалаһында хәрби күнекмә үткәс, 1982 йылдың ноябрендә афған еренә индек. Беҙҙең райондан 11 егет оҙатылғайныҡ, уларҙың береһе менән дә бергә хеҙмәт итергә лә, аҙаҡ хеҙмәттән ҡайтҡас осрашырға ла тура килмәне. Бары тик Буруновканан Римат Мөхийәновты бер осратҡайным, ул да хәҙер мәрхүм булған. Хеҙмәттәштәрҙән Чебоксар ҡалаһында йәшәүсе Валерий Федоров мине үҙе эҙләп табып, әле уның менән хәбәрләшеп торабыҙ. Йәй көнө ҡунаҡҡа килергә уйлаша”, тип хәтер йомғағын һүтте Зөлфәр ағай. 1 йыл “Урал” автомашинаһы руленә идара иткән һалдатты БТР водителе итеп күсерәләр. Һәм колонналарҙы оҙатып йөрөүсе ротала БТР-ҙа водитель булып хеҙмәт юлы үтә. Уның ротаһына төрлө хәрби йөктәр, һуғыш кәрәк-яраҡтары, һалдаттар, аҙыҡ-түлек тейәлгән йөк автомашиналарын оҙатыу бурысы йөкмәтелгән була. Һуғыш ғәрәсәте эсендә һәр төрлө хәлдәрҙә лә юғалып ҡалмай, ҡыйыулыҡ менән башҡара ул үҙ бурысын. Был иғлан ителмәгән һуғыштың ут-һыуын кискән яугир хеҙмәтен тултырып, 1985 йылдың 15 февралендә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Оҙаҡ йылдар ағаһы кеүек “КРАЗ”-да эшләй, леспромхоз бөткәс, мәктәп ҡаҙанлығында хеҙмәт юлы үтә. Уның эшмәкәрлеге туҡтатылғас, эшһеҙ ҡала.

1987 йылда Сания Әнүәр ҡыҙына өйләнеп, ауылда төпләнергә ҡарар итә. Фәнис исемле улға (ғаиләһе менән Силәбелә йәшәй), ҡыҙҙары Әлиәгә (Яҡутияла йәшәй) атай-әсәй, Элина, Әлфинә, Әмир исемле ейән-ейәнсәрҙәргә яратҡан олатай-өләсәй булып, матур итеп, ҙур, иркен йортта, татыулыҡта ғүмер итәләр.

Эшһеҙлеккә зарланмай Монасиповтар. Ғаиләләрҙең икеһе лә күпләп мал-тыуар аҫрап, бал ҡорттары ҡарап, йәнтөйәктәренән ҡайҙалыр күсеп китергә уйламай, гөрләтеп донъя көтәләр.

Бына шулай, һуғыш ғәрәсәте эсендә йөрөп һынмай, һыҡтамай интернациональ
бурыстарын лайыҡлы үтәп ҡайтып, бөгөн ир ҡорона ингән Монасиповтар
лайыҡлы тормош алып баралар.
Читайте нас: